

Фараз ителеүенсә, был хәл кисә сәғәт киске биштә була. Өфөнөң Кузнецов Затоны микрорайонында өс билдәһеҙ ирҙе туҡмап, әйберҙәрен урлап ҡасҡан. Күҙәтеү камераһына төшөрөлгән видео социаль селтәрҙәргә ҡуйылған.
Видеола асыҡ күренгән: ике ир һәм бер ҡатын ерҙә ятҡан ирҙең башына аяҡтары менән бер нисә тапҡыр тибә. Шунан был өсәү ирҙең ҡайышын һәм кроссовкаларын сисеп ала ла, ҡаса. Зыян күргән иргә "ашығыс" ярҙам саҡыралар. Уның хәле буйынса әлегә бер нимә лә билдәле түгел.
- Кисә Өфө ҡалаһының 22-се һанлы дауаханаһына туҡмалған 1977 йылғы ирҙе алып килгәндәр. Фараз ителеүенсә, тән йәрәхәттәре билдәһеҙ кешеләр менән конфликттың һөҙөмтәһе. Полиция ул өсәүҙең шәхестәрен биләдәү менән мәшғүл. Тикшеренеү эштәре башланды, - тип хәбәр иткәндәр "КП-Уфа"ға Башҡортостандың Эске эштәр министрлығы.
Фото: "Комсомолькая правда"нан