Йәмғиәт Общество
28 Сентября 2021, 06:15

Беҙҙең егеттәр булдыра!

Һүҙем - сығышы менән Мәзит ауылынан булған Мәзитов Айҙар Айрат улы тураһында. Ул эшҡыуарлыҡ менән байтаҡ йылдар шөғөлләнә, юл төҙөүселәрен ваҡланған таш менән тәьмин итә.

Беҙҙең егеттәр булдыра!Беҙҙең егеттәр булдыра!
Беҙҙең егеттәр булдыра!

Бының өсөн Scania маркалы йөк ташыу машиналары менән үҙебушатҡыс "Тонар" полуприцептары ярҙамында, бер юлы бер вагон һыйҙырырлыҡ йөк ташырға һәләтле техникалар менән эшләйҙәр.

Сығышы менән Мәзит ауылынан булған Айҙар ағай ауыл хужалығының иҡтисади яҡтан күп сығымдар талап иткәнен, килем яғынан да әллә ни ҙур табыш алып булмағанын яҡшы аңлай.

— Бер башмаҡты ғына үҫтерер өсөн алһыҙ-ялһыҙ ике йыл хеҙмәт итергә кәрәк. Ә, бына бер машина таш хаҡынан килгән килем — ике йәшлек башмаҡ хаҡына бәрәбәр. Хәҙер тимер юлы аша йөк ташыу ҡыйбатҡа төштө, ә машина менән карьерҙан төҙөлөш урынына материалды "һә" тигәнсе алып килергә мөмкин. Тиҙ ҙә, сығымдар ҙа ҙур түгел, рентабелле эш, әлбиттә! Тиҫтәгә яҡын машиналар янына өҫтәп, заманса яңы техникалар ҙа алғас, эштең сифаты һәм һөҙөмтәһе тағы ла яҡшырҙы, — ти 64 йәшлек белеме менән агроном булған ир уҙаманы.
"Аяғың тапылдамайынса — ауыҙың шапылдамай, эшләргә кәрәк!" Ошо тапҡыр һүҙҙәр Айҙар Айрат улының тормош девизы булып тора. Көслө рухлы, ал-ял белмәгән, тырыш Айҙар ағайға ныҡлы һаулыҡ һәм уңыштар теләйбеҙ!

Ғилман Мөхәмәтйәнов.

Өфө ҡалаһы.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас