Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
17 Октябрь 2021, 21:50

Ҡорҙаштар (хикәйә). Мәрйәм Бураҡаева

Һыбайлылар икеһе бер булып – ат өҫтөндә, ә арттан килгән ат алдағыһынан ҡалмай йәнәш атлап, ошо шәфәҡ нурҙарына инеп юғалдылар. Хужаларының бер-береһенә йән атып атлығып тороуын менгеләре лә тойғандыр. Уларҙың тойғо ҡайнарлығы менгеләренә лә күскәндер, күрәһең.

Ҡорҙаштар (хикәйә). Мәрйәм Бураҡаева
Ҡорҙаштар (хикәйә). Мәрйәм Бураҡаева

Миңзаман, Маһыйы менән икәүләшеп көңгөр-ҡаңғыр килеп, кәңәш-төңәш итте лә, айырым йәшәргә тип бура бурай башланы. Бүрәнәләрен ырмауланы, баштарын тигеҙләне. Оло бура түгел. Бишкә-биш итеп кенә өй күтәрергә ниәтләнеп йөрөй. Әйҙә, балалар үҙ алдына йәшәһен, беҙ – үҙебеҙсә, тип уйланылар. Бер ишек алдында. Айырым да, бергә лә түгел. «Өй һалыуҙың нийе бар, мүкләйһе лә сутлайһы», тиһәләр ҙә яңғыҙына бура бурау арыуға ғына һуҙылды. Хәҙер инде күтәрәһе генә ҡалды. Ярҙамға берәйһе булһа, уныһын да «һә» тигәнсе эшләп ҡуйыр ине лә, уландары ла, ауылдаштары ла бесәнгә төшөп бөттө. Бер-нисә ҡарт-ҡоро ғына ултыра урамда йорт-ҡура һаҡлап. Миңзаман күтәрешергә ҡорҙашы Әхмәтйәмилгә әйтергә булды. Эшкә әүәҫ, салт булғаны өсөн түгел, ҡайғылы сағы уның. Әҙерәк эшкә албырғап, һүҙгә әүрәп, күңел баҫһын, тип уйлауы. «Һыйлым шәп кеше ине. Уны онотоу – ай-һай! Ерләгәнебеҙгә байтаҡ булды, Әхмәтйәмилдең йөҙөнә һаман нур ҡунмай әле», – тип уйлап алды Миңзаман, ҡорҙашын йәлләп.

Йәш сағында гел яҙыу-һыҙыу менән шөғөлләнгән Әхмәтйәмилдең ҡара эшкә ҡулы ла килешмәне, эш мәнеһе лә белмәне. Ишек күгәне нығыттырырға ла Миңзаманға килә торғайны. Ә үҙ эшендә уны алмаштырырлыҡ кеше булмағандыр. Иҫәп-хисапҡа хайран шәп ине. Миңзаман уның ҡул аҫтында урман ҡырҡыуҙа эшләне. Тик Әхмәтйәмилде үҙ тыуған яғында оҙаҡ тотманылар – шул уҡ урман эшенә, Ҡариҙел яғына күсерҙеләр. Коммунист кеше ни, партия ҡушҡас, ни эшләһен – йорт-ерен ҡалдырып, күңеле тартмаһа ла, ете ят ерҙәргә ғаиләһен алып китте. Яңыраҡ, хаҡлы ялға сыҡҡас, ҡайтҡайнылар ҙа бит, еңгә әллә ни эшләп ҡапыл ғына донъя ҡуйҙы. Ауылдаштары өсөн ҡапыл тойолһа ла, Әхмәтйәмилдең әйтеүенә ҡарағанда, унда һаулыҡҡа мандымаған, тыуған яҡтарынан айырылыуҙы ауыр кисергән, Инйәр буйҙарын һағынған, ти. Ни эшләйһең инде – үлем сәбәпһеҙ булмай. Бер кем дә мәңгелек түгел. Тик Әхмәтйәмилгә ауыр. Был йәштә ир кешегә яңғыҙ ҡалыу – ай-һай... Хәҙер кем холҡона ярайһың да, кем генә һине үҙ итһен...

Ярар, ярҙамға саҡырайым, бүрәнәнең бер яғынан тотоп күтәрешер. Ҡайғы япраҡтары ҡойола башлағансы албырғатыр нәмә кәрәк кешегә. Унан һуң... Әхмәтйәмилде ярҙамға саҡырыуының тағы бер ғилләһе бар: кисә мүк йыйырға тауға барған саҡта бер нәмә келт итеп кенә иҫенә килеп төштө. Йәш ҡарама ҡайырынан ҡулайлап алған артмағына мүген тәҫләп һалды ла, ваҡыт самалайым тип, ҡояш байышына ҡарағайны... Ҡояш ҡып-ҡыҙыл булып тау артына байып бара. Тотош офоҡто иңләп шәфәҡ нуры ҡыйылған... Ошо күренеш Миңзамандың күңелен ҡапыл иләҫләндереп ебәрҙе. Бынан ҡырҡ йылдар самаһы элек булған хәл бөгөнгөләй күҙ алдына килде лә баҫты. Хәтер тигәнең ҡыҙыҡ та инде. Әйтерһең, ул ҡырҡ йыл арауығы бөтөнләй булмаған.

...Әхмәтйәмилдең начальник булып эшләгән йылы. Ажғырып торған күк саптарына кашауай егеп кенә килеп етә торғайны урмансылар янына... Урман ҡырҡыусылар яратты үҙен. Яҡын-тирәләге төрлө ауылдарҙан һыбай килеп ялланып эшләүсе, ҡырҡ ата балаһы тигәндәй, кешеләрҙе туплап алыуы еңел булмағандыр уға. Шуларҙы һәүетемсә тыныс ҡына эшләтә ине Әхмәтйәмил. Йомшаҡ телле булды. Ауылдашы булғанғамы, ни эшләптер, Миңзаманды яҡын итте. Бер ваҡытта ла үтенесен кире ҡаҡманы. Ярҙам иткеләп торҙо. Көн һораһа, ялын бирҙе, иртәрәк ҡайтайым тиһә, ебәрҙе. Ул заманда табырһың ундай түрәләрҙе...

Миңзаман шәфәҡ ҡыҙыллығына оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо. Бына-бына алһыу нурҙар эсенә инеп юғалған ғашиҡтар килеп сығыр ҙа, береһе бер яҡҡа, икенсеһе икенсе яҡҡа айырылышыр. Ә менгеләре артҡа ҡайырылып кешнәшерҙәр. Кешнәү тауышы тауҙарға, урмандарға ҡаҡлығып, шаңдау булып тирә-яҡҡа таралыр...

Бер көн аҙна аҙағында иртәрәк килде лә Әхмәтйәмил, эшселәрҙе ҡайтарып ебәрҙе. Миңзаманға:

– Ҡорҙаш, һин саманан артығыраҡ ҡалдырылған ағас төптәрен сапҡылап, әрҙәнә тирәләрен таҙартып сыҡ инде. Өҫтәмә түләрмен. Мин оҙаҡламам, килгәс, ауылға бергәләшеп ҡайтырбыҙ, – тип, йомош ҡушты һәм, атын туғарып, кашауайын йәшел япраҡтар менән ҡаплаштырҙы ла саптарын юрттырып китеп барҙы. Миңзаман бер юлы ҡулы тейгәндә әллә ҡасандан бирле тынғы бирмәгән ҡарағайҙы ҡарап төшәйем әле, солоҡ ҡорттар эйәләшкән, ахыры, тип, кирәмен кейеп күтәрелгәйне, күҙенә Әхмәтйәмил салынды. Елдерә генә саптарында. Уға ҡаршы икенсе һыбайлы килә. Уныһы – ҡатын кеше. Әхмәтйәмил сабып барған ерҙә ат өҫтөнән тегене эләктереп алып, үҙ атына ултыртты. «Ҡарале, сибек кенә тойолһа ла, көс тә, оһол да бар икән иреңдә! Ай-һай!» тип һоҡланып ҡарап торҙо Миңзаман. Һыбайлыһыҙ ҡалған менге Әхмәтйәмилдең айғырының янбашына башын һалып иркәләнгәндәй итте. Айғыр боролоп ҡараны ла аҙымдарын йәһәтләтте, бейә уның янбашынан башын алмай эйәрҙе. Ҡояш хәс әлеге һымаҡ ҡыҙғылт нурҙарын тирә-яҡҡа мул һирпеп, тотош офоҡто ҡыҙартып байып бара. Һыбайлылар икеһе бер булып – ат өҫтөндә, ә арттан килгән ат алдағыһынан ҡалмай йәнәш атлап, ошо шәфәҡ нурҙарына инеп юғалдылар. Хужаларының бер-береһенә йән атып атлығып тороуын менгеләре лә тойғандыр. Уларҙың тойғо ҡайнарлығы менгеләренә лә күскәндер, күрәһең.

«Кем икән был?» тип уйланы Миңзаман. Ә бер саҡ йомаҡ сиселде. Тағы ошондай уҡ осрашыуға киткәйне Әхмәтйәмил, күп тә үтмәй, кире йүгереп килде.

– Миңзаман ҡорҙаш, аттар әллә ҡайҙа киткән, – ти.

– Хәҙер, – тине лә Миңзаман үҙ менгеһенә атланып, юғалған аттарҙы эҙләргә китте. Миңзаман ҡорҙашының тәүге осрашыу урынын үҙгәрткәнен белә ине. Шул аҡланға юл алды. Яңылышманы. Аттар һәүетемсә генә шунда утлап йөрөй ине. Икенсеһе ҡола бейә булып сыҡты. Бынан ун-ун ике саҡырым алыҫлыҡтағы ауылда йәшәгән балдыҙ тейешле кешеһенеке ине бейә.

Әхмәтйәмил күсеп киткәндән һуң да, шәфәҡтәй йылылыҡ һирпеп торор һөйөү ялҡыны һымаҡ күңеленә уйылды ла ҡалды Миңзамандың. Хатта Маһыйына булған тойғоларын да шәфәҡ ҡыҙыллығы кеүек күҙ алдына килтерҙе. «Ир менән ҡатын араһындағы һөйөү ниндәй була?» – тип һораһалар: «Ихлас булһа, шәфәҡ төҫөндә», – тип яуап бирер ине ул.

Үҙ ғүмере эсендә нисә тапҡыр шәфәҡ күҙәтте Миңзаман. Күҙәткән һайын, ҡыҙғылт нурҙар ҡосағына бер бөтөн булып инеп киткән һындарҙы күҙ алдына килтереп, йыуаныс алды. Ошоларҙы иҫкә төшөрөп һөйләшеп алыу теләге лә бар ине Миңзамандың.

– Әхмәтйәмил ҡорҙаш, һин бөгөн миңә аҙыраҡ ярҙамлашып ебәрәһеңме әллә? – тип, йомошон әйткәс, Әхмәтйәмил бергилке өндәшмәй торҙо. Ҡайғы баҫҡан йөҙөнә аҙ ғына йылмайыу ишараты сығарҙы ла:

– Ҡасау тотоп, ағас сөй урыны тишмәгән ҡулым менән бура бурай аламмы һуң мин? Ул яҡҡа таһыллыҡ юҡ бит минең, ҡорҙаш, – тине.

– Уныһын беләм.

– Әләйһәң?

– Төп эшен тамамлағанмын мин. Бүрәнәнең икенсе башын күтәрешһәң, еткән. Мүк һалышырһың, – тине Миңзаман.

– Ысынлап та, файҙам тейерлек булһа, ихлас ризамын. Көн үткәрә алмай ыҙалап йөрөгәнсе, ҡайҙа ла һуң... Тик ат дағалағанда ҡойроҡ тотоп торған һымаҡ булмаһа...

– Юҡ, юҡ, ҡорҙаш. Яңғыҙым булдыра алмайым. Бәләкәй генә булһа ла бура бит. Йәш сағым булһа, ул бүрәнәләрҙе орсоҡ шайы ла күрмәҫ инем дә... Бүрәнәләре лә уҫаҡ ҡына ла бит.

– Уҫаҡтан ниндәй генә бура була һуң ул?

– Һыу теймәй, бер бешегеп алһа, уҫаҡтан да нығыраҡ ағас булмай ул. Тәнгә лә йылы.

– Һәр нәмәнең үҙ рәте бар шул. Һинең тәжрибә ҙур. Ырмауын ырмауға, еген еккә килтереп эшләйһең.

Шулайтып, Әхмәтйәмил ғүмерендә беренсе тапҡыр тигәндәй бүрәнә күтәреп, бура өҫтөнә атланып ултырып, бергәләште ҡорҙашына. Көндәр буйы әңгәмә ҡорҙолар, үткән ғүмерҙәрен иҫләнеләр, көлгән урынында көлөп, аптырар урында аптырап, йәшлектәренә ҡайттылар.

– Мин рәхмәтлемен ул һиңә, Әхмәтйәмил ҡорҙаш. Ғаиләм ишле булды, Маһыйғынам яңғыҙ донъя көттө. Шул саҡтарҙа эштән бушатып ҡайтарып ебәргән саҡтарың да, кашауайыңды биреп торғаның да, өҫтәп аҡса түләгән мәлдәрең дә булды, – тине Миңзаман.

– Һин үҙең эшкә әрһеҙ булдың бит, Миңзаман ҡорҙаш. Башҡалар бер һелтәгәндә, ике һелтәнең. Тейһә – ҡорға, теймәһә – ботаҡҡа, тип һупалап эшләмәнең. Уны бит мин күрә инем... Унан һуң, һине яҡын итеүемдең тағы бер ғилләһе бар ине, – тип, кеткелдәп кенә көлөп алды ла, көрһөнөп ҡуйҙы Әхмәтйәмил. – Зәйтүнгөлөм алдындағы гонаһымды һин генә белдең. Шуны асманың бит. Ир-егеттең йөрәгендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр, тиһәләр, һинекенә арбаһы-нийе менән һыя ине. Рәхмәт. Зәйтүнгөлөм белеп ҡалһа, бик рәнйер ине.

– Ай-һай яратыштығыҙ бит Гөлбаҙыян балдыҙ менән. Ундай һөйөүҙе ғәйбәткә өйләндереү үҙе гонаһ булыр ине, – тине лә: «Сәскәнән бал ҡорттары бал йыя, йылан ағыу табып һура», ти торғайны өләсәйем», – тип өҫтәмәксе булғайны, өндәшмәне. Шулай ҙа ни эшләптер ошо һүҙҙәр тел осона килде.

– Бигерәк сая булды шул Гөлбаҙыян да. Нисәмә тау артылып, ярһып килеп етә торғайны яныма.

– Сая ҡатындар шулай ярһып яраталыр ҙа инде ул, ҡорҙаш, – тине Миңзаман. «Гөлбаҙыян» тигән исемде телгә алыу менән, Әхмәтйәмилдең йөҙөндә лә нур балҡып ҡуйҙы. Миңзаман һирпелә һалып ҡына уға күҙ ташлап алды ла, «Ундай яратышыу ғүмергә лә онотолмайҙыр ул», тип уйланы, эстән генә йыуанып.

– Гөлбаҙыянды иҫкә төшөрөп, күңелде иләҫләндереп ебәрҙең, – тине Әхмәтйәмил, бер аҙ шымып ҡалғандан һуң.

– Әйткәндәй, ни эшләп Гөлбаҙыянды алып ҡайтып, арыу ғына итеп донъя көтмәйһең? Бағыулы, тәрбиәле лә булыр инең, – тип, һүҙҙе ялғай һалып алды Миңзаман, «Ҡалай йәтеш кенә килеп сыҡты әле һөйләшеү», тип ҡыуанып.

– Ни тиһәң дә, күңелдә төйөр йөрөй шул минең, Миңзаман. Сая, үткер, әрһеҙ ҡатындар һөйәркә булыу өсөн генә ҡулай бит ул. Ә донъя көтөү өсөн Зәйтүнгөл, һинең Маһинурың һымаҡ баҫалҡы, сабыр бисәләр һәйбәт. Ир, бала, ғаилә тип йән атып торғандары. Ҡуйыныңда ваҡытта икенсе кеше тураһында хыялланып ятҡан бисәләр менән нисек донъя көтмәк кәрәк? Ғаиләне бер бөтөн итеп тотоп тороу бисәләр иңендә. Шул төп йөк тартыусың сығынлап, тирә-яҡҡа сарпанлай башлаһын әле! Шуға мин ир өҫтөнән икенсе кеше менән йөрөгән бисәләрҙе һөйһөнөп етмәйем. Былай мин Гөлбаҙыянға рәхмәтлемен. Бер яҡтан, унан башҡаға күңел һала алманым. Икенсенән, ул мине ғаиләмә ҡайтарҙы. Зәйтүнгөлөмдөң ҡәҙерен арттырҙы.

Был хәбәр Миңзаманды шаңҡытты ла ҡуйҙы.

– Һуң һин йән атып яратҡан Гөлбаҙыяныңдың ниндәй хәлдә икәнлеген дә белмәй инеңме ни? Ағас баҫып үлтергәйне бит уның ирен. Ул бит имгәнеп ҡалған апаһы менән еҙнәһен баҡты. Балалар ҙа апаһыныҡы ине. Йәштән генә тол ҡалды бит ул...

– Гөлбаҙыянмы? – Әхмәтйәмил күтәргән бүрәнәһен төшөрөп ебәрҙе. – Гөлбаҙыян ирһеҙ инеме ни ул? – тип ҡабатлап һораны ла кеҫәләрен һәрмәштерә башланы. Тартыуҙы күптән ташланым мин, был йәштә оят бит, тигәйне. Ғәҙәте буйынса эҙләйҙер инде, тип уйланы Миңзаман. Тағы ла нығыраҡ бөршәйеп киткән ҡорҙашын йәлләп ҡуйҙы.

– Әйҙә, ҡорҙаш, бер һыуһын эшләнек. Маһыйҙың самауыры ҡайнаған, ҡоймағы майланған. Бил яҙып алайыҡ, – тине. Үҙе ҡулйыуғыс янына килде. Әхмәтйәмил дә ҡул йыуырға тотонғайны, усына алған һыуы тирә-яҡҡа сәсрәп тик торҙо. Миңзаман уның былай ҡалтыранғанын күргәне юҡ ине.

Аҫау айғыр һымаҡ йөрөгән ирҙәрҙе лә, тамағы бесәнгә туймай ҡапҡанан-ҡапҡаға элмәнләп йөрөгән һыйыр һымаҡ, әрһеҙ бисәләрҙе лә яратманы Миңзаман да. «Ни эшләп гонаһҡа баталар икән? Бер түгел ике ғаиләгә хыянат. Кешенең рәнйешен алып... Рәнйеш кешенең үҙенә ҡайтҡанын аңламайҙармы икән?» – тип аптырар ине ҡалала йәшәгән бажаһына. Бажаһы ни, асыҡтан-асыҡ йөрөнө лә ҡуйҙы ҡатыны өҫтөнән. Лифт төймәһенә баҫыуҙан башҡа эш булмағас, бер ҙә бирешмәгәйне шул. Алтмыш йәшендә лә ут сәсеп, йәш тай һымаҡ уйнаҡлап торҙо. Ә ҡатыны, Миңзамандың балдыҙы, ул ҡәйнәһен ҡараны, ул балаларын баҡты. «Донъя ҡәҙерен белеп ҡалырға кәрәк, бажай. Минең ярты йәшемде генә йәшәгән бисәләр үҙҙәре килеп аҫылына муйынға. Нисек түҙеп тормаҡ кәрәк», – тип ебәргән булыр ине. Ана, ята хәҙер уҫлаптай башы менән ҡатыны күҙенә ҡарап, тилмереп, имгәк булып. Әҙәм яфалап. Бөйөрөнән түҙмәй. Самаһыҙлыҡтың да самаһы бар шул. Ә минән йәшерәк. Әйтерһең, ғүмер бөгөнгө көн генә. Бер ҙә һөйәркәләре баҡмай бит – бисәһе ҡарай. Тегеләре... Әйтер инем инде, тел бысратҡы килмәй, бар тип тә белмәйҙәрҙер әле...

Ә Әхмәтйәмилде ғәйепләмәне Миңзаман. Ни эшләп икәнен үҙе лә аңлап етмәй. Тик бажаһы менән сағыштыра башлаһа, өләсәһенең теге һүҙҙәре иҫенә килә лә төшә. Әллә балдыҙын ныҡ йәлләүҙән микән? Әхмәтйәмилде яратыуы арҡаһында анау тиклем ҡайғыларын еңгәндер Гөлбаҙыян балдыҙы. Ҡайғылары ерҙән күктәргә ашырлыҡ булды: апаһы, еҙнәһе, ире менән дүртәүләшеп урман ҡырҡҡан саҡта, төшкөлөктө ашап ултырғанда, өҫтәренә ағас килеп ауған. Кистән быса башлаған ағас икенсеһенә һағып ауҙарылмай ҡалған да иртәгеһен быларҙы баҫҡан да ҡуйған. Ире шунда уҡ йән биргән. Апаһы менән еҙнәһе ғүмерлеккә зәғифләнеп ҡалды. Өҫтәүенә, апаһының ике балаһы. Тәрбиәләй торғас, апаһын аяҡҡа баҫтырған да, уныһы барыбер үҙ аллы донъя көтә алманы. Бергә йәшәнеләр.

Еҙнәһен дауалатырға үҙе йөрөттө Гөлбаҙыян. Егермеһе лә тулмағайны ул саҡта...

Гөлбаҙыяндың һөйөүен ҡырау һуҡҡандан һуң тағы ҡалҡып сыҡҡан сәскәләргә оҡшатты Миңзаман. Кешегә йәшәп китеү өсөн көс күп кәрәк шул. Ошондай көндәрен нурландырыу өсөн Тәңре ебәргәндер был һөйөүҙе. Әхмәтйәмилде осратҡас, ғашиҡ була ла ҡуя. Ҡалалағы бажаһы һымаҡ арбап торған ҡарашлы, мыҡты буй-һынлы бер кеше булһа, ҡайҙа ла һуң? Сибек кенә, күрер күҙгә күркәмһеҙ генә Әхмәтйәмилгә ни тип мөкиббән киткәндер? Хоҙай үҙе генә белә. Күңеле иңрәп, наҙға сарсап йөрөгән саҡтары булғандыр. Бәйелһеҙ нәфсе сарсатмағандыр Гөлбаҙыянды. Ҡайғылы-хәсрәтле ғүмерендә күңелен йылытҡан, яраларына шифа булған матур тойғо булғандыр, тип уйлап, икеһен дә аҡлай ҙа ҡуя Миңзамандың күңеле.

– Теге минең кашауайымды алып, дауаханаға илтешеп ҡуйғаның уның ире түгел инеме ни? – тип һораны Әхмәтйәмил, өндәшмәй генә сәй эсеп, бер аҙ тынысланып, асылып киткәндән һуң.

– Юҡ. Еҙнәһе ине. Хәҙер апаһы ла, еҙнәһе лә гүр эйәһе булдылар инде. Балалар ҙа үҫеп китеп бөттө. Баҙыянға ҡайтып йөрөйҙәр яҡын итеп.

– Уны ни эшләп элек үк әйтмәнең?

– Беләһеңдер тип уйлағайным.

– Беләһеңдер, тип уйлағайным... Ә мин уның хәлен белергә тейеш инемме ни, ҡорҙаш? – тине Әхмәтйәмил, тәрәндән сыҡҡан әсенеү менән. – Минең уға булған тойғоларым көндәлек тормоштан юғары ине. Ул бит менгеһендә ярһып сабып килә лә бөтөн йөҙөн балҡытып йылмайып ебәрә ине... Бөтә булмышы менән йылмая ине. Електәргә тиклем үтә ине был йылмайыуҙың йылылығы. Минең ғаиләм барын да белде, өйләнеремә лә ымһынманы... Ул яратты ғына. Уның бындай минуттарында донъяуи хәлдәр тураһында һорашыу хилаф булыр ине кеүек, һорашманым. Ышанаһыңмы, юҡмы, ҡорҙаш, бәлки, был йәштә уңайһыҙыраҡтыр ҙа... Шулай ҙа бер нәмә һөйләйем. Бәләкәй сағымда малайҙар менән күбәләк тоторға сыҡтыҡ. Малайҙар оһолло. Тиҙ генә тоталар ҙа китап араһына һалалар. Мин дә сәмләнәм сәмләнеүен, тота алмайым. Бер саҡ эләктерҙем бит. Усыма һалдым, һыңар ҡанатының осонан ғына тоттом да ҡарап торам. Ҡанаттары шул тиклем матур. Ниндәй генә биҙәк, ниндәй генә төҫ юҡ! Бәләкәй саҡта тәү мәртәбә йәйғор күргәндә хайран булғайным гүзәллеккә. Әле лә шулай. Күбәләкте ебәрҙем, китап араһына һалырға ҡулым барманы, ҡыйманым. Ошо матурлыҡ әле лә күҙ алдымда. Күңелгә һеңгән. Гөлбаҙыянға булған тойғоларым да шулай ине. Тик әле яңыраҡ хәтергә алдым да... һин кашауайымды алып тороп, дауаханаға тейәп алып барған ир кеше күҙ алдыма килде... Тәнем сымбырлап китте. Ә ул еҙнәһе булған икән... Ҡалай ҙур гонаһ алғанмын уның тураһында хилаф уйлап... Ни эшләйбеҙ, Миңзаман, бураны тамамлағас та барып урайыҡмы әллә ауылына?

– Мин ни, бик ихлас ризамын. Хәҙер ул яҡҡа бынамын тигән юл һалдылар. Оҙон арба егә лә елдерәбеҙ. Гөлбаҙыянды      яусыларға кейәү егете булып барырға бик ризамын. Маһыйҙы ла алабыҙ.

* * *

Гөлбаҙыянды бөтөн ауыл оҙатып ҡалды, һөйкөмлө, алсаҡ, һәр ваҡыт көләс йөҙлө, ярҙамсыл булғанға ауылдың бер йәме кеүек күрә торғайнылар уны. Шуға ла икенсе тарафтарға китеүенә өлкәнерәктәр бошоноп ҡалды. Уның ҡарауы, балаларға байрам булды был көн. Әхмәтйәмил уларға мул итеп кәнфиттәр, аҡсалар һипте. Шуҡ малайҙар арҡаһында ҡыҙҙарға өлөш сыҡмаҫын иҫәпкә алып, матур-матур таҫмалар ырғытты. Малайҙар, таҫмаларҙы ҡыҙыҡайҙар алһын, тип, һемәйҙеләр. Таҫмаларға тәмле кәнфиттәр төрөлгәйне.

Гөлбаҙыян арбаның артына – һыйырын, тәртәгә бынан ҡырҡ йыл элек бейәһе ҡолонлап биргән һәйбәт тоҡом күк саптарҙан ҡала килгән тайын бәйләне. Арбаға нығытып ултыртылған оло һандыҡты тотош ҡаплатып, йөндән һуғылған балаҫ йәйҙеләр. Түшәк-ҡаралты һалдылар. Әхмәтйәмил менән Гөлбаҙыянды ҡушлатып ултыртып, Маһый менән Миңзаман алданыраҡ урын алды.

Ауылды сығыу менән, Миңзаман:

– Әйҙәгеҙ, малҡайҙар! Бер йәшлектә, бер ҡартлыҡта! – тип, аттарға сыбыртҡы осо күрһәтмәксе ине, Маһыйы, сабыр ғына йылмайып:

– Ҡайҙа ҡабаланаһың ул хәтлем? Бер ҡартая белмәй ошо, дилбегә ҡулына эләкһә, дәртләнә лә китә, һыйыр ат ыңғайына сабып барһынмы! – тип, ҡартыҡайының терһәгенән тотто.

– Ай-һай, һыйырҙы иҫтән сығарып ташланылған бит! Ярай, ғүмер – ул иҫтә ҡалған мәлдәр, тигән бер аҡыллыһы. Дөрөҫ әйтәһең, Маһый. Бөгөнгө көндө үткәрергә ашыҡмайыҡ әле. Иҫтә ҡалырлыҡ булһын, шулай бит, Әхмәтйәмил ҡорҙаш, – тине, артына ҡайырылып ҡарап. Яуап биреүсе булманы. Сөкөрлөгө сығып, ниҙер һөйләп барған Гөлбаҙыянды онотолоп китеп тыңлай ине Әхмәтйәмил.

Аттар, дилбегәнең бушағанын тойоп, үҙ яйына йылдам ғына атланы. Миңзаман арбаға ҡырыныраҡ төшөп ятты ла күңелле бер көй һуҙып ебәрҙе. Бер аҙҙан шәфәҡ нурҙарына сумған ауылдары ла күренде.

Мәрйәм Бураҡаева.

Читайте нас: