Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
28 Декабрь 2021, 21:45

Вариҫтар (хикәйә)

Зәйнулла тәҙрә туҡылдатыуға уянып китте. – Асығыҙ тиҙерәк, малайығыҙ... – Төн ҡараңғылығынан өҙөк тауыш ҡолағына салынды. Ут ҡабыҙҙы, йәһәтләп барып ишекте асты. Көндөҙ йылға буйында танышҡан ир малайы Илдарҙы саҡ күтәреп тупһа аша атланы. – Атай, сәнстеләр, – тине хәлһеҙләнгән Илдар, саҡ телен әйләндереп.

Вариҫтар (хикәйә)
Вариҫтар (хикәйә)

Һаҡмар миллион йылдар буйы Урал тауын йыуып үҙенә юл яра. Арыуҙы-талыуҙы белмәй аға ла аға. Көсө етмәгән ҡая таштарҙы урап үтә, үҙәне бормалана, бөгөлдәре хикмәтлерәк ҡиәфәт ала шуға. Зәңгәр таҫма, тау һыртына йә яҡынлашып, йә алыҫлаша биреп, уның йөҙөнә буй-буй семәр һала. Диңгеҙгә – сикһеҙ киңлеккә, ярһыҙ даирәгә, иреккә – ашҡынған йылғаға бының бер ҙә кәрәге юҡ. Шуға ла ул үҙ юлын ҡыҫҡартырға ынтыла: яҙғы ташҡында – ажарланып, йәйге һиллектә семтеп-семтеп кенә булһа ла ташты йыуа, юлын туралай.

Һаҡмар менән Урал тауы араһында мәңгелек көрәш бара...

Мәғрүр Ҡурғы ҡаяһы ышығында Һаҡмарҙы һыулап ултырған утыҙ өйлөк ауыл халҡы ошо көрәштең тере шаһиты. Бала саҡтан алып баҡыйлыҡҡа киткәнсе күреп йөрөйҙәр ике бәһлеүәндең айҡашҡанын. Ныҡышмал ынтылыштары, үҙ урындарында сигенмәҫтән ныҡ тороуҙары кешеләрҙе һоҡландыра, үрнәк бирә, йәшәү сәме өҫтәй, һаҡмарҙы ла, Ҡурғы ҡаяһын да ярата улар. Күңелдәре иләҫләнеп торһа, бейеккә күтәрелеп, донъяға бағалар, үҙҙәренә генә таныш һуҡмаҡтар буйлап ҡыҙыралар, ҡаяның ҡытыршы йөҙөнә сикә терәп, уның менән өнһөҙ серләшәләр, йылғаға төшөп бит сылаталар, таш йыуып сылтыраған ағын һыу моңон тыңлайҙар һәм тормош буйлап артабан атлап китәләр.

Элегерәк шулай ине...

Хәҙер кешелә ғәм башҡасараҡ.

Зәйнулла бөгөн иртә менән балыҡҡа төштө. Ул – ошо ерҙә тыуып үҫкән, инде алтмышҡа етеп барған ир-уҙаман. Төҫ-ҡиәфәте ярайһы таушалған, йөҙө лә йонсоу. Ғүмере буйы ер эшендә: иген дә игә, совхоз малын да баға, үҙ хужалығын да тырышып алып бара. Эш араһында ете бала үҫтерҙе, алтауһын башлы-күҙле итте.

Һүҙсән, шаян егет ине заманында. Хәҙер ауыҙын һирәк аса. Уйланып, эстән генә һыҙып тик йөрөй. «Ошоноң өндәшмәүен!» – тип үртәләнә ҡатыны, һүҙ ҡәҙере киткән заманда, нимәһен хәбәр һөйләргә, һауа тетрәндерергә. Кистән килешеп, ҡул бирешеп таралышаһың да, иртәгеһенә ҡолас ташлап эшкә тотонам, тиһәң, һүҙ беректергән кешең килеп күҙен дә күрһәтмәй. Ул ауылда ла юҡ – әллә ҡайҙа китеп олаҡҡан. Аҙаҡтан: «Әлләсе, совхоз үҙәгенә сыҡтым да киттем шул», – ти, йә башҡаса сала-сарпы аҡлана бер ни ҙә булмағандай. Бындай ибәтәйһеҙ хәлдәр рәткә алдына сығып тик тора.

Ауыҙ асып хәбәр әйтһәң – көн аҙағына ул һиңә, ҡырҡҡа төрләнеп, кире әйләнеп ҡайта, һүҙ йөрөтөүгә һәр кем маһирланып алды. Ире лә, бисәһе лә. Ғәжәп!

Тормош та аңлайышһыҙ әллә ҡайҙа табан үҙгәрҙе хәҙер. Кеше тамырһыҙ ҡамғаҡ һымаҡ булып китте – аумаҡай, сабырһыҙ, бер нәмәне сәйнәһә, сүбәккә әйләндермәй туҡтамай. Шуларҙы уйлай-уйлай уйылып китерҙәй була Зәйнулла. «Боҙолдо, халыҡ, боҙолдо», тип уфтана әйләнгән һайын.

Йылға буйына бөгөн балыҡтан да бигерәк, күңеленә дауа эҙләп килгәйне. Тик оҙаҡ ултырырға яҙманы уға уйҙарына бирелеп.

– Хәйерле иртә, ағай, – тип сәләмләне Һаҡмар үренән килеп төшкән таныш булмаған әҙәм.

Ҡала кешеһе икәне әллә ҡайҙан күренеп тора. Артыҡ бер ни ҙә кеймәгән кеүек, әммә өҫ-башы килешле, ыҫпай. Йөҙө шыма, ғәмһеҙ. Ҡарашы ла ауыл кешеһенекенән башҡасараҡ – тәрәнлеге юҡ, тәтәй көткән баланыҡы ише бер ҡатлы.

– Һаумы, ҡустым, – тип яуапланы Зәйнулла үҙенән йәшерәк күренгән ят балыҡсыға.

– Ауылығыҙ ултырған урын хәтәр шәп. Быйыл тәүгә килеп күрҙем – ишетә йөрөй инем элек. Һатлыҡ өй юҡ микән, дача итеп күсереп алырға ҡалаға? Бик булмаһа, ялда, отпускыла килеп йәшәгәндә лә, тип уйлайым. Балығы, еләге, бәшмәге, май-ҡаймағы, тигәндәй... Танһыҡ барыһы ла беҙгә... Арғы һырттан урам буйлап ултырған бишенсе йорт буш тора, буғай. Өр-яңы һымаҡ үҙе. Хужаһы кем икән, ағай?

Зәйнулла яуап ҡайтарырға ашыҡманы. Сит-ят менән шарылдап, таң һиллеген боҙоп гәпләшеп ултырыр өсөн төшмәгәйне йылға буйына. Уйҙарын бүлдергән кешегә йәне көйҙө шуға.

Арғы һырттан урам буйлап ултырған бишенсе йорт Зәйнулланың нәҫел нигеҙе –атаһынан ҡалған өй. Уға терәлеп үҙенеке ҡушарлаған. Алтмышынсы йылда, өс улы үҫеп ир еткәс, Зәйнулланың атаһы өй яңыртырға булып китте. Дәррәү тотоноп, бер йәйҙә атҡарып сыҡтылар эште. Аласыҡта йәшәнеләр һыуыҡ төшкәнсә. Нигеҙен бейегәйтеп, шәмдәй ҡарағайҙарҙан һалдылар яңы йортто. Иҫкеһе транса менән ябылған булһа, өс ат егеп, ҡаланан шифер алып ҡайтып көпләнеләр башын. «Нигеҙ менән ҡыйыҡ ныҡ булһа, йөҙ йыл ултырыр», – тигәйне атаһы. Ысынлап та, өс тиҫтә йылдан ашты – ултыра бирә бер ни булмағандай. Шул көйө.

Яңы йортто ҡотлап, Зәйнулланың өсөнсө балаһы – ҡыҙы тыуҙы.

– Атай, ғаилә ишәйҙе. Башҡа сығып йәшәргә ваҡыт инде. Киләһе йәй үҙемә өй башларға уй, – тине бер көн атаһына.

– Өҫтөнә баҫтың, мин дә шуны уйлай инем, улым. Эргәләге урынды башҡаларға бирҙертмәй тотам бит шуға. Силсәүит менән яманлашып та бөтөлдө. Тәүәкәлләйек, – ғаилә башлығы, гел төптән уйлап эш йөрөткән Мөхәмәтрәхим, ихлас хупланы улының ниәтен.

Икенсе йәйҙәре лә төҙөлөш менән үтте. Ғәйрәтле йәш саҡтары ине. Арыу-талыуҙы белмәй күңелле эшләнеләр. Өмәгә бөтә ауыл йыйылыр ине. Өй атаһыныҡына ҡарағанда күтәренкерәк тә, ҙурыраҡ та килеп сыҡты. Күмәк эште тамаша ҡылып торған ауыл ҡарттары:

– Йәштәр ҙурыраҡҡа ынтыла... Хәйер, хуп... Башҡа заман бит, – тип үҙ фекерҙәрен белдерҙе риза йөҙ менән.

Һиҙелмәһә лә ваҡыт һеүләй генә шул. Утыҙ йыл үтеп тә киткән. Атаһының донъя ҡуйыуына биш йыл. Ҡустыларының берәүһе аварияға эләгеп, фажиғәле вафат булып ҡуйҙы, икенсеһе, армиянан һуң быраулаусы һөнәре алып, Себер тарафтарына сығып китте. Нефтсе. Тәүге йылдарҙа ҡайтып-китеп йөрөнө, ата-әсәһе вафатынан һуң күренгәне юҡ. Йркен йәшәй, ҙур ҡалала фатиры бар. Шулай Зәйнулла үҙе ике йортка хужа булып ҡалды ла ҡуйҙы.

Үҙенең ете балаһы араһынан берәүһе генә янында. Өлкән улы совхозда механизатор, икенсеһе районда төҙөүсе. Ҡыҙы кейәүе менән Төмән өлкәһендә, уға етәге игеҙәк ике ҡыҙы башҡа районда тормошталар. Алтынсыһы Өфөгә китте лә, үҙе кеүек ауылдан килгән ҡыҙға әйләнеп, бала менән ятаҡта ыҙа сигә. Быйыл армиянан ҡайтҡан төпсөгө генә янында. Балаларының береһе буш торған өйгә ҡайтыр, бик булмаһа, бәләкәсе ситкә китмәҫ, өйләнеп, ошонда төпләнер, тип өмөтләнә Зәйнулла. Донъя унан да ҡалыр. Атаһынан ышығы һәм йылыһы менән тағы ла йөҙ йыл кешегә хеҙмәт итерҙәй йорто ҡалды, уның рухына бағышлап аят уҡытҡан, ҡәберен баҡҡан, тыуған еренә береккән улы – Зәйнулла – бар. Ә унан, Зәйнулланан, ни ҡалыр?

– Йорт, тиһеңме, ҡустым? – Зәйнулла, байтаҡ өндәшмәй ултыра биргәс, ҡайтарып һораны.

– Эйе, йорт, һүтеп алып, күсереп ултыртырға дачаға...

Оҙон уйҙары атаһының буш торған йортона барып тоташһа, ниндәйҙер мөһим фекерҙең осона барып сыҡҡандай тоя үҙен Зәйнулла гел. Тик уны эләктереп алып һүтә алмай ҙа ҡуя: зиһене бутала, уйҙары дәү-бирмәнсә әйләнеп китә, мейеһе урынында ауыр таш ятҡандай тоя, башы сәнскеләй башлай. «Был ниндәй ғиллә. Бер урында сөрсөләм, аңра һарыҡ ҡапҡа аша инергә ҡурҡҡан шикелле туҡтайым да ҡалам», – тип үҙен әрләй бындай осраҡта.

«Һүтеп алып, күсереп ултыртырға», – тине иртә менән кеше бимазалап йөрөгән әҙәм.

«Һүтергә, күсереп ултыртырға»... Был – нәҫел нигеҙенә атаһы төҙөгән, унда көн иткән өйҙө һүтеп ташлау, ситкә оҙатыу, ахырҙа – юҡ итеү бит...

Зәйнулла, шаңҡыған кеүек, күптән эҙләгән һорауына яуап тапты, бөтә борсолоуҙарының сәбәбенә төшөндө.

Өй китһә, нисәмә быуын ғүмер кисергән урында нигеҙ таштары ғына һерәйеп ҡалыр, кесерткән баҫҡан ташландыҡ ерҙә ел генә уйнар... Тәү заман осорондағылай бушлыҡ, элек бер ни булмағандай ҡырағай һиллек...

«Уландарым, сәй эсергә ҡайтығыҙ», – йәйге ҡояш нурҙарына мансылған һарыһына тиклем ҡырып йыуылған бейек күтәрмәнән әсәһе төшкө ашҡа саҡыра уларҙы. Өс малайҙы. Зәйнулла яғымлы тауышҡа башын күтәрә лә, бар булмышы менән ҡояшлы өй тупһаһының, әсәһенең, тотош өйҙөң, кәртә-ҡураһы, башҡа ҡаралтылары менән ошо ихатаның – ғөмүмән, тыуғандан бирле уны уратып алған әйләнә-тирәнең мәңгелектең үҙе икәнен тоя. Ул быны аңламай ҙа – сихри һәм аңлайышһыҙ кинәнес кенә кисерә. Ләззәтле был кисереш, йөрәгендә башланып, тотошлайы менән сорнап ала уны. Бәхетенә сыҙар әмәле ҡалмай: «Сәй эсергә-ә-ә... Ура-а-а!» Кәзә бәреселәй һикрәңләп, өйгә табан йүгерә, тәкмәс атып, бер тапҡыр баш түбән әйләнеп сыға.

Ул бәхетле малай ҡайҙа? Зәйнулла ҡай саҡ күреп ҡалғандай була уны. Иртәнге һиллектә күрше йорт ихатаһына сығып ултырған мәлдә күҙенә салына ул. Шат тауышын да ишеткәндәй. Нигеҙ бушаһа малай башҡа килмәҫтер...

Ете балаға ғүмер биреп тә, атаһы нигеҙенә йән өрә алмаҫмы икән ни Зәйнулла? Ышаныуы ауыр, ләкин хәл шуға бара төҫлө. Хәҙерге йәштәргә үткән ғүмерҙәр эҙен һаҡлаған, башҡаларҙы көнләштергән хозур тәбиғәтле тыуған ер кәрәкмәй кеүек, һүрелә барып, һуңғы ҡарт менән ауыл да үлерме улайға китһә?..

Фекеренең ошо урынында Зәйнулла үҙен сикһеҙ яңғыҙ тойҙо, бөтә булмышын ҡурҡыу солғап алды. Тыуып үҫкән ерҙә тормош юҡҡа сыҡһа, уның йәшәүенең мәғәнәһе лә юҡ бит.

Бына ул үҙе, тыуған тупрағы аяғы аҫтында, ана Ҡурғы күккә терәлгән, Һаҡмар мәңгелек йырын йырлай. Был хозурлыҡты күреп-белеүҙең мәғәнәһе юҡ икән, ни өсөн аң бирелгән кешегә? Киләсәктә эҙһеҙ юҡҡа сығыу көткәс – һарыҡтыҡылай аҡыл да етер ине уға...

Юҡ, бөтөнләй төңөлмәгән әле Зәйнулла. Ситтә нужа күреп, мал, дан, рәхәт тормош ҡыуыуҙан башҡа ла йәшәйеш мәғәнәһе булыуын аңлар, бәлки, балалары араһынан берәүһе...

– Ул йорт минеке... Атайымдан ҡалған ҡомартҡы... Һатылмай.. Кинйәм бар минең... Уға әйтелгән, – тине Зәйнулла башын күтәрмәй генә.

* * *

Зәйнулла тәҙрә туҡылдатыуға уянып китте.

– Асығыҙ тиҙерәк, малайығыҙ... – Төн ҡараңғылығынан өҙөк тауыш ҡолағына салынды.

Ут ҡабыҙҙы, йәһәтләп барып ишекте асты. Көндөҙ йылға буйында танышҡан ир малайы Илдарҙы саҡ күтәреп тупһа аша атланы.

– Атай, сәнстеләр, – тине хәлһеҙләнгән Илдар, саҡ телен әйләндереп.

Зәйнулла өнһөҙ ҡалды. Артынан күренгән ҡатыны:

– Ай! – тип иҙәнгә сүкте, сеңләп илап ебәрҙе.

– Тиҙерәк балнисҡа алып барырға кәрәк, ҡанын күп юғалтҡан, – балыҡсы әмер биргәндәй әйтте.

Зәйнулла «Урал» мотоциклын йәһәтләп тоҡандырҙы ла, яралы улын совхоз үҙәгендәге дауаханаға алып китте. Балыҡсы ла ултырҙы, яндауҙағы Илдарҙың башын тотоп барҙы.

– Улығыҙ йәшәйәсәк, ваҡытында алып килеп өлгөрткәнһегеҙ, – тине хирург, операция бүлмәһенән сыҡҡас. – Райондан да тиҙ килеп еттеләр ярҙамға.

Зәйнулланың күҙҙәренә йәш төйөлдө.

– Ғүмергә бурыслымын, мең-мең рәхмәт! Исемеңде лә белмәйем тик, – ҡайтырға сыҡҡанда юлдашына өндәште, һуңлап булһа ла ҡулын ныҡ ҡыҫып.

– Ибраһим булам, Һаҡмар үрендә ғаиләм менән палатка ҡороп ял итеп ятабыҙ. Әйткәйнем инде көндөҙ. Түбәнгә ау ҡорғайным, шуны ҡарарға тип ауыл аша үтеп бара инем, улығыҙға юлыҡтым. Ыңғырашып ерҙә ултыра ине. Тәүҙә эскән икән тип уйланым. Үҙе өндәште, сәнсеп киттеләр, тип.

Төш етеүгә милиционерҙар килде. Бәләкәй ауылды аяҡҡа баҫтырып, тикшереү башланылар. Иң тәүҙә Ибраһимдан һорау алдылар. Кешене ҡотҡарғаны өсөн рәхмәт әйттеләр.

Киске уйынға клубҡа сыҡҡан йәштәр араһында ла шик аҫтына алырҙай кеше табылманы: Илдар бер кем менән дә талашмаған, сәкәләшмәгән, уйнап-көлгән дә, ҡайтып киткән. Оҙаҡламай башҡалар ҙа таралышҡан.

Сират туғандарына етте.

– Беҙгә барыһы ла мөһим: улығыҙҙың холҡо, армиянан һуң үҙен нисек тотоуы, дуҫтары, улар менән мөнәсәбәте, дошмандары... Ҡабаландырмайбыҙ, ентекләп, бер деталде ла төшөрмәй һөйләп бирегеҙ, – тине Зәйнулланың өйөнә килгән тәфтишсе.

Ата-әсәнән алған мәғлүмәттә лә йомғаҡты һүтеп алып китерҙәй еп осо табылманы. Тик күршеләге буш өй менән ҡыҙыҡһыныусы балыҡсы тураһында әйтелгән һүҙ генә һағайта төштө милиционерҙарҙы. Уны ҡылынған енәйәт менән бәйләү өсөн бай фантазия кәрәк ине, әлбиттә. Хәйер, тәфтишсегә йыш ҡына фәҡәт бай фантазия ярҙамға килә лә инде ҡатмарлы, аңлайышһыҙ енәйәттәрҙе асҡанда.

Тағы ла балыҡсы Ибраһимды саҡырттылар.

– Һеҙ Ишбулатов Зәйнулланың буш торған өйө менән ҡыҙыҡһынғанһығыҙ.. .

– Эйе, һораштым. Күсереп алырға, тип.

– Бәләкәй улыма тәғәйенләнгән, тигән ул һеҙгә.

– Шулай тигәйне.

– Улын шул төндә сәнсеп киткәндәр.

– Нишләп өндәшмәйһегеҙ?

– Бер ниндәй ҙә бәйләнеш күрмәйем.

– Илдар улы үлһә, Ишбулатов өйҙө һатыр ине, бәлки... һеҙгә...

– Китсе, бындай уй нисек башығыҙға килде?

– Логика ярылып ята.

– Ә дәлилдәрсе? Һуң, мин үҙем Илдарҙы өйҙәренә алып барҙым, балнисҡа тиклем оҙатып йөрөнөм...

– Булыр дәлилдәр, табырбыҙ. Тимәк, һеҙ эҙ юғалтыу тураһында ныҡ хәстәрләгәнһегеҙ, шуға үҙегеҙҙе тыныс тотаһығыҙ. Дәлилдәрҙең булмаясағына, табылмаясағына ышанаһығыҙ. Был дөрөҫ юлда булыуым тураһында тағы бер тапҡыр инандырҙы. Балнис алыҫ, егет барыбер үләсәк, тип, эҙ яҙлыҡтырыу өсөн уны ҡотҡарыусы булып ҡыланғанһығыҙ. Был да көн кеүек асыҡ! Хәл-ваҡиғалар бөтә яҡлап асыҡланғанса, һеҙҙе һаҡ аҫтына алабыҙ.

– Абсурд.

Шулай итеп, Ибраһим ҡотҡарыусынан ҡанһыҙ һәм мәкерле енәйәтсегә әүерелде лә ҡуйҙы.

Тәфтишселәргә енәйәтсене фашлар өсөн кире ҡаҡҡыһыҙ дәлил кәрәк ине. Ул, әлбиттә, енәйәт ҡоралы, бысаҡ. Ергә күмелгән тимерҙе күрһәтә торған махсус прибор менән енәйәт урынын ентекле тикшереү башланды.

Бер нисә быуат кеше төйәге булған ауыл урыны тимергә бай булып сыҡты. Көмөш аҡса, һөңгө башы, үткән заман балтаһы, хәҙерге техниканың шөрөп-гайкаһы – йыйылған халыҡты ғәжәпләндереп, әленән-әле ҡомартҡы әйберҙәр табыла торҙо эш барышында. Бер туҡтауһыҙ зыңғырлап торған приборҙан ҡолағы тонған, ерҙе соҡоп тәҡәтһеҙ булған хеҙмәткәр, ниһайәт, туҡтап ҡалды.

– Иптәш капитан, таптым, – тип милиционерҙы саҡырҙы.

Табылдыҡ ҡатҡан ҡан йәбешкән ҡәҙимге бәке ине. Ундай әйберҙе һәр ауыл малайы йөрөтә үҙе менән. Йәйпәк таш аҫтына тығып киткәйне уны енәйәтсе.

Экспертиза үткәреү өсөн милиционерҙар, дәлилнамәне алып, йәһәтләп районға ҡайтып киттеләр.

Ауыл халҡы тикшереүселәрҙең һөҙөмтә менән кире әйләнеп килеүен һағайып көтөп ҡалды.

Бындай енәйәттең ауылда булғаны юҡ. Бер ғаилә булып йәшәйҙәр, кеше үлтереү түгел, бер-береһенә ҡул күтәреү ҙә юҡ улар араһында.

Милиционерҙар менән Ибраһим да ауылға кире килеп төштө. Ул ҡырҙағы палатканан Зәйнуллалар өйөнә күскән ғаиләһен алды ла, сәйгә лә туҡтап тормай, «Иж» матайын һажлатып үкертеп, ҡайтыу яғына елдереп сығып китте. Ә тәфтишселәргә тағы бер ҙур эш тора ине – ауыл кешеләренең бармаҡ эҙен бәкелә уйылып ҡалғаны менән сағыштырып, енәйәтсене асыҡлау.

Енәйәт ҡылынған төндә клубта уйында булған йәштәрҙән башланылар эште. Вил генә өйҙә булмай сыҡты. Хатта ата-әсәһенә лә бер ни өндәшмәй, ҡайҙалыр сығып киткән. Уны эҙләргә райондан тағы бер төркөм йәлеп ителде. Туғандарының, таныштарының адрестары буйынса эҙләнеләр һәм көн кисләүгә Вилде ауылға табып алып килделәр.

Ул ситкә бушҡа сығып олаҡмағайны – бәкеләге бармаҡ эҙҙәре Вилдеке ине.

* * *

Енәйәтсенең ауылдаштары булыуын халыҡ ауыр кисерҙе, бер кемдең дә ярылып ятҡан фактҡа ышанғыһы килмәне: «Яңылышлыҡ барҙыр, тағы тикшерергә, ысын енәйәтсене табырға кәрәк», – тиештеләр.

Зәйнулла Вилде үҙе күреп һөйләшкеһе килде. Милиционерҙар ҡаршы төшмәне.

– Бында яңылышлыҡ барҙыр, һин сәнсмәгәнһеңдер Илдарға? – Өмөт менән улының бала саҡ дуҫына баҡты Зәйнулла.

– Мин сәнстем, – тине уныһы бер ни булмағандай, ғәҙәти эш башҡарған әҙәмдәй.

– Нишләп? – Аптыраған, үҙ ҡолаҡтарына ышанмаған атай кеше башҡа һорау тапманы.

– Тәк, былай... Үҙен әллә кем итеп ҡуймаҫ кәрәк ине, – Зәйнулла Вилдең буп-буш, бер ни сағылмаған ҡарашы менән осрашты ла, тертләп китте. Ҡурҡыныс төпһөҙ ҡоҙоҡ тиерһең күҙҙәре: һалҡын бөркөп торалар, буш һәм төҫһөҙҙәр.

Вил менән Илдар бәләкәйҙән бергә уйнап үҫтеләр, бергә уҡынылар. Һөнәрселек училищеһы, армия – ауыл малайҙарының яҙмышына төшкән көмөшө шул инде. Алсаҡ ҡына егет һымаҡ ине армияға киткәнсе. Атаһы мәрхүм – Зәйнулланың ҡорҙашы, аранан китеүенә лә күп тә түгел. Етемлек малайҙы уҫал, ҡанһыҙ иткән, тип тә әйтеп булмай шуға.

«Вил ҡасан шулай үҙгәргән, ҡанһыҙ, йәнһеҙ кешегә, буш сүлмәккә әүерелгән? Баланың йәнен кем алған, кем унан ҡан эсеүсе өйрәк яһаған?» – Алдында ултырған егеткә ғәжәпләнеп тә, екһенеп тә текләгән килеш, Зәйнулла үҙенә ошо һорауҙарҙы бирҙе.

Тик уларға яуап тапманы.

Кешене тере ҡалдырып, уның йәнен алыусы күҙгә күренмәгән ғазраилды төҫмөрләргә теләне Зәйнулла Вилдең һын-һыпатында. Бер туған булып йәшәйҙәр ауылда – шатлыҡтары ла, ҡайғылары ла уртаҡ. Өй беренсә китһәң, Зәйнулланың ҡулы теймәгән бер генә йорт-ихата ла юҡтыр: йә нигеҙен һалышҡан, йә бураһын сапҡан, йә туҙған ҡыйығын алмаштырғанда өмәлә ҡатнашҡан, йә мунса-һарайын төҙөгәндә булышҡан... Ул ғына түгел – ауылдағы һәр ир-ат был эштәрҙе үҙ иҫәбенә яҙа ала. Кәбән һалыу, һуғым һуйыу, ҡаҙ өмәһе – ҡыуанып, бергәләп атҡарылған эштәрҙе байтаҡ теҙергә мөмкин. Ололар эргәһендә – һәр саҡ бала-саға. Улар бәләкәйҙән ошо туғанлыҡ, берҙәмлек мөхитенә сорналып үҫә. Көнсөллөк тигән нәмә бөтөнләй юҡ ауылда. Кемдеңдер өйрәһе саҡ ҡына шыйығыраҡ икән, ярай, иртәгә ул да уңыр. Нимәһе, кеше ҡаҙанына тығылырға.

Вил клубҡа алдан уҡ килгәйне. Ярым-ҡараңғы залда магнитофондан ағылған музыканы тыңлап, бер килке егеттәр менән гәп һатып ултырҙы. Эргәһенә Фаягөл килеп баҫты. Урта буйлы ҡәҙимге ауыл ҡыҙыҡайы, һылыу уҡ булмаһа ла, һөйкөмлө генә үҙе. Вил тирәһендә шулай уралана гел, әллә күҙе төшкән, белмәҫһең. Тик егет ҡыҙға йән атып бармай, хатта, екһенә лә кеүек.

«Ошоно, нимә минең тирәлә урала», тине лә ҡыҙҙың арҡаһынан түбән йомшаҡ еренә сәпәне. Шул мәлдә клубҡа килеп ингән Илдар Вилдең ҡылығын күрҙе. Ауыл егеттәре менән ҡыҙҙары араһындағы мөнәсәбәттәргә ситен был күренеш уға оҡшаманы.

– Вил, һин бигерәк ҡылана башланың түгелме? – тип, дуҫын шелтәләне.

Шуның менән һүҙ ҙә бөттө. Ярым-ҡараңғыла Вилдең күҙҙәре яман ялтырап ҡуйғанына бер кем дә иғтибар итмәне. Уның алданыраҡ сығып китеүен дә абайлаусы булманы.

Вил Илдарҙы ҡайтыр юлында һағалап торҙо ла, арттан килеп, абайламағанда сәнсте. Шунан, бер ни булмағандай, ҡайтып китте, йоҡларға ятты.

Аңлайышһыҙ, мәғәнәһеҙ енәйәт...

Улы менән булған ҡазанан аҙна-ун көн элгәре Зәйнулла тағы бер сетерекле хәлгә юлыҡҡайны.

Атын эҙләп, арманһыҙ булып һайыҫҡан сауҡалығына барып сыҡты, һирәк ағас-ҡыуаҡлыҡтар менән ҡапланған үҙәк буйлап тау иңкеүенә барғанда алда һайыҫҡандарҙың сабырһыҙ сыулауына иғтибар итте. Тигенгә ҡысҡырмай был һағауыл ҡош. Зәйнулла, иплерәк баҫып, ышыҡтан барырға тырышты, кем белә, бәлки, бүреләр малды боғаҙлап ташлағандыр.

Һайыҫҡандар тапҡырына яҡынлағас, кешеләр һөйләшкәне ишетелгәндәй булды. Тағы ла һағыраҡ хәрәкәттәр менән тауыш яғына ыңғайланы. Өс ир һыйыр тунай ине. Зәйнулла боҫҡан урынынан сыҡмай ғына уларҙы күҙәтте. Тирә-яҡ ауылдарҙа рәткә мал юғала тигән хәбәр ишетелгеләп ҡала һуңғы осор. Әллә... Эйе, Зәйнулла мал ҡараҡтарының өҫтөнә барып сығыуын аңланы. Уға быларҙы өркөтмәй генә тиҙерәк ауылға ҡайтып, халыҡты күтәрергә кәрәк. Кирегә ҡуҙғалдым тигәндә, өсәүҙең араһынан береһе таныш һымаҡ күренде Зәйнуллаға. Өҫ-башы, атлап йөрөүе – Сабирҙыҡы. Булмаҫ, Сабир бурҙар араһына нисек килеп юлыҡһын... Барыбер һағайҙы Зәйнулла. Бер көсәйеп, бер һүрәнләнгән ел килтергән һүҙҙәргә нығыраҡ ҡолаҡ һалды.

– Сабир, өс-дүрт көндән ошо тирәгә тағы бер тусаны ыңғайлатып ҡуй, – тигән хәбәр ҡолағына асыҡ салынды.

Тимәк, Сабир... Зәйнулла ни ҡылырға белмәй, урынында шаңҡып ята бирҙе. Ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәне: Сабир ауыл малын бурҙарға һатып ята. Ауылда иң хәллеләр рәтендә йөрөгән кеше! Егәрле, малды күпләп аҫырай, совхоз эшендә лә алдынғы үҙе.

Хәҙер Зәйнулла халыҡты нисек күтәрһен. Сабирҙы һатыу була бит был. Ауылдашын!

Иртәгеһенә, юҡ йомошон бар итеп, Сабирҙарға китте, һүҙ ыңғайында:

– Мостафа ике көн башмағын таба алмай, – тип ысҡындырҙы.

– Табылыр, ҡайҙа китһен, – тине әңгәмәсеһе.

Ҡаушаманы ла, ҡыҙарманы ла.

Әллә яңылыштымы икән Зәйнулла? Күңелендә икеләнеү тыуҙы. Юҡ, ул айыҡ аҡылда үҙ күҙҙәре менән Сабирҙы күрҙе, айырым-асыҡ: «Сабир», – тип өндәшкәндәрен ишетте.

Ауылда хәҙер бер-береһенең малын шулай урлап һуя башларҙармы икән? Ни ҡалыр шунан ауылдың үҙенән, һәр кем үҙ ҡумырығына боҫоп, үҙ мәйеленсә әүеш-тәүеш итә башлаһа? Зәйнуллаға ҡурҡыныс булып китте был уйҙарынан.

Тағы һайыҫҡан сауҡалығына барып әйләнде лә, һуйылған малдың баш-тояғын, эс-ҡарынын табыуы тураһында хәбәр итте. Уны ауыл Советына еткерҙеләр. Участковый килеп, тикшереп йөрөнө. Шулай Зәйнулла бурҙарҙы ауыл тирәһенән өркөтөп ебәрҙе.

Сабирҙы һатманы. Ҡулы күтәрелмәне, теле әйләнмәне.

Сабир, Вил... Ауылдаштары башҡаға төрләнә... Хәтәр заманалар ишек ҡаға... Ғазраилдың үҙе!

Ул әҙәм йә йыртҡыс ҡиәфәтендә лә, әкиәт аждаһаһы төҫлө лә түгел. Күҙгә күренмәй, уны ҡапшап ҡарап булмай, ғөмүмән, ул юҡ. Шул уҡ ваҡытта ул бар һәм сикһеҙ ғәйрәтле. Ғазраил – ул әҙәп юғала, бәйелһеҙлектең сәскә ата башлаған, мал артынан ҡыуыу ғына ысын егетлек һаналған заман, ә һуңғы ваҡиғалар уның донъяға килеүе тураһында ауаз биреүе, тип уйланы Зәйнулла.

Ауыл кешеләренең Ҡурғыға хәҙер һирәк менеүҙәренә, балыҡты ла күберәк ау менән һөҙөп тотоуҙарына әллә ҡасан иғтибар иткәйне ул.

* * *

Ҡыш та килеп етте. Ауыл халҡы дәррәү һуғым һуйырға керешеп китте.

– Әсәһе, балаларҙы һуғым итенә йыйып алаһы ине. Күптән күмәкләп табында ултырғаныбыҙ юҡ. Һөйләшеп алаһы ла бар, – тип, Зәйнулла ҡатынына хәбәр итте лә, йыллыҡ ялын алып, һәр береһен үҙе барып саҡырып сыҡты.

Яҡындарына ат егеп барҙы, алыҫтарына автобус менән йөрөнө. Төмәндәге ҡыҙына «Кисектермәҫтән ҡайтып ет!» тип телеграмма һуҡты. Бөтәһен дә йыйып алыу теләге бигерәк тә ҙур ине шул. «Килмәй ҡуймағыҙ берүк. Бөтә эшегеҙҙе ташлап, мотлаҡ килеп етегеҙ», – тип ҡабат-ҡабат киҫәтеп саҡырҙы.

Билдәләнгән көндә өй кеше менән тулды, ишек алдында бала-саға сыр-сыу килде.

– Балаларым, матур итеп һөйләшеп алыу теләге менән йыйҙым барығыҙҙы ла бер төптән. Эйе, ҙур һүҙ һөйләргә йыйҙым һеҙҙе... – Күпмелер тынып торҙо, өҫтәл артындағыларға күҙ йөрөтөп сыҡты Зәйнулла. – Бында өс быуын йыйылған. Беҙ, атай-әсәйегеҙ, үҙегеҙ һәм ейән-ейәнсәрҙәрем. Насип итһә, бүләләремде лә күрә алырмын. Шунан да арыһы бирелмәгән әҙәмгә. Үкенескә, ғүмерҙәр фани ғына. Барыбыҙ ҙа үлемле...

– Аһ-аһ-аһ, ҡарт, нимә һөйләй башланың табын йәмен ебәреп. Ауыҙына һыу уртлағандай өндәшмәй йөрөнө-йөрөнө лә, тапты хәбәрен... Был ни ҡылығың тағы? – Ҡатыны Әҡлимә уның һүҙен бүлде.

– Әсәһе, арҡыры төшмә! Исмаһам, бер генә тапҡыр ҙа үҙ балаларым менән күңелемде асып һөйләшә алмайыммы әллә? Өлкәнәйҙек, балалар ҙа үҙаллы хәҙер, үҙҙәре ата-әсә. Аҡылһыