

Янғын сығыуҙың төп сәбәптәренең береһе – электр ҡоролмалары менән ҡулланғанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәмәү. Селтәргә тоташтырылған йылытҡыс ҡоролмалар һаны күбәйә, тимәк электр үткәргескә лә көсөргәнеш арта. Йорт-фатирҙарҙа, бигерәк тә иҫкеләрҙә, электр үткәргестәрҙең торошо шәптән түгеллеге бер кем өсөн дә сер түгел. Тап ана шул үткәргестәр янғынға килтерергә мөмкин.
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты, фажиғәле хәлдәрҙе иҫкәртеү өсөн, электр йылытҡыстарын ҡулланғанда түбәндәге бер нисә ҡағиҙәне иҫтән сығармауҙы һорай.
– Үткәргестәрҙең, розеткаларҙың, рубильникарҙың һәм башҡа электр ҡоролмаларының торошон ваҡытында тикшерергә кәрәк;
– Заводта эшләнмәгән, шулай уҡ торлаҡ йорттарҙа ҡулланыуға тәғәйенләнмәгән электр ҡоролмаларын тотоноу ҡәтғи тыйыла;
– Электр ҡоролмалары инструкцияһына һәм паспортына ярашлы экспуатацияланырға тейеш;
– Селтәргә тоташтырылған йылытҡыстарҙы, плитәне ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ;
– Электр ҡоролмаһын кер һәм башҡа әйберҙәрҙе киптереү өсөн ҡулланмағыҙ:
– Бер электр сығанағына бер нисә ҡоролма тоташтырмағыҙ;
- Бәләкәй балаларҙы эшләгән электр ҡоролмалары янына ебәрмәгеҙ.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ! Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре һәм норма талаптары үтәлгән йорт-ихаталар – унда йәшәүселәрҙең хәүефһеҙлеге гаранты. Ә янғын килтергән эҙемтәләр өйҙәге иҫке электр үткәргестәрен алмаштырыу хаҡы менән сағыштырғыһыҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!