Йәмғиәт Общество
4 Ноября 2021, 07:41

Халыҡ иҫәбен алыу нимәгә кәрәк ул?

Халыҡ иҫәбен алыу нимәгә кәрәк ул? Һорау урынлы һәм уны һәр кем дә үҙенә биреп ҡарағандыр… Бөтә мәғлүмәттәр бит электрон алғыстарҙа күптән бар, шуларҙы барлап ҡына ла булыр ине кеүек. Юҡ… юҡ сөнки, халыҡ иҫәбен алыуҙың маҡсаты башҡараҡ, күпкә глобаль тип әйткәндә лә була. Илдә кемдәр йәшәй һәм нисек йәшәй, уларҙың йәшәү шарттары ниндәй, ниндәй белеме бар, нисә тел белә, милләте, ғаилә хәле, йәшәү шарттары – ана шулар мөһим. #иҫәптәләһандалабулайыҡ #перепись #ВПН2020 #переписьнаселения #ВПН2020Башкортостан #ВПНЗианчуринскийрайон

Добавить в предпочтительные источники Google
Халыҡ иҫәбен алыу нимәгә кәрәк ул?Халыҡ иҫәбен алыу нимәгә кәрәк ул?
Халыҡ иҫәбен алыу нимәгә кәрәк ул?

Халыҡ иҫәбен алыу нимәгә кәрәк ул? Һорау урынлы һәм уны һәр кем дә үҙенә биреп ҡарағандыр… Бөтә мәғлүмәттәр бит электрон алғыстарҙа күптән бар, шуларҙы барлап ҡына ла булыр ине кеүек. Юҡ… юҡ сөнки, халыҡ иҫәбен алыуҙың маҡсаты башҡараҡ, күпкә глобаль тип әйткәндә лә була. Илдә кемдәр йәшәй һәм нисек йәшәй, уларҙың йәшәү шарттары ниндәй, ниндәй белеме бар, нисә тел белә, милләте, ғаилә хәле, йәшәү шарттары – ана шулар мөһим.

Халыҡтың йәш составы пенсияға сығыусы кешеләр һанын билдәләү өсөн кәрәк. Был яҡындағы йылдарға Пенсия фонды бюджетын планлаштырырға, социаль сығымдарҙы иҫәпкә алырға ярҙам итәсәк. Иң мөһиме – пенсионерҙарыбыҙға лайыҡлы тормош кимәле тәьмин итергә.

Ҡужанаҡ ауылы Ейәнсура районының ғына түгел, тотош Башҡортостандың да иң көньяҡ, иң алыҫ ауылы. Өстән бер өлөшөн пенсия йәшендәгеләр тәшкил иткән был ауыл өсөн фельдшер-акушерлыҡ пункты, халыҡты хеҙмәтләндерер медицина хеҙмәткәре булыуы уғата көнүҙәк. Һәм, халыҡты ҡыуандырып, 2019 йылда өр-яңы модулле ФАП асылды.

Табиптарҙың аҡ халатындай ап-аҡ булып, әллә ҡайҙан иғтибарҙы үҙенә тартып ултырған һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы эстән дә бик күркәм. Ул барлыҡ талаптарға яуап бирерлек итеп төҙөлгән, йыһазландырылған. Сисенеү, ҡабул итеү, процедуралар эшләү, хужалыҡ әйберҙәрен һаҡлау өсөн бүлмәләр айырым. Сабыйҙар һәм ҡатын-ҡыҙҙар сәләмәтлеген тикшереү өсөн дә мөйөштәр булдырылған. Фельдшерға сират көтөп ултырыу өсөн кушеткалар ҡуйылған. Коридор яҡты һәм иркен. Сәләмәтлек мөмкинлеге сикләнгәндәр өсөн пандус ҡуйылған, ишектәр коляска үтерлек – киң. Ҡужанаҡта әлегә ваҡытта фельдшер Карина Бабмөхәмәтова эшләй. Йәш белгескә уңыштар теләйбеҙ!

 

Автор:Айгул Клысбаева