Йәмғиәт Общество
10 Ноября 2021, 03:45

Көслө рухлы һәм ҡыйыу кешеләр эше

МР хакимиәте башлығы Д.Юланов полиция хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы

Добавить в предпочтительные источники Google
Көслө рухлы һәм ҡыйыу кешеләр эшеКөслө рухлы һәм ҡыйыу кешеләр эше
Көслө рухлы һәм ҡыйыу кешеләр эше

Хөрмәтле эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары! Һөнәри байрамығыҙ менән ысын күңелдән ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Һеҙ, төрлө ваҡиғаларҙың үҙәгендә булып, көн-төн тимәй, халыҡтың тыныслығын һәм хәүефһеҙлеген һаҡлайһығыҙ. Бер генә күмәк сара ла һеҙҙең ҡатнашлыҡтан тыш үтмәй. Һеҙ енәйәттәрҙе тикшерәһегеҙ, район буйынса патрулдә йөрөйһөгөҙ, халыҡ араһында аңлатыу эше алып бараһығыҙ. Полицияла хеҙмәт итеү – граждандарҙың тыныслығы өсөн үҙенең һаулығын һәм ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйырға әҙер булған көслө рухлы, ҡыйыу һәм түҙемле кешеләрҙең эше ул.

Намыҫлы хеҙмәтегеҙ һәм үҙ эшегеҙгә тоғро ҡалыуығыҙ өсөн рәхмәт һүҙҙәрен ҡабул итегеҙ. Эске эштәр органдары ветерандарына – юғары әхлаҡи сынығыуға эйә булған һәм үҙ  ғүмерен ошо ябай булмаған һөнәргә арнаған кешеләргә айырым рәхмәт һүҙҙәрен юллайым.

Барығыҙға ла изгелек, ғаилә именлеге, ныҡлы һаулыҡ һәм хеҙмәтегеҙҙә уңыштар теләйем!

Д. Юланов, МР хакимиәте башлығы.