+13 °С
Ясно
"Ейәнсура таңдары" гәзите коллективы Һеҙҙе ысын күңелдән иң яҡты һәм изге байрамдарҙың береһе – Әсәйҙәр көнө менән тәбрик итә!
Бөгөн матур байрам көнөндә Һеҙгә оло ихтирамыбыҙҙы белдерәбеҙ, сикһеҙ һөйөүегеҙ, сабырлығығыҙ һәм тормош аҡылығыҙ өсөн рәхмәттәр әйтәбеҙ.
Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡлы көндәр, аҡ бәхеттәр һәм ғаилә именлеге теләйбеҙ!
Балаларығыҙ һеҙҙе уңыштары һәм ҡаҙаныштары менән ҡыуандырып торһон!