Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт/Общество
25 Октябрь 2021, 21:45

Авокадо менән тултырылған кальмар (хикәйә)

– Нимә мыш-мыш танау тартаһың баянан бирле, йоҡо маҙаһы бирмәй, – Тимерйән йоҡо аралаш мыжый-мыжый юрғанды үҙенәрәк тартты. – Шул тиклем ниндәй хәсрәтең барҙыр... – Авокадо ашағым килә... һыңҡ... – Нимә? Аҡылдан яҙа башланың мәллә? Тағы нимә етмәй? – Тағы... тултырылған кальмар ашағым килә-ә-ә...

Авокадо менән тултырылған кальмар (хикәйә)
Авокадо менән тултырылған кальмар (хикәйә)

«Ҡырҡты уҙған, буяуы уңалған...» Айзада көҙгөнән үҙенең сал төшкән сикә сәстәрен, күҙ төбөнә ятҡан ваҡ һырҙарҙы, һалбыраңҡыраған эйәген күреп, моңһоу ғына әйтеп ҡуйҙы. Шулай итеп һиҙҙермәйенсә генә етә икән ул ҡартлыҡ. Донъя, мал, ир, бала, эш, тип йүгерәһең-йүгерәһең дә... Ниндәйҙер әйләнеп сығып булмаҫ ҡуласа. Өй һалаһың, уныһының осо-ҡырыйы юҡ, өйөргә лә өйөргә... Бала таптым, тиһәң, уныһының үҫкәне һайын бәләһе ҙурая... Ир тигәне тағы, башҡа сир... Мөхәббәт тип, күҙең тоноп кейәүгә сығаһың да, бер көн ҡараһаң – яныңда ҡорһаҡлы, ялтас, йыйырсыҡ баҫҡан бер ят ҡарт тора...

Былтыр өләсәй булғас та был тиклем күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәгәйне әле. Ҡыҙының һаулығын ҡайғыртыу, бәпесте ҡаршылау-ҡарау мәшәҡәттәре менән уйланмаған. Ейәнсәренең тәмле еҫен ҡомһоҙланып еҫкәй-еҫкәй яратып туя алмай бер булды. Үҙенең балаларының нисек үҫкәнен дә күрмәгән Тимерйәне лә, олатай булғас, үҙгәреп китте. «Ҡулым килешмәй» тип һылтаулап, үҙенекеләргә йоғоноп та ҡарамағанды, был бәпесте ҡулынан төшөрмәй тигәндәй йөрөттө. Ялҡырмы тиһәң, оҙағыраҡ илау тауышы сыҡмаһа, «бәпес ҡайҙа» тип бер була. Кейәү балаҡай ҙа баласыл ғына күренә. Кәрәк икән, аҫтын да алыштыра, йыуындырырға ла ҡурҡмай тотона. Шуны күреп аптырағайны Айзада. Яңы быуын атайҙар икенсе була микән әллә, тип аптырағайны. Ул белгән ғаиләләрҙең береһендә лә бала ҡарашҡан ирҙәр булманы. Айзаданыҡы, ярай инде, көнө-төнө эштә булды, ял көндәре ихатала ул-был итте.

Ана, Әсмә әхирәтенеке ни, көндәр буйы урамсылап йөрөр ине, кеше эшен бөтөрөп, төнгөлөккә «ләх» иҫереп ҡайтып килә, йә килтереп ташлайҙар. Тегеһе ни, бахыр, йәш бала менән йоҡо ла күрмәй, ни өйҙә эш тота алмай, иҫерек ирҙе һөйрәп керетеп ятҡыра, бысрағын йыуа. Бахмурҙан ауырый башлаһа, сабый бала ҡарауҙан былайыраҡ йонсоп, уны ҡарай. Шунда ла әле, йылы һүҙе юҡ ир тигәндәренең, әхирәтенән йөй табып, аҡырына-баҡырына, ҡул күтәреп маташа. Ә бисә кешегә ни, һаман шул донъя тип йәбешеп ятҡан була инде. Аранда малың торһон баҡырып – ашатырға-эсерергә, аҫтын ташларға кәрәк. Өйөңдө йылытам тип, йәш утынды бысҡылдатып, төтөнөнә сәсәй-сәсәй мейесеңде яғырға кәрәк... Кереңдең таҙалығын, ашыңдың тоҙон тикшереп, зәһәрен сәсергә ажғырып торған ҡәйнәң бар... Шуға иртәрәк ҡартайғандыр инде Әсмә әхирәте. Төҫкә генә түгел, уның климакс тигән нәмәһе лә иртә башланды. «Абортҡа йөрөү мәшәҡәтенән ҡотолдом», тип һөйөндө генә үҙе.

