

Росстат белгестәре төбәктәрҙә уртаса эш хаҡының үҙгәреүе тураһында хәбәр иткән. Статистика 2013 йылдан бирелә.
Эш хаҡының иң түбән күрһәткесе йылдың тәүге айҙарында, ә иң юғарыһы - аҙаҡҡы айында.
Башҡортостанда 2013 йылдың ғинуар айында халыҡтың уртаса эш хаҡы 20 138 һумға тигеҙ булған, ә декабрь айында - 27 957 һумға.
2014 йылдың ғинуар айында - 21 788, декабрҙә - 31 037 һум. 2015 йыл республика халҡы 24 145 һәм 31 694 һум алған, 2016 йылда - 24 922 һәм 34 050 һум, 2017 йылда - 26 900 һәм 37 694 һум, 2018 йылда - 30 190 һәм 39 764 һәм, 2019 йылда - 32 248 һәм 44 208 һум, 2020 йылда - 35 783 һәм 50 613 һум.
2021 йылдың ғинуар айында Башҡортостанда уртаса эш хаҡы - 37 563 һум, февралдә - 37 332, мартта - 39 673, апрелдә - 40 709, майҙа - 41 933, июндә - 44250 һум булған. Шулай итеп, әгәр 2013 һәм 2021 йылдың башын сағыштырһаң, уртаса эш хаҡы республикала 17,5 мең һумға артҡан.