Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
14 Октябрь 2021, 10:35

Ҙур юғалтыу...

Яҡын күргән иптәшебеҙ, дуҫыбыҙ, хеҙмәттәшебеҙ, Ейәнсура районының почетлы гражданины Күсәрбаев Зиннур Ғайса улы арабыҙҙан китеп барҙы. Оҫта етәксе, алсаҡ, эскерһеҙ, ярҙамсыл, оло йөрәкле кеше булғаны өсөн уны беҙ ысын күңелдән хөрмәт итә инек...

Ҙур юғалтыу...
Ҙур юғалтыу...

Зиннур Ғайса улы бөтә ғүмерен игенселек эше менән бәйләне. Ябай колхозсынан райондың ауыл хужалығы идараһы начальнигы дәрәжәһенә тиклем күтәрелде. Туҡтауһыҙ белемен, эш алымдарын камиллаштырып тороуы, яңылыҡҡа ынтылыуы, ал-ял белмәй эшләүе уға яңынан-яңы уңыштар килтерҙе, етәкселәр араһында ла, ябай халыҡ араһында ла оло абруй ҡаҙанырға ярҙам итте. Шуға ҡарамаҫтан, эреләнеп, маһайып йөрөмәне. Кешелекле, кеселекле кеше булып ҡалды. Уның менән эшләүе, аралашыуы ҡыҙыҡлы ла, файҙалы ла булды.

Район, ауыл, ер яҙмышы тураһындағы төплө фекерҙәре, борсолоулы уйҙары башҡаларҙы ла уйландыра, көрсөктән сығыу юлдарын эҙләргә саҡыра ине. Барыбыҙға ла бөтә яҡлап өлгө булғаниптәшебеҙҙең арабыҙҙан китеүе үтә лә аяныслы, үкенесле хәл. Йәне йәннәттә булһын инде...

Мәрхүмдең ҡатынының, балаларының, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Уларға сабырлыҡ, тормоштарында именлек теләйбеҙ.

Аҡбашев Ю.С., Аҡбутин М.И., БайғужинҒ.Ф., Бәҙәмшин А. М., Ильясов Р.Ф., Ҡунаҡбаев Р.Ғ., Ноғоманов Ә.Ғ., Солтанбаев Ә. А., Түләбаев М.С., Хәбибуллин Б.Ғ., Хәлитов С.Ә.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: