

Күмертауҙа бер ханым интернетта Германиянан хәрби табип Джеймс Бенджамин менән танышҡан. Сәғәттәр буйы яҙышыуҙар, һөйләшеүҙәр - улар араһында ялҡынлы һөйөү уты ҡабынған.
Тиҙҙән ҡәҙерлеһе Берләшкән Милләттәр Ойошмаһынан тыныслыҡ урынлаштырыусы булараҡ Ираҡҡа китергә йыйыныуын белдергән, ләкин шунда уҡ һуңынан осрашырбыҙ тип тынысландырған. Ханым ойошмаға Джеймс менән күрешеү өсөн 4950 евро күсергән. Билдәләнгән сәғәткә кейәү ҡабаҡҡа әйләнгән, полицияға яҙылған ғариза ғына тороп ҡалған.
Сығанаҡ: MASH