Йәмғиәт Общество
12 Ноября 2021, 06:50

Һалым түләргә онотмағыҙ!

Йортоғоҙ, ерегеҙ, автомобилегеҙ өсөн һалым түләргә кәрәклеген беләһегеҙҙер?! 1 декабргәсә түләп ҡуйығыҙ, юҡһа, пеня өҫтәләсәк.

Добавить в предпочтительные источники Google

Кемдәргәлер һалым уведомлениелары килгән, кемдәргәлер – юҡ. Килмәһә, был һалымды түләмәҫкә икән, тип уйлап ҡуймағыҙ. Үҙегеҙ хәстәрләп барып алығыҙ. МФЦ-ла 15 минутта эшләп бирергә тейештәр.

Интернетҡа инеү мөмкинлеге булһа, шәхси кабинет аша мөрәжәғәт итергә мөмкин. Шунда уҡ түләргә лә була. Пеня 2 декабрҙән һанала башлаясаҡ.

Автор:Айгул Клысбаева