1969 йылда Токио ҡалаһында үткән XVI Халыҡ-ара почта союзы конгресында йыл һайын 9 октябрҙә Бөтә донъя почта көнөн билдәләргә тәҡдим ителә. Был дата юҡҡа һайланмай, тап ошо көндә 1874 йылда хат ташыусылар союзы төҙөлә. Халыҡ-ара почта 6800 телендә “һөйләшә” һәм донъяла иң оҙон почта ташыусы селтәр һанала.
Заманса технологиялар, Интернет осоронда йәшәһәк тә, тормошобоҙҙо почта хеҙмәтенән башҡа күҙ алдына килтереүе ауыр. Бигерәк тә ауыл ерендә.
Байыш почта бүлексәһен икенсе йыл рәттән Юлиә Ваһапова етәкләй. Почта эшенең мөһимлеге хаҡында аңлатып, почтальондарҙың ауылдарға төрлө корреспонденция таратыуҙан тыш, көндәлек кәрәк-яраҡ тауарҙарын һатыуы, коммуналь түләүҙәрҙе ҡабул итеүе хаҡында һөйләне. Йәш хеҙмәткәр, ҡатмарлы эш шарттарына ҡарамаҫтан, гәзит-журналдарға яҙылыу планын еренә еткереп үтәргә тырыша. Бигерәк тә Байыш һәм Сәғит ауылы халҡы ваҡытлы матбуғатҡа күпләп яҙыла икән.
Ауыл ерендә хат ташыусы булып эшләү еңел түгел, халыҡ менән уртаҡ тел табырға, яуаплы һәм ярҙамсыл булырға кәрәк. Бүлексәлә был вазифаларҙы Йәмилә Һөйөрәмбәтова, Хәмзә Ишдәүләтов, Розалия Үтәмишева һәм Айһылыу Рәхимғолова башҡара.
Йәмилә Һөйөрәмбәтова Байыштың яртыһын һәм Сәғит ауылына ташыһа, Хәмзә Ишдәүләтов Байыштың ҡалған яртыһы менән Аҡдәүләт һәм Лукьянды хеҙмәтләндерә. 20 йыл почтальонка булып эшләгән Розалия Үтәмишева – Элмәле, Ағурҙа һәм Новомихайловка ауылдарында, Биштирәктә Айһылыу Рәхимғолова почта тарата.
Бер үк урамдар, бер үк йорттар буйлап йөрөү тәү ҡарашҡа ғына күңелһеҙ тойола. Ғәмәлдә почтальондың эш көндәре бер-береһенән ныҡ айырыла. Йорттан йортҡа, урамдан урамға, ауылдан ауылға – күпме кеше менән аралашаһың, күпме яңылыҡ беләһең. Уларҙы халыҡ һәр саҡ көтөп ала. Почтальондар сумкаһына хат-квитанциялар, гәзит-журналдар ғына түгел, төрлө тауарҙар ҙа тейәп йөрөй. Ә бөгөн, өҫтәүенә, медицина битлеге һәм бирсәткәләр, антисептик та һалып йөрөтөргә кәрәк.
– Бигерәк тә гәзит-журналдарға яҙҙырыу кампанияһы ваҡытында тырышырға кәрәк. Беҙ матбуғат баҫмалары тураһында һөйләп, халыҡта ҡыҙыҡһыныу тыуҙырырға тырышабыҙ. Ә бының өсөн тәү сиратта үҙеңә күберәк уҡырға, күберәк белергә кәрәк. Беҙҙә халыҡ бик әүҙем, яңылыҡтар менән ҡыҙыҡһына, нигеҙҙә гәзит-журналдарға өлкән быуын вәкилдәре, уҡытыусылар, ойошмалар хеҙмәткәрҙәре яҙыла. Хаҡлы ялдағылар “Ейәнсура таңдары” гәзитен көтөп ала, яҡташтары, район хәлдәре тураһында уҡырға ярата. Тик шуныһы үкенесле, гәзит уҡыусы дуҫтарыбыҙ яйлап кәмей, – ти Юлиә Юныс ҡыҙы.
Уны өйөндә аңлап, көтөп торған ғаиләһе бар. Юлиә Әлебай ҡыҙы, Байышҡа килен булып төшкәненә лә 13 йыл. Тормош иптәше Илнурҙың да эше шулай уҡ яуаплы, ул Байыш участка урмансылығы начальнигы вазифаһын башҡара. Йәш ғаилә өс бала тәрбиәләй. Ҡыҙҙары Айсулпан – етенсе, Айнурҙары – бишенсе, ә Гөлиәләре 1-се класҡа барған.
Байыш почта бүлексәһе һәм барлыҡ почта хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ! Эштәрегеҙҙә уңыштар, ғаиләләрегеҙгә именлек, аяҡ ҡулдарығыҙ һыҙлауһыҙ булыуын һәм тик һөйөнөслө хаттар алып килеүегеҙҙе теләйбеҙ!