

Бөгөн, 24 сентябрь, брифинг ваҡытында Прикамье һаулыҡ һаҡлау министры Анастасия Крутень Тимур Бекмансуровтың аңына килеүе тураһында әйткән.
Аңына килгән Тимур ҡайҙа булыуы тураһында, ата-әсәһе кем икәнен, нимә булғанын - бер нимә лә иҫләмәй. Ваҡыты-ваҡыты менән аңын юғалтып ала. Табиптар прогноздар бирергә әҙер түгел. Атыусының хәле ауыр, тип иҫәпләнә.
Пермь табиптары, нисек тә булһа, егетте ҡотҡарырға, тигән указ алған. Егеттән һорау алыу әлегә мөмкин түгел.
Тимур Бекмансуров ВИП-палатала ята. Сөнки шулай һәләк булған балаларҙың ата-әсәһенән йәки Зыян күреүселәрҙең береһенән егетте һаҡлауы еңелерәк була.
Әле табиптар менән бергә унарлаған полиция хеҙмәткәрҙәре эшләй. Шулай уҡ, Тимур ятҡан ҡатҡа бер кемде лә индермәйҙәр.
Билдәде булыуынса, атышта зыян күреүселәрҙең һаны 49-ға еткән.
Бер нисә көн элек Тимур Бекмансуровтың аяғын ампутациялағандар.