-1 °С
Болотло
Рәсәйҙең өс төҫтәге тарихи байрағы 1991 йылдың 22 авгусында тергеҙелә. 1994 йылдан ул ил Президенты указы менән рәсми билдәләнә.
Байраҡтағы аҡ төҫ – тыныслыҡ, таҙалыҡ, намыҫлыҡ һәм камиллыҡты, күк– тоғролоҡ һәм тотороҡлоҡто, ҡыҙыл төҫ –көс һәм ҡеүәтте, Ватан өсөн ҡойолған ҡанды сағылдыра. Дәүләт флагы Рәсәй Федерацияһының гербы һәм гимны кеүек үк дәүләт суверенитеты символикаһы булып тора. Бөгөн Республиканың район һәм ҡалаларында Дәүләт флагы көнөнә арналған саралар үтә.