Йәмғиәт Общество
28 Сентября 2021, 05:15

"Мин ныҡ асыҡтым, ашағым килә"

9 йәшлек малай атаһына әсәһенең колбаса ашатмауына зарланып, шундай хәбәр ебәргән. Йәлләрлекме был бала, әллә түгелме? Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, төркөмдәштәр?! 

"Мин ныҡ асыҡтым, ашағым килә""Мин ныҡ асыҡтым, ашағым килә"
"Мин ныҡ асыҡтым, ашағым килә"

Мәскәүҙә 9 йәшлек малай әсәһе зарарлы ризыҡ ашарға ҡушмаған өсөн полицияға зарланған. был эш буйынса әсәйҙе тикшереү көтә.

Ата-әсәһе айырылған малайҙың кетчуплап колбаса ашағыһы килгән. Әммә үҙе сәләмәт тормош алып барған, дөрөҫ туҡланған әсәй балаһына быны тыйған. Малай атаһының телефонына: "Мин ныҡ асыҡтым, ашағым килә", тип хәбәр ебәрә. Үҙе ситтә ялда булған атай кешене был хәбәр хафаға һала. Ул полицияға мөрәжәғт итә. Адрес буйынса килгән хоҡуҡ һаҡсылары фатирҙа һап-һау бала менән әсәйҙең бик яҡшы шарттарҙа йәшәгәнен күрә. Малай полиция хеҙмәткәрҙәренә әсәһенең уға телегән нәмәһен ашарға ҡушмағанлығына зарлана. Хоҡуҡ һаҡсылары мөрәжәғәтте теркәй. Хәҙер был әсәйҙең ҡылығын махсус орган тикшерәсәк.

 

Был әсәй ысынлап та тиранмы, әллә малайҙың туйып һикереүеме?

 

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас