Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
19 Октябрь 2021, 18:50

Башҡортостандың беренсе психологы

Вадим Сафиндың һөнәренә сикһеҙ тоғролоғона, Башҡортостанда психология ғилемен үҫтереүгә һалған тырышлығына һоҡланырға ғына ҡала.

Башҡортостандың беренсе психологы
Башҡортостандың беренсе психологы

Күренекле ғалим-психолог, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Вадим Фәтхи улы Сафин 1933 йылдың 11 апрелендә Ейәнсура районының 2-се Назар ауылында тыуған. Яңы Себенле ете йыллыҡ мәктәбен, унан һуң Желтое педучилищеһын тамамлай. Бала саҡтан уҡ үҙ аллы булыуы, яуаплылығы менән тиҫтерҙәренән айырылып тора ул.

1958 йылда Сафин Ырымбур дәүләт педагогия институтын ҡыҙыл диплом менән тамамлай. Психология уҡытыусыһы Эмиль Беркович, уҡыусыһының фекерләү һәләтен, ҡыҙыҡһыныусанлығын, психологик тикшеренеүҙәргә ылығыуын тойоп, уға ошо фән менән етди шөғөлләнергә кәңәш итә.

Вадим Сафиндың педагогик эшмәкәрлеге Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районының Октябрь урта мәктәбендә башлана. 1959-1962 йылдарҙа ул Ейәнсура районы халыҡ мәғарифы бүлегендә инспектор булып эшләй, артабан Стәрлетамаҡ педагогия институтында психологиянан уҡыта. 1966 йылда Мәскәү педагогия институты аспирантураһына уҡырға инә һәм академик Артур Петровский етәкселегендә психология буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.

1969-2014 йылдарҙа, 45 йыл дауамында, уның педагогик һәм ғилми эшмәкәрлеге Башҡорт дәүләт педагогия институты менән бәйле булды. Вадим Сафиндың һөнәренә сикһеҙ тоғролоғона, Башҡортостанда психология ғилемен үҫтереүгә һалған тырышлығына һоҡланырға ғына ҡала. Уның инициативаһы менән педагогия институтында республикала беренсе психология кафедраһы асыла һәм Сафин уның мөдире була.

Бер үк ваҡытта 1970-1988 йылдарҙа тынғыһыҙ шәхес хужалыҡ иҫәбендәге социаль-психологик лаборатория ла ойоштора һәм уны етәкләй. Ул ҙур сәнәғәт предприятиеларының заказдарын үтәй. Рәсәй юғары уҡыу йорттары араһында беренсе булып Башҡорт дәүләт педагогия институтында Юғары практик психологтар курсын асып та профессор Сафин Башҡортостанда психология фәнен үҫтереүгә тос өлөш индерә. Был курста 1988-2013 йылдарҙа дипломлы 350-нән ашыу психолог әҙерләп сығарыла. Әле улар практик психологияның төрлө йүнәлештәрендә уңышлы эшләй. 1996 йылда Вадим Фәтхи улы педагогия институтында «Психология» белгеслеге буйынса аспирантура асыуҙы хәстәрләй.

1990 йылда Вадим Сафинға профессор ғилми дәрәжәһе бирелә. Ул 8 монография һәм уҡыу ҡулланмаһы, 200-ҙән ашыу фәнни һәм ғилми-методик хеҙмәт авторы. Ғалим 20-нән ашыу фән кандидатын әҙерләгән, уларҙың етәүһе психология буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлаған.

Вадим Фәтхи улының хеҙмәттәре хаҡында һүҙ алып барғанда, уның башҡорт гимназияларында гуманитар фәндәрҙе уҡытыу концепцияһын төҙөү буйынса тынғыһыҙ эшмәкәрлегендә билдәләргә кәрәк. 1998-2000 йылдарҙа Сафин етәкселегендәге бер төркөм БДУ һәм БДПУ ғалимдары ошо концепция өҫтөндә эшләй. Ҡазан ҡалаһында үткән милли мәктәптәрҙә гуманитар фәндәрҙе уҡытыуға арналған Халыҡ-ара конференцияла был концепция бер тауыштан хуплана. Вадим Сафин, концепция идеяларына таянып, Күмертау, Сибай, Баймаҡ һәм башҡа ҡалаларҙа башҡорт гимназияларын асыу һәм уларҙы милли кадрҙар менән тәьмин итеү буйынса Мәғариф министрлығы комиссияларын етәкләне.

Сафиндың төрлө яҡлы йәмәғәт эшмәкәрлеге лә иғтибарға лайыҡ. Ул оҙаҡ йылдар СССР психологтар йәмғиәтенең Пермь ҡалаһындағы Урал бүлексәһе рәйесе урынбаҫары, Башҡортостан Мәғариф министрлығы коллегияһы ағзаһы булып эшләне. Үткән быуаттың 90-сы йылдарында Вадим Фәтхи улы, Башҡортостан суверенитеты өсөн хәрәкәттең лидерҙарының береһе булараҡ, «Урал» Башҡорт халыҡ үҙәге рәйесе урынбаҫары вазифаһын башҡарҙы. Ул байтаҡ йылдар Башҡортостан аҡһаҡалдары ҡоро рәйесе булып та эшләне.

Вадим Фәтхи улының фәнни-популяр мәҡәләләре хәҙерге тормоштоң көнүҙәк проблемаларын сағылдырыуы менән әһәмиәтле. Сафин «Башҡортостан уҡытыусыһы» (1991), «Башҡортостан ҡыҙы» (2001) журналдарының, «Башҡортостан» гәзитенең (1992) йыл лауреаты була.

Тырыш хеҙмәте өсөн абруйлы ир-уҙаманға «БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы», «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре», «Башҡортостандың мәғариф отличнигы», «Рәсәй юғары профессиональ белем биреү өлкәһенең почетлы хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемдәр бирелгән. Ул шулай уҡ В.А. Сухомлинский исемендәге миҙал менән дә бүләкләнгән.

Профессор Сафин – Америка гуманистик йүнәлештәге психологтар ассоциацияһының һәм Халыҡ-ара психологик фәндәр академияһының академигы. Ләкин иң мөһиме – ошо регалиялар артында Шәхес, Уҡытыусы тора. Ул уҡыусыларына сифатлы һәм тәрән белем биреп кенә ҡалманы, өҙлөкһөҙ һөнәри үҫешкә илһамландырып, ялған ҡиммәттәрҙән арындырып, ирекле һәм аҡыллы фекерләргә өйрәтте.

Вадим Фәтхи улы һәр ваҡыт тыуған районы уҡытыусылары менән тығыҙ бәйләнештә булды, педагогтарҙың август кәңәшмәләрендә ҡатнашты. Ейәнсура йәштәренә уҡыуҙарында ярҙам итте, улар араһынан психолог һөнәрен һайлаусылар һәм фән кандидаттары ла бар.

Яҡташыбыҙ 2021 йылдың 7 сентябрендә 89-сы йәшендә беҙҙең аранан китеп барҙы һәм Яңы Себенле ауылы зыяратында ерләнде. Ғаиләһе, туғандары һәм яҡындары, мәрхүмде хәстәрләп, һуңғы юлға оҙатыусыларға оло рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ошо көндәрҙә уның вафатына 40 көн була. Тыныс йоҡла, ил ағаһы!

17 октябрҙә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты В.Ф. Сафиндың яҡты иҫтәлегенә арналған фәнни-ғәмәли конференция үткәрҙе. Унда 2005-2018 йылдарҙа университет ректоры, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитеты рәйесе Р.М. Әсәҙуллин, фән докторҙары, профессорҙар Р.М. Фәтихова, Л.А. Әмирова, Г.Р. Шафиҡова, башҡа күп ғалимдар сығыш яһаны. Вадим Фәтхи улының практик психологияның төрлө йүнәлештәрендә уңышлы эшләгән уҡыусыларының сығыштары ла ҙур иғтибар менән тыңланды.

Конференция бик йылы ижади мөхиттә үтте. Уның йомғаҡтары буйынса мәҡәләләр йыйынтығы сығарырға һәм конференцияны йыл һайын үткәрергә ҡарар ителде.

Вадим Фәтхи улы Сафин – Ғалим һәм абруйлы Уҡытыусы, юғары кимәлдәге профессионал, көслө рухлы шәхес ине. Тормошто бөтә сағылыштарында яратҡан ошондай кешеләр арабыҙҙа күберәк булһын ине.

Юлай Солтанбаев.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: