

Мутлашыусылар беренсе шылтыратыуҙа "ҡорбанын"а үлем менән янай. Шунан был кешегә йәнәһе лә полиция хеҙмәткәре шылтырата һәм енәйәтсенең эҙенә төшөп, ҡулға алыу маҡсатында, был аферисҡа аҡса күсерергә тәҡдим итә.
Министрлыҡ вәкилдәре үлем менән янаған, шулай уҡ шәхси мөлкәткә зыян килтереү менән ҡурҡытыу осраҡтары арта барыуын билдәләй. Бындай шылтыратыуҙан һуң, ғәҙәттә "лжеучастковый" бәйләнешкә инә һәм артабан билдәле схема буйынса эш итә.
Хоҡуҡ һаҡсылары халыҡҡа мөрәжәғәт итеп, бындай осраҡта беренсенән, паникаға, икенсенән, бер ниндәй ҙә өгөтләүгә бирелмәҫкә кәңәш итә. Үҙегеҙҙең участковыйҙы ғына түгел, райондағы башҡа полиция хеҙмәткәрҙәрен дә исем-фамилиялап белеү артыҡ булмаҫ.
Сығанаҡ: РБК.