Хәҙер бына Айзадаға ла сират етте әбей булырға, абау. «Ырыуҙан ҡалған» тигән һүҙе генә ни тора. Илағыһы килеп китте, һуңғы осор шулай топтойоҡтан кәйефе ҡырылып, балауыҙ һығырға ғына тора. Юҡҡа-барға йәне көйөп, ене ҡуба башлай. Шулай ҙа әбейгә әйләнеү процесы сағыштырмаса еңел үтәсе. Башы әйләнеп, быуынһыҙланып, хәле бөтөп китә тоҡтомалдан, йә ҡапыл күңеле болғанып, уҡшытып ебәрә. Түҙәһең инде, тәбиғәт ҡушҡас. Был донъялағы һәр йән эйәһенең яралыу, үҫеү, сәскә атыу ваҡыты булған кеүек, ҡыуарыу, ҡартайыу мәле лә бар бит. Тыумаҡтан ҡалмағас... Тәүбә, әле генә гүргә керергә булмаһын инде ул! Малайҙы өйләндерәһе бар, башҡа сығараһы. Ҡыҙҙы ла, кейәүгә бирҙең дә – ҡотолдоң түгел, һүҙ ярҙамы ла, мал ярҙамы ла байтаҡ ваҡыт кәрәк буласаҡ үҙҙәренә. Уйлай китһәң, Тимерйәне менән дә йәшәп кенә лә ҡарамағандар әле! Донъя малы артынан ҡыуыуҙан бушап, бер-береһе менән серләшеп ултырырға ла форсат тапмайҙар. Ҡайҙа ти ул, ҡайһы берәүҙәр һымаҡ етәкләшеп кенә диңгеҙ буйҙарын ҡыҙырыу, ҡосаҡлашып талғын көйгә бейеүҙәр, хистәр тулҡынында онотолоп бәүелеүҙәрҙәр... Шулай уҡ ашмаҫ хыял ғына булып ҡалыр микән ни быларҙың барыһы ла? Әстәғәфирулла, ун йылдан һуң пенсия аҡсаһы һанап, бер кешегә лә кәрәкмәйенсә, дүрт стенаңдың дүрт мөйөшөнә текләп ултырырғамы ни? Кейәүгә сыҡҡанынан бирле 25 йыл үткәнде тоймағанды, ул ун йыл ни, керпек ҡаҡҡансы ла үтеп китә инде... Уф, йөрәккәйе... Ниндәй үкенестәр генә тулы донъя был?

– Әҙерәк диета тотоп алһаңсы, әсәй, бынау күлдәгең былтыр һәләк килешә ине үҙеңә, әле әллә ҡалай тора – билең бөткән...

– Аһ-аһ...Ҡәҙерлегә генә кейгән күлдәгемде... Әллә нимә лә ашап ултырмайым инде, ғүмер буйы ашаған ит тә бәрәңге...

– Үҫә торған йәш организм ғына бөтөн нимәне эшкәртә ул, ә һиңә хәҙер үҙеңде уйларға ваҡыт. Ауыр ризыҡ ашама, күберәк салат-малат ҡап, емеш-фәләнде...

Ҡыйын Айзадаға ошондай һүҙҙәрҙе тыңлауы. «Ҡарсыҡ», «әбей», «ҡортҡа» тип ҡолаҡ төбөндә тылҡып торалар һымаҡ. Шул тиклем күңеленә ауыр, әйтеп бөтөргөһөҙ. Йөрәге һыҙлауын баҫыр өсөн шулай килеп сығамы – берәй нәмә сәйнәгеһе, ҡапҡылағыһы ғына килеп тора шул, ҡарышҡан кеүек. Яңыраҡ телевизорҙан һөйләгәйнеләр «стресс» тип. Ашау менән баҫырып ҡуйыу зыянлы, тиҙәр, һүҙен дә уйлап сығаралар. Донъяның фанилығын, бер ниҙе лә ҡайтарып булмауын, ғүмереңдең заяға уҙыуын йөрәгең менән аңлап, йәнеңде үкенес ҡорто кимереүен һыйҙырып буламы ни шул һүҙгә...

«Әллә нишләп әсем йыш-йыш ауыртып ала, ауыр, аҫҡа тарта», тип фельдшер ҡыҙға барырға мәжбүр булды бер көн. Түҙеп, үткәреп йөрөнө инде һыҙланыуҙарын. Унда ла бармаҫ ине, ҡатын-ҡыҙҙар онкологияһы тураһында тапшырыу тыңланы, һуңғы йылдар бигерәк ныҡ таралған икән был сир. Билдәләрен тыңлап ултырҙы ла, йөрәге жыу итеп ҡалды. Барсы, Айзадала ла барсы бындай билдәләр... Түштәре лә, төйөрмө ни, ҡатты лаһа...

Фельдшер ҙа йыуатырлыҡ һүҙ әйтә алманы:

– Төҫөгөҙ ҡасҡан шул, апай, районға барып күренегеҙ, – тип ҡушты.

Ундағы табип иһә Айзаданы әйләндереп-тулғандырып ҡарап, һораштырып ултырҙы ла, «Ошо хәлгә еткәнсе нимәләрен ҡарап йөрөй икән ошо ауыл бисәләре», тип әрләй-әрләй, башҡалаға йүнәлтмә яҙҙы.

– Маткаңды таба алманым апай, һуңғы бала тапҡанығыҙҙа бер-бер хәл булғайнымы әллә?

– Белмәйемсе, әйтмәнеләр... Наркоз аҫтында инем бит, кесарево эшләнеләр..

– Ҡыҫҡаһы шул, апай, кисекмәҫтән Өфөгә, онкоцентрға барығыҙ. Опухоль ҙур, һуң булмаҫ борон, бәлки, операция менән ҡотолоп булырлыҡтыр...

Район үҙәгенән ҡайтҡансы буҫығып бөттө Айзада. Нимә ҡылырға, ҡайҙа барып бәрелергә белмәне. Эй -й-й, нимә тип кенә «донъя көтәм» тип йәбешеп ятҡан була икән кеше! Йыйған ниғмәттәренең ҡәҙерен белеп, тиңе менән сөкөрҙәшеп кенә йәшәй башлар саҡта, ошолай итеп, ҡараңғы гүрҙәргә кереп ятылыр микән ни? Балаларын ныҡлап аяҡҡа баҫтырманы, ейән-ейәнсәрҙәр бәпләп тә ултыра алманы. Тимерйәне кем ҡулына ҡалыр ҙа, бөртөкләп кенә йыйған донъяларын кем оятһыҙының аяғы тапар?.. Ошо ғүмер йәшәп, ниндәй рәхәт күрҙе әле Айзада? Бараһы ерҙәренә барманы, күрәһе ерҙәрен күрмәне... Асыу килтереп, телевизоры ла ымһындырып, әллә нимәләр күрһәтә лә тора. Ауыҙ һыуы ҡоротоп һөйләнеләр ҙә, хәҙер уның ҡолаҡ ишетмәгән, күҙ күрмәгән ризыҡ ашағыһы килеп китте. Бөткән баш – бөткән, күпме генә ғүмер ҡалғандыр, шул быҡтырылған авокадо менән тултырылған кальмар ашап ҡарарға ине. Исмаһам, бер үкенесе кәм булыр ине...

– Нимә мыш-мыш танау тартаһың баянан бирле, йоҡо маҙаһы бирмәй, – Тимерйән йоҡо аралаш мыжый-мыжый юрғанды үҙенәрәк тартты. – Шул тиклем ниндәй хәсрәтең барҙыр...

– Авокадо ашағым килә... һыңҡ...

– Нимә? Аҡылдан яҙа башланың мәллә? Тағы нимә етмәй?

– Тағы... тултырылған кальмар ашағым килә-ә-ә...

Ҡапыл йоҡоһо осҡан ир тороп уҡ ултырҙы:

– Һин нимә, ауырый башланың мәллә?..

Күңеле тулған ҡатындың һүҙ быуаһы йырылып китте, ҡасандан бирле һаҡлаған эс серен илай-илай иренә түкте лә ҡуйҙы.

– Мда-а-а...- Байтаҡ уйланып ятҡас ҡына һүҙ башланы Тимерйән. – Хәлдәр былай булғас, малдың байтағын тотонорға булыр. Малайға туйға тигән аҡса ла байтаҡ йыйылғандыр әле.

– Ҡуй, йәшәйһе кешегә кәрәк булыр...

– Ниндәй кешегә? Нимә өсөн йыйған беҙ ул донъяны, кәрәк саҡта изгелеген күрмәгәс? Һин нимә, мине ташлап ҡасырға уйлап тораңмы? Ваҡытынан алда үҙеңә йыназа уҡып ултырма, йәнде көйҙөрөп! Хәҙер медицина көслө, әллә нимәңде лә дауалай. Иртәгә үк Өфөгә сығып китәбеҙ, Алла бирһә... Аҡса бик етмәҫтәй булһа, аҡсарлағымды ла «осорорға» тура килер...

Иренең һуңғы һүҙҙәренән Айзаданың күңелендә аңлатып булмаҫлыҡ наҙ уянды. «Аҡсарлағым» тип машинаһын әйтә Тимерйәне, «өф» итеп кенә тотҡан тәтәйе. Шул хәтлем ҡәҙерләгән нәмәһен тотонорға ла йәлләмәгәс, ярата булып сыға бит ул Айзаданы. Теле менән генә әйтмәй. Әйтһә лә ярар ине, үҙеңдең һөйөклө икәнеңде белге, наҙлы һүҙҙәр тыңлағы килә лә инде... Аңламай шул ирҙәр шуны, аңламай. Әйтһендәр ине ул, үкенескә ҡалғансы. Яратышып йәшәр өсөн генә бирелгән икән бит был донъя, был ғүмер... Юҡ-бар борсолоуҙар, әрләш-тартыштар өсөн түгел. Ғүмер ахырында йыйған мал түгел, ә бөтөнләй башҡа үкенестәр иҫкә төшә икән.

Ҡыҙына – һеңле, улына ҡусты табып бирә алманы шул Айзада. Иң ҙур үкенесе шулдыр. Бала таба, баға торған ғына сағы бигерәк ауыр заманға тура килде шул. «Перестройка»нан һуңғы ҡыйралыш йылдар. Бала әйбере алтын дәрәжәһендә. Тотонолған йүргәк-ыштанды ла ҡәҙерләп кенә бер-береһенә аманат итеп тапшыра торғайны йәш әсәйҙәр. Колготки-фәлән тапһаң, оло шатлыҡ, пальто-итек алһаң, лотореяға миллион отҡандан былай бәхет. Ҡайҙа ти ул памперс-фәлән? Әле, ана, ейәнсәренең ниндәй генә кейем-тәтәйҙәре юҡ! Айзаданың йәш сағында булһамы ошо муллыҡ! Тимерйән кеүек аҫыл ирҙән табыр ине тағы бер-икене... Шау үкенес кенә был донъя, исмаһам, алда әҙерәк ғүмер булһасы...

– Нимә тағы балауыҙ һығаһың, һөйләштек бит инде, йырып сығырбыҙ бергә!

– Авокадо-о-о...

– Уф! Килоһы менән алып бирермен иртәгә, тым түлке!..

Тыштан үҙен ышаныслы, тыныс тотһа ла, ныҡ борсолғаны, уйланғаны тойола Тимерйәндең. Табипҡа сират еткәнен көтөп ултырғанда ла иренең тәненең еңелсә ҡалтырауын тоя. Бөтөп барғанда ризыҡ та тәмлерәк кеүек. Ғүмер аҙағында ғына йәшәүҙәренә йәм керҙе. Элек ғәҙәти тойолған һәр нәмәне әле мөғжизә итеп ҡабул итә башланысы Айзада. «Ҡартайған инде, элекке саҡтары түгел», тип мөрхәтһенмәгән ирендә икенсе сифаттар күрҙе. Маңлайындағы һәр йыйырсығы, һәр сал сәсе, һәр күҙәнәге күңелгә яҡын икән дәһә ғүмер иткән кешеңдең. Тәненең йылыһы, тынының ипкене лә – йөрәккә ял. Йәшәргә ине ошолай, бер-береһен ҡәҙерләп, күреп туймай, тағы бер-нисә йыл! Нишләп аңламағандыр шуларҙы бығаса? Йәшәү үҙе бер мөғжизә икән бит, баҡтиһәң!

Ҡатынын бер секудҡа ла ҡалдырмаҫҡа тырышҡан ир табип бүлмәһенә лә эйәреп керҙе. Тегеләр ҙә аңлап тора, бороп сығармайҙар. Һуңғы өмөттәрҙе ҡырып һалған диагнозды тыңлағанда эргәңдә яҡын кешең булһа, арыу инде. Күңел бит ул, кешенең иң нескә ҡылы. Ауырлыҡтарҙы күтәрешер ышаныслы кешең булһа, шарт өҙөлмәҫ, йәшәүгә сат йәбешерлек изем булыр...

– Папаша, һеҙгә нисә йәш? – Әллә ниндәй ҡорамалдар менән Айзаданың ҡабарған эсен тикшергән табип көтөлмәгән һорау биреп, көсөргәнеште йомшартырға булды, буғай.

– Ҡырҡ туғыҙ, өс айҙан илле тула.

– Юбилей, тимәк. Ҡатынығыҙҙан ниндәй бүләк көтәһегеҙ?

– Үҙе тере булһа, шул еткән миңә. Башҡа бер ни ҙә кәрәкмәй.

– Килеп сыҡмаясаҡ шул, папаша.

Тимерйәндең йөрәге туҡтай яҙҙы, Айзаданың йөҙө ҡағыҙҙай ағарҙы.

– Шулай аҙ ҡалғанмы?

– Аҙ ҡалған шул! Һеҙҙең юбилейығыҙға самай ғына булалыр. Теләһәгеҙ ҙә бүләкһеҙ ҡалмаясаҡһығыҙ, папаша. Улығыҙ бар, ҡыҙығыҙ бар...

– Эйе, бар, улым Булат, ҡыҙым Айзирәк... Өйҙә ҡалдылар, өмөтлө хәбәр алып ҡайтыуыбыҙҙы көтөп...

– Нисек, өйҙә? Һуң бында бит улар! – Табип бер компьютер экранына, бер Айзаданың эсенә ымлап торҙо ла, барыһын да аңлап, көлөп ебәрҙе. – Һеҙ нимә, аңламанығыҙмы ни? Опухолегеҙ ысынлап һуш киткес ҙур! Етмәһә, ҡулдары ла бар, аяҡтары ла... Быныһы – ҡыҙыҡай, бынауһы – малай!

...Алтын юбилейға, саҡырмаһалар ҙа, күстәнәсен-бүләген ҡыҫтырған туған-тыумаса барыбер йыйылды. Береһе – ҡыҙыл, икенсеһе зәңгәр таҫма менән бәйләнгән ике төргәк шатлыҡлы шау-геү аҫтында ҡулдан-ҡулға китте.

– Тимерйән, кем тип ҡуштығыҙ?

Кемдеңдер биргән һорауына бәхетенән ауыҙын йыйып ала алмаған өй хужаһы:

– Береһе Авокадо инде, икенсеһе – Кальмар, – тип яуапланы. Шарҡылдап көлгән тауыштар баҫылғас ҡына, яуабын төҙәтеп ҡабатланы. – Быныһы – Айбәк, тегенеһе – Алтынай. Минең Айымдың алтындан былай ҡиммәтле бүләктәре!

– Еңгәй, әле лә ашағың киләме тултырылған кальмар?

– Килә, килмәй ни... Бына бит – тултырылған ҡамырҙың ниндәйе генә юҡ! Ул бәрәңге тултырылғаны, ул кәбеҫтәлеһе... Бына балан тултырылғаны, бына еләклеһе, – хужабикә, ҡәнәғәт йылмайып, бәлеш-пирогтарҙың төрлөһөнә күрһәтте.

Өй хужаларының бәхет тулы табынын уратып йыр һуҙылды:

Алтын ғына микән, һай, был донъя,

Көмөш кенә микән был донъя.

Ҡәҙерҙәрен белеп көн иткәнгә

Шау сәхрә лә микән был донъя...

Рәйлә Сабитова.

Читайте нас: