

Телефон терроризмы – әҙерләнгән теракт йәки енәйәт тураһында алдап хәбәр ебәреү. Ул “ашығыс ярҙам”, янғын һүндереү хеҙмәттәрен алдап саҡыртыу менән оҡшаш, тик был термин йәмәғәт урындарына шартлатҡыс һалыныуы хаҡындағы ялған хәбәргә ҡулланыла. Илдә терроризмға бәйле хәл-тороштоң тотороҡһоҙ булыуы хоҡуҡ һаҡлау органдарынан һәм махсус хеҙмәттәрҙән дежур пультҡа килгән бындай шылтыратыуҙарға, хатта трубкала бала тауышы булған осраҡта ла, тиҙ арала тәьҫир итеүҙе талап итә. Факттарҙы тикшереү күп ваҡыт һәм матди сығымдар талап итә.Теракт күҙалланған урынға полиция, ҡотҡарыусылар, кинологтар, янғын хеҙмәте, тәфтишселәр һәм башҡа махсус хеҙмәттәр бара. Һәр бындай операция дәүләттән ҙур сығымдар талап итә һәм был сумма “шаяртыусы”ның ата-әсәһенең елкәһенә һалына.
Террор акты тураһындағы ялған шылтыратыу өсөн Рәсәй Федерацияһы Енәйәт Кодексының 207-се статьяһына ярашлы, енәйәт яуаплылығы ҡаралған. Бындай шылтыратыуҙар күп осраҡта уҡыусыларҙан булыуын иҫәпкә алып, енәйәт мәленә 14 йәше тулғандар өсөн дә әйтеп үтелгән статья буйынса яуаплылыҡ ҡаралған. Уҡыусының йәшенә ҡарамаҫтан, уның ата-әсәһенә шылтыратыуҙы (янауҙы) тикшереүҙәр буйынса махсус сараларҙы ойоштороп үткәреүгә бәйле матди сығымдар өсөн яуаплылыҡ һалына. Әйткәндәй, заманса техник саралар анонимды тауыш спектры буйынса “таный”.
Рәсәй Федерацияһының Енәйәт кодексынды бындай “шаяртыу” өсөн етди яза:
Шулай итеп, тәү ҡарашҡа зыянһыҙ ғына күренгән был “шаяртыу” менән хоҡуҡ төҙәтеү учреждениеһына, хатта колонияға эләгергә була.
Террористик йүнәлештәге хоҡуҡ боҙоу йәки енәйәт асыҡланғанда, үҙегеҙ физик йәки мораль енәйәти баҫымға эләккәндә, башҡалар менән шундай мөнәсәбәттең шаһиты булһағыҙ, һеҙҙең адресҡа теоористик йәки экстремистик характерҙағы эштәр башҡарарға тәҡдим яһалғанда тиҙ арала 02 йәки мобиль операторҙарҙан 112 телефонына шылтыратырға кәрәк.