

2020 йылдың авгусынан 2021 йылдың авгусына тиклем хаҡтар 6,9%-ҡа күтәрелгән: бөтә тауарҙарға хаҡ - 8%-ҡа, аҙыҡ-түлеккә - 8,1%-ҡа, хеҙмәттәргә 3,9%-ҡа артҡан.
Сәнәғәт тауарҙары етештереүселәр бер йыл эсендә хаҡтарҙы - 34,9%-ҡа, ә ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәр 15,1%-ҡа күтәргән.
Иң нығы химик матдәләрҙең һәм химик продукттарҙың хаҡы артҡан - 75%, унан һуң металлургия етештереү килә - 39,7%, артабан эшкәртеү производстволары - 27,3%, был исемлекте нефть продукттары яба - 26,2%.
Үҫемлекселек тармағында, башҡа тауарҙарға ҡарағанда, көнбағыш орлоғо ҡиммәтләнгән - 124,2%-ҡа. Картуф - 75,9%-ҡа, шәкәр сөгөлдөрө - 47,3%-ҡа һәм иген культуралары - 14,6%-ҡа. Шуныһы ҡыҙыҡ: йәшелсәләрҙең дөйөм хаҡтары, киреһенсә, 2,5%-ҡа кәмегән.
Малсылыҡ продукцияларында, айырыуса, тауыҡ йомортҡаларына (25,5%) һәм һөткә (9,2%) хаҡ артҡан.