Йәмғиәт Общество
6 Августа 2021, 04:45

Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит

Добавить в предпочтительные источники Google
Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам итМәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит
Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит

Районда шулай тип аталған хәйриә акцияһы дауам итә...  Тулыраҡ - сайтта

Яңы уҡыу йылына әҙерлек барышында ауыр тормош хәлендә ҡалған, күп балалы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе, шулай уҡ инвалид һәм ата-әсә наҙынан мәхрүм ҡалған балаларға ярҙам итеү маҡсатынан “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” хәйриә акцияһы ойоштороу матур йолаға әйләнде. Изге эшкә төрлө ойошма-учреждениелар коллективтары, эшҡыуарҙар һәм изге күңелле кешеләр әүҙем ҡушыла. Быйыл да улар был хәйриә акцияһына ситтә ҡалмаҫ, тип өмөтләнәбеҙ. Үрҙә һанап кителгән категорияға ҡараған балалар өсөн китап, дәфтәр, көндәлек һ.б. шундай уҡыу-яҙыу, альбом, ҡәләмдәр, буяуҙар кеүек ижад кәрәк-яраҡтары, яңы йәки бик яҡшы тороштағы кейемдәр, аяҡ кейемдәре, портфелдәр – ҙур ярҙам буласаҡ. Шуға күрә, әгәр ҙә арағыҙҙа 30 августҡа тиклем дауам иткән был изгелек акцияһына ҡушылырға теләүселәр бар икән, Иҫәнғол ауылы, Блюхер тыҡырығы, 7 адресы буйынса "Ғаилә" үҙәгенә мөрәжәғәт итегеҙ. Һорауҙарығыҙ булһа, 2-10-70 телефонына шылтырата алаһығыҙ.

Фото архивтан

Автор:Альмира Аюпова