

Әлеге төр яуызлыҡҡа юл ҡуймау – донъя йәмәғәтселегенең иң ҙур һәм ҡатмарлы бурыстарының береһе.
Терроризмға ҡаршы теләктәшлек көнө 2004 йылдың 1-3 сентябрь көндәрендә Беслан ҡалаһында булған фажиғәле хәлдәргә бәйле булдырылған. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, әлеге террор акты һөҙөмтәһендә 334 кеше һәләк була – уларҙың 186-һы балалар, 15-е уҡытыусылар, 10-ы хәрбиҙәр, ҡалғандары ата-әсәләр һәм килгән ҡунаҡтар. 900-ҙән ашыу кеше төрлө йәрәхәттәр ала.
Башҡортостанда, шул иҫәптән беҙҙең районда быуаттар дауамында төрлө милләт вәкилдәре дуҫ һәм татыу йәшәй. Үҙ-ара аңлашыу, бер-береһенең ғөрөф-ғәҙәттәренә, мәҙәни һәм рухи ҡиммәттәренә ҡарата ихтирамлы мөнәсәбәт – республикабыҙҙа тыныслыҡтың һәм именлектең төп нигеҙ ташы.
Әммә һуңғы ваҡытта донъяла терроризм осраҡтары йышайҙы, башҡаларға зыян ҡылыу теләге менән йәшәүсе экстремистар күбәйҙе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикабыҙҙы ла бындай күренештәр ситләтеп уҙмай.
Рәсәйҙә, шул иҫәптән беҙҙең республикала, терроризм, экстремизм осраҡтарын булдырмау өсөн етди көрәш алып барыла. Толерантлыҡты формалаштырыуға йүнәлдерелгән төрлө саралар үткәрелә.
Мәктәптәрҙә һәм башҡа белем биреү учреждениеларында «Экстремизмға – юҡ!» исеме аҫтында махсус дәрестәр, был темаға бағышланған түңәрәк өҫтәлдәр, лекция һәм тематик кисәләр уҙа. Шул рәүешле балаларға һәм йәштәргә төрлө ҡанунһыҙ формаль булмаған берләшмәләр хаҡында һөйләнелә, уларға ҡушылырға ярамағанлығы аңлатыла, гражданлыҡ һәм патриотизм хисе тәрбиәләнә.
Ватаныбыҙҙың көс-ҡеүәтен арттырыу, илдең бөтөнлөгөн, тыныслығын һаҡлау, терроризмдың һәр төрлө күренештәренә ҡаршы тороу өсөн бындай дәрестәрҙең әһәмиәте ҙур.