Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
4 Декабрь 2021, 21:45

Өләсәйем хикәйәте

Фани донъяла туҡһан йыл йәшәп, кеше ғүмеренең барлыҡ хәсрәт-михнәттәрен, ҡыуаныс-бәхеттәрен татыған ул! Беҙҙең өсөн әкиәт кеүек булып тойолған бер хикәйәттә генә лә күпме селпәрәмә килгән яҙмыштар, ҡыйрылған өмөттәр, һыҙланыу-көйөнөүҙәр, юғалтыу-табышыуҙар...

Өләсәйем хикәйәте
Өләсәйем хикәйәте

Һис тик ултырыуҙы белмәгән, йәшлегендә кисергән ауыр эштәрҙәнме, әллә билен биртендереүҙәнме яртылаш бөкөрәйеп ҡалған өләсәйемдең, туҡһанынсы тиҫтәһен ҡыуғанда ла һылыулығын юғалтмаған асыҡ сырайы, мөләйем күҙ ҡараштары күҙ алдымдан китмәй. Берәй ярҙамға мохтаж булһам, йә ныҡ асыуым килһә, башынан төшөрмәҫ ап-аҡ яулығын елберләткән өләсәйемдең теп-тере һыны килеп баҫа. Әйтерһең, мине айыҡ аҡыллы, һалҡын ҡанлы булырға саҡыра, һаман булһа ҡурсый, яңылыш аҙым яһауҙан аралай. Ҡаты ауырып, дауахананың реанимация бүлегендә йәнтәслим ятҡанымда ла өләсәйем килде яныма.

– Сабыр итә күр, түҙ инде, балаҡайым! Һин күрәсәкте башҡа күрмәҫ, был ауырлыҡтарын да онотолор, аслан сабыр булырға тырыш. Мин эргәңдәмен бит, ҡолонсағым, – өләсәйемдең әллә ҡайҙан ишетелгән ошо һүҙҙәренә аптырап, уға төбәләм:

– Өләсәй, һин килдеңме ни? Һин күптән гүр эйәһе инең дә... Үҙең һөйләшмәйһең дә шикелле, ә тауышың ҡайҙан ишетелә ул?

– Ай, балаҡайым, кешенең йәне үлә тиме ни ул – беҙ бит һәр саҡ һеҙҙең янда. Йәнең алҡымыңа килеп, үтә лә ҡыҫталанғанынды тойоп килдем, түҙмәнем, күҙ нурҡайым. Әҙ булһа ла хәлеңде еңеләйткем килә. Беҙҙең янға килергә ашыҡма. Фани донъяға изгелек таратыр өсөн яралған өлөшлө бала бит һин. Йәшәр йылдарың, күрер шатлыҡ-ҡыуаныстарың алда әле, кешеләргә өләшер монаятың бар...

– Өләсәй... өләсәй! – үҙ тауышыма үҙем күҙҙәремде асам. Тәнем лысма һыу, янымда бер кем дә юҡ. Өнөммө был, әллә төшөммө? Уңғансы булмай, яныма ап-аҡ кейемле шәфҡәт туташы йүгереп килә: «Нимә борсой һеҙҙе? Тағы ла берәй ерегеҙ ауыртамы әллә? Бәлки, докторҙы саҡырырға кәрәктер?» – уның һүҙҙәрен ишетәм, әммә аңлап етмәйем. Бары бер аҙҙан һуң ғына аңыма килгәндәй итәм. «Юҡ, мин былай ғына, һаташам шикелле...» – хәлһеҙ генә әйтелгән ошо һүҙҙәремдән һуң шәфҡәт туташы мамыҡтай йомшаҡ ҡулдарын маңлайыма ҡуя. «Абау, ағай, тағы янып бараһығыҙ бит... Хәҙер докторҙы алып киләм!» – ул йүгерә-атлай ишектән сығып китте.

«Эх, өләс, өләс... Ни эшләп һин иң ауыр мәлемдә генә килеп күренәһең дә, шунда уҡ юҡ булаһың? Әллә ысынлап янымда ғынамы һин?» – уйҙарымды докторҙың тауыш-тынһыҙ ғына яныма килеп, барлау тамырын тотоп ҡарауы бүлә. «Йөрәк тибеше хәлһеҙләнгән. Тиҙ генә укол ҡаҙағыҙ! – шәфҡәт туташына күрһәтмәләрен биргәс, ул минең күҙҙәремә текләй. – Йә, иптәш Азатҡолов, ниңә бирешергә уйланың? Ҡара уны, беҙҙән тиҙ генә ҡотола алмаҫһың, – доктор уйынлы-ысынлы һөйләнә-һөйләнә, баш аҫтымдағы мендәрҙе рәтләп һала, башымдан һыйпап ҡуя. – Хәҙер укол ҡаҙарҙар, аҙ ғына сабыр ит. Бирешмәйек инде, туғаным, йәшәүгә өмөтөңдө өҙә генә күрмә!..» «Беҙҙең ағай бирешмәй ул! Ауыр операцияларҙы үткәргәс, ҡалғаны уның өсөн бер ни ҙә түгел инде, – ҡайһы аралалыр яныма килгән шәфҡәт туташы беләгемә тоташтырылған системаға ниндәйҙер уколдар өҫтәп ҡаҙай. – Хәҙер еңеләйерһегеҙ...» Үҙем хаҡында шундай хәстәрлек күреүҙәрен күреп, яңғыҙ түгеллегемде тойоп, күҙҙәремә йәш эркелә. «Рәхмәт, бөтәгеҙгә лә!» – тип әйтеп өлгөрәм, күҙҙәрем тағы йомола һәм мин тағы уйҙар тулҡынында бәүеләм...

* * *

Өләсәйемдең алты балаһынан тыуған егерме ете ейән-ейәнсәре араһында иң һөйөклө, иң әһел ейәне булып үҫтем. Иҫ белә башлағанымдан алып уның: «Үҙенә бер башҡа бала бит ул, минең йөрәк майым! Баламдың балдан татлы балаһы!» – тип һамаҡлай-һамаҡлай һөйгәнен, кеҫәһенән һис өҙөлмәгән тәмлекәстәрҙең иң татлыһын миңә һонғанын тоя инем. Малай ғына сағымда әсәйемдән кинолыҡ аҡса һораһам, өләсәйем шунда уҡ түшелдереген ҡапшай башлай: «Туҡта, ҡыҙым, үҙем бирәм синнайыма... Мә, бәләкәсем, киноңа ла етер, көндөҙ магазиндан тәм-том да алырһың...» – тип, көмөш тәңкәләрен, йә ҡағыҙ бер һумлығын сығарып тоттора һалыр ине. «Ҡуй, әсәй, ҡотортмасы шуны. Кәнфит-прәник былай ҙа тулып ята. Быныһы ла, минән һораған кеше булып, өләсәһенән алып өйрәнде тамам», – әсәйемдең асыуланмай ғына орошоуын ишетмәйем дә, урамға һыҙам.

Өләсәйем беҙҙең менән йәшәмәй, кинйә улында тора. Ә ул беҙгә берәр айға ҡунаҡҡа килһә, ул көндәр минең өсөн тотош байрамға әйләнә. Йәй көндәре уның бүтән балаларының балалары ла беҙҙә ҡунаҡлап ала. Кис етеп, йоҡларға ваҡыт етһә, түр яҡтың иркен иҙәненә урын йәйәбеҙ. Ҡап уртаға, әлбиттә, өләсәй ята. Ә беҙ, йыйын ыбыр-сыбыр, уның янынараҡ ятырға тырышып талашабыҙ – беренсенән, өләсәйҙең бер ҙә генә бөтмәҫ әкиәттәрен яҡшыраҡ ишетке килә, икенсенән, йоҡо аралаш тибеп осорған юрғанды ул әлдән-әле төҙәтеп, беҙҙе ҡымтып ябып тора. Миңә былай ҡайғырырға түгел: өләс мине мотлаҡ үҙ эргәһенә ала. Риза булмағандарҙың ауыҙын тиҙ яба: «Сыулашып, башымды ауырытһағыҙ, әкиәт һөйләмәйем дә ҡуям!» Шунда берәйһе: «Ошо бер Тимерәйеңде ҡосаҡлаған булаһың да, шуны яҡлай ҙа тораһың», – тип ысҡындырһа, өләстең тауышы ғәҙәттәгенән ҡатыраҡ һәм уҫалыраҡ яңғырай: «Шым, тел менән яҡҡа һалышма! Минең өсөн барығыҙ ҙа бер тигеҙ. Сынтимерем ошо өйҙөң хужаһы – өләсәй эргәһе уныҡы!» Ошо һүҙҙәре менән ул мине һыңар ҡулы менән ҡосаҡлап, тупылдатып һөйөп тә ала.

– Әйҙәгеҙ, балалар, башта доға ҡылып алайыҡ. Түшәккә ятҡас, аят-доға уҡып алырға ғәҙәтләнегеҙ – йоҡоғоҙ тыныс булыр, изге төштәр күрерһегеҙ. Йәле, Сынтимер, һин матур уҡый торғанһың, ҡысҡырып берәй доға уҡы әле.

Өләс менән икебеҙ генә йоҡлағанда ятлаған доғаларҙы иҫемә төшөрә алмай ятам. Шуны һиҙгәндәй, ул әкрен генә үҙе башлап ебәрә. «Фатиха», «Әлифләммим», «Көлһу-аллаһ» сүрәләрен икәүләп уҡыйбыҙ артабан. Аранан берәүһе, ниндәйҙер ҡыҙыҡ табып, пырх итеп көлөп ебәрә. Башта иғтибар итмәгән һымаҡ булһа ла, аят сүрәләрен уҡып бөтөп, доға ҡылғас, өләстән ярайһы ғына эләгә ул оронсоҡҡа.

– Ә-ә-әй, балаһығыҙ шул әле һеҙ, балаһығыҙ – ҡолон майы өҫтөгөҙҙә әле. Ошондай ваҡытығыҙҙың бер мәл генә икәнлеген аңлап бөтмәйһегеҙ шул...

– Өләс, һин дә беҙҙең кеүек бәләкәй булдыңмы ул? – өләсәйемде бәләкәй генә ҡыҙ итеп күҙ алдына килтерә алмағанлыҡтан, мин уға үҙемдең эскерһеҙ һорауымды бирәм.

– Ай, һантый, бар кешеләр ҙә бәләкәйҙән ҙур була инде ул. Әллә мине ошолай әбей булып тыуған, тип уйлайһыңмы? – өләсәйем аптыраған булып китә.

– Әтеү һинең дә атайың, әсәйең булдымы ни?

– Булмай тағы. Мин дә һеҙҙең кеүек иркә генә бер ҡыҙ инем...

– Өләсәй, бәләкәй сағыңды һөйлә әле! – тиктормаҫ Сәүиә апайым, өләсәйемдең өсөнсө ҡыҙының ҡыҙы шулайтып һорай һала.

– Юҡ, ул турала өләс миңә күп һөйләне инде. Лутсы, әкиәт һөйләһен! – кинйә ҡыҙының ҡыҙы Йәнбикә лә һүҙгә ҡушыла.

– Әйе һиңә, һиңә һөйләһә ни, беҙ ишеткәнебеҙ юҡ та баһа! – һүҙгә әллә ни әүәҫ булмаған Зилә апайым Йәнбикә апайҙы бүлдерергә ашыға. – Үҙең тураһында һөйлә, өләсәй!

– Ярар, ярар, талашмағыҙ. Ана, Фирүзә кеүек өндәшмәй ята алмайһығыҙмы әллә? – Байтаҡ ҡына өндәшмәй, уйланып ятҡас, тамағын ҡырып ҡуя ла: – Моҡ заманғыны ҡутартырға уйланығыҙмы, сырылдаҡтар? Тыңлағыҙ улайһа, тик бүлдермәй генә ятығыҙ!

Өләсәйҙән әллә ниндәй тылсымлы хикәйәт көткәндәй, барыбыҙ ҙа шымып, уға боролоп ятабыҙ. Алғы өйҙәге урындыҡҡа үҙҙәренә урын һалып булашҡан әсәйем дә түр яҡҡа сыға.

– Был тел биҫтәләренә ҡыҙыҡ нәмә һөйләргә итәһең түгелме? Ҡана, мин дә тыңлайым әле, – ул ситтә ятҡан Фирүзә апайҙың эргәһенән урын ала.

– Һин дә балаға әйләндеңме әллә? – өләсәйем ғәҙәтенсә кеткелдәп ҡуя. – Әйҙә, йыбанмаһаң ни, тыңла. Минең өсөн һин дә бала бит әле, – тип, хикәйәтен башлай.

* * *

Борон-борон заманда ла, әллә ҡайҙағы Ҡаф тауҙары артында ла түгел һөйләйһе һүҙҙәрем. Үҙем ғүмерлеккә ғашиҡ булған, һоҡланып туймаған Һаҡмар йылғаһының түбән яғында элегерәк Этбармаҫ тигән бер ауыл була торғайны. Йылға бөгөлөндә, бейек тауҙар ҡуйынына һыйынып ҡына ултырған бәләкәй генә ауыл. Өйҙәр тыштан һыланған, аҡ балсыҡ менән ағартылған. Ана шул ауылда әсәйем Фәтхиә менән атайым Уйылдандың йәндәрендәй күргән бер бөртөк кенә ҡыҙы инем...

– Һеңлең менән ҡустың бар ҙа инде, – был ни эшләп Һөсникамал инәйем менән Әүхәҙей ағайымды төшөрөп ҡалдырҙы икән, тип аптырап, үҙемсә төҙәтеү индермәксе итәм.

– Улар, улым, һуңынан булған балалар. Әүхәҙей ағайың әсәйең менән йылдаш, әсәйемдең икенсе ҡартынан тыуған бала ул. Етеш кенә йәшәнек. Өҫтәмдә гел балитәкләп тегелгән ебәк күлдәктәр, тәңкәләр тағылған камзул, елән булды. Оҙон сәсемде әсәйем һәр ваҡыт сулпы ҡушып үреп ебәрер ине, – өләсәйем ауыр көрһөнөп ала. – Этбармаҫтың тирә-яғы емеш-еләк булыр ине. Ер асылыу менән бөтөн ауыл тау һырттарына сығыр, ашарға яраҡлы үләндәр йыя башлар ине. Унан күп тә тормай, икенсе, өсөнсө емеш өлгөрә. Ҡайҙа беҙгә һеҙҙең ише кәнфит-прәник менән тәғәмләнеү! Ер емештәрен ожмах ашылай күрҙек...

Тик донъялар таушалып торған йылдарға тура килде минең бала сағым, йәшлегем. Ун дүрт-ун биш йәштәрҙә булғанмындыр, аҡтар менән ҡыҙылдар һуғышы сығып китте. Төпкөлдә, бөтөнләй тайыҙ ятҡан беҙҙең ауылға ла килеп сыҡҡылайҙар. Бер аҙна тирәһе аҡтар йөрөһә, икенсе аҙнаһына ҡыҙылдары баҫып ала. Ололар йәш-елкенсәкте, ҡыҙ-ҡырҡынды ҡурсыр ине. Берәй имеш булһа, еткән ҡыҙҙарҙы, бала-сағаны, йәшерәк ҡатындарҙы тау-таш араһына йәшерерҙәр ине. Бер оло ғына йәштәге олатай – Шаһыбал ағай ауылдан килеп-китеп, тамаҡ килтереп йөрөй яныбыҙға. Ярай әле, Этбармаҫ тирәһе торғаны бер лапылыҡ, ҡая-таш булды. Тау ҡыуыштарына боҫоп ултыра торғайныҡ... Шундай бер мәлдә ун биш йәштәр тирәһендәге бер малайҙы күрәләтә атып киттеләр. Байғош, дыуамаллығы менәндер инде, тау башына сыҡҡан булған. Кемдәре атҡандыр, аҡтарымы, ҡыҙылдарымы, мәрхүмкәйҙе бер нисә көн үткәс кенә алып ҡайтып ерләнеләр. Ә беҙҙе Шаһыбал олатай берәм-берәм алып китеп, тағы ла алыҫҡараҡ йәшерҙе. Әллә үҙенсә ҡурсыған булып микән, балалыҡтан да сығып бөтмәйенсә, атайым күрше ауылдан – волость үҙәгенән яусылап килгән берәүгә бирҙе лә ебәрҙе мине...

– Туй ҙа яһап торманылармы? – быныһы өндәшмәҫ Фирүзә апайҙың тауышы.

– Батаһы ла, туйы ла – вис булды. Әүәле ни ҡыҙ биреү, килен төшөрөү ҡырҡ мәшәҡәт менән үтер ине. Башта яусылап килделәр, унан ике ир килеп, никах уҡыттылар, шунан кейәүем үнгәре менән килде. Көҙ еткәс, атайымдар ике ағайымды ҡоҙаларҙы туйға саҡыра ебәрҙе. Туй өс көн беҙҙең яҡта, өс көн егет яғында үтте. Шулай, матур ғына йәшәп киттек. Ҡайны-ҡәйнә менән бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәйбеҙ. Атай-әсәйҙәр ҙә татыу ғына, саҡырышып, ҡунаҡ булышып торалар. Кейәүемдең исеме Дәүләткилде ине – бик тыныс холоҡло, ипле генә кеше. Үҙ-ара һис һүҙ әйтешмәй, һәүетемсә генә йәшәп ятабыҙ.

Бер ҡыш атайым ат менән беҙгә килде лә, ике ҡоҙа әсегән балды эсә-эсә, донъя хәлдәрен һөйләшеп, урындыҡта ултыралар. Бейемем менән беҙ шаршау артында ирҙәргә аш-һыу яраштырған булып йөрөйбөҙ. Бер мәл әлеге икәү үҙ-ара бәхәсләшеп киттеләр. «Былар бер нимә сығармаһалар ярар ине», – тип, бейемем менән мин борсоуға төштөк.

Бер заман атайым шаршауҙы елпелдәтә асып ебәрҙе лә: «Йыйын, алып ҡайтам!» – тип бойорҙо. «Атай, нимә һөйләйһең? Кейәүең дә өйҙә юҡ, һунарынан ҡайтһын әле», – тием. Ҡайҙа ул мине тыңлау: «Йыйын тиҙәр һиңә! Эт бармаҫ ерҙән килен алғандар, имеш. Мал бирмәҫ ергә һөлөктәй ҡыҙымды биргән мин алйот», – тип аҡыра атайым.

Өндәшмәй генә күҙ йәштәремә быуылып, атайымдың әмеренә баш эйҙем. Бейемемдең илаулап, сарбайлауына ҡарамай, атайым мине үҙе менән алып ҡайтты ла китте. Аҙаҡ ни Дәүләткилдемә бөтөнләй күрһәтмәнеләр ҙә. Беҙҙең ауылға килеп, урамдан үткәнендә генә, әсәйемә һиҙҙермәҫкә тырышып, артынан ҡарап ҡала торғайным. Күп тә тормай, ҡартатайығыҙға оҙатып ебәрҙеләр, – өләсәйем тағы ла тынып ҡала. – Аллаһыма рәхмәт, Мотаһарым да һәйбәт кеше булып сыҡты. Ярлы ғына булһалар ҙа күңелдәре бай, эсҡаҫтыһыҙ кешеләр ине. Мине бер рәнйетмәнеләр. Бала-сағалы булып, һин дә мин йәшәп киттек. Э-э-й, ҡәһәр төшкөр ярман һуғыш асмаһа, һеҙ ҙә күрер инегеҙ ҡартатайығыҙҙы. Ошо Сынтимерем оҡшаған уға, баҙыҡ кәүҙәле, еҙ мыйыҡлы мыҡты ир ине, мәрхүмем.

– Иә, ярай, йоҡларға ваҡыт! – өләсәйем урынынан ҡалҡынып, беҙҙең юрғандарҙы ҡым-тыштыра.

– Һөйләп бөтмәнең дә инде... – минең бер ҙә генә йоҡом килмәй, шуға хикәйәттең аҙағын ишеткем килә.

– Тәмле нәмә күп булмай, йоҡла, ана, апайҙарың әүен баҙарына китә лә башланы...

– Әсәй, йырлап ҡына ишеттер ҙә, мин дә үҙ урыныма шылайым, – өләсәйҙең һөйләгәндәренән бала сағын иҫенә төшөргән әсәйем, өләсәйемдең моңло тауышын тағы бер ишеткеһе килептер, үтенесен белдерә. Ифрат матур йырлай шул ул – йырлағанында тыңлаусылары өнһөҙ-тынһыҙ ҡала.

Өләсәйем тауышын көйл-гәндәй, тамаҡ ҡырып ала ла үҙе генә белгән «Ирмәк» көйөн һуҙып ебәрә:

Бейек тә генә тауҙың, ай, башында,

Ана, ултыра, йәнейем, ҡуш ҡайын.

Шул ҡуш ҡайын кеүек серләшергә

Насип булыр микән, дуҫҡайым?..

Сәскенәйең һыйпап, башың тотоп,

Мин ултырам, йәнейем, яныңда...

Төртөп тә генә төртөп күрһәтәһең,

Күренә микән йәннәттәр алдыңда...

– Үә-әй, ғүмер тигәндәрең үтә лә китә икән шул! Беребеҙ ҙә мәңгелек түгел, ошолайтып яңғыҙ олоғайыуҙары ғына ауыр.

– Өләсәйем менән әсәйемден тағы ла оҙаҡ бышылдап ҡына һөйләшеүҙәрен тыңлап ята торғас, мин дә йоҡоға сумам.

* * *

Өләсәйемдең ул саҡта балалыҡ менән аңламаған күп һүҙҙәре, уфтаныуҙары бары бөгөн генә зиһенемә барып етә. Фани донъяла туҡһан йыл йәшәп, кеше ғүмеренең барлыҡ хәсрәт-михнәттәрен, ҡыуаныс-бәхеттәрен татыған ул! Беҙҙең өсөн әкиәт кеүек булып тойолған бер хикәйәттә генә лә күпме селпәрәмә килгән яҙмыштар, ҡыйрылған өмөттәр, һыҙланыу-көйөнөүҙәр, юғалтыу-табышыуҙар...

Мотал Рәмов.

Александр Шадрин һүрәте.

Читайте нас: