Элекке хеҙмәттәшебеҙ, хаҡлы ялға сыҡҡансы күп йылдар “Ейәнсура таңдары” гәзитенең алмаштырғыһыҙ корректоры булып эшләгән Гөлнур Нуретдин ҡыҙы Зарипованың вафат булыуы сәбәпле, тормош иптәше Шаһибал Фәтих улының, балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең һәм туғандарының, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Изге күңелле, һәр саҡ яҡты йөҙлө, ярҙамсыл кеше, үҙ эшенә яуаплы ҡараған, тырыш хеҙмәткәр булған Гөлнур Нуретдин ҡыҙы хаҡында яҡты иҫтәлек күңелдәребеҙҙә оҙаҡ йылдар һаҡланыр.