Йәмғиәт Общество
30 Сентября 2021, 04:13

Иғтибар: юл ябыҡ!

Иҫәнғолдоң Хәйбуллин һәм Ҡыҙылармеецтар урамдарынан үҙәккә юлланғандар юлда ошондай ҡаршылыҡҡа тап була. 

Иғтибар: юл ябыҡ!Иғтибар: юл ябыҡ!
Иғтибар: юл ябыҡ!

Юлдың ябылыуы ауыл халҡында "Трухан күпере" тип йөрөтөлгән, Тоҙло инеш аша һалынған күперҙә барған ремонт эштәренә бәйле. Был эштең башҡарылыуы, әлбиттә, бик ҡыуаныслы хәл. Әммә юлдың ваҡытлыса ябылыуы хаҡында алданыраҡ иҫкәртеп булманысмы икән?! Бының өсөн беҙҙең, район хакимиәтенең төркөмдәре бар. Бәлки, машиналар юл ябылған урынға барып "төртөлөп", боролоп йөрөмәһен өсөн, алданыраҡ, юл билдәһе ҡуйыу кәрәктер?!

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас