Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
8 Декабрь 2021, 17:15

«Ҡаргиҙәр» операцияһы

1 декабрҙән 30-на тиклем «Ҡаргиҙәр» иҫкәртеү операцияһы үткәрелә

«Ҡаргиҙәр» операцияһы
«Ҡаргиҙәр» операцияһы

БР Хөкүмәтенең 2021 йылдың 30 нобрендәге 1167-р һанлы бойороғона ярашлы, 2021 йылдың 1 декабренән 30-на тиклем «Ҡаргиҙәр» иҫкәртеү операцияһы үткәрелә.

Рейдтар ЮХХДИ инспекторҙары,  БР Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығы, Һунарсылар һәм балыҡсылар ассоциацияһы белгестәре менән берлектә үткәрелә. ЮХХДИ инспекторҙары ҡаргиҙәрҙе дөйөм ҡулланылыштағы юлдарҙа тағылмаларҙа транспортировкалауҙы, махсус техникала дәүләт теркәү билдәләре булыуын тикшерә. БР Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығы, Һунарсылар һәм балыҡсылар ассоциацияһы белгестәре ҡорал файҙаланыу законлылығын, теге йәки был ҡыр йәнлектәренә һунар итеү нормалары үтәлеүен контролләй. Бында шуны һыҙыҡ өҫтөнә алырға кәрәк – ҡаргиҙәрҙә һунар итеү ҡәтғи тыйыла.

Сара барышында ҡаргиҙәрҙәрҙе һәм кешеләр күпләп йыйылған урындарҙа файҙаланылыусы юлһыҙ ерҙән йөрөүсе башҡа транспорт сараларын тикшереүгә иғтибар бүленә. Теркәү ҡағиҙәләренең үтәлеше, ярашлы категориялы тракторсы-машинист танытмаһы, юлһыҙ ерҙән йөрөүсе транспорт сараһы менән идара итеүгә рөхсәт ҡағыҙы булыуы һәм файҙаланылыусы техниканың төҙөклөгө айырым контролгә алына, бөтә төр административ йоғонто саралары ҡулланыла. Шулай уҡ дәүләт техник күҙәтеүе органдары күҙәтеүендә булған техника хужалары менән уны хәүефһеҙ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса аңлатыу эше алып барыла.

Дәүләт техник күҙәтеүе хәтергә төшөрә: ҡаргиҙәр хужалары транспорт һатып алынған көндән алып ун көн эсендә уны йәшәү урыны буйынса район дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһында теркәргә тейеш. Имтихан алыу һәм танытмалар биреү теркәү булғанда йәшәү урыны буйынса, йәки йәшәү урынында теркәлеүгә бәйһеҙ рәүештә уҡыу урыны буйынса дәүләт техник күҙәтеүе инженер-инспекторҙары тарафынан башҡарыла.

В. Иҙелбәков, Ейәнсура районы буйынса дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһының баш дәүләт инженер-инспекторы.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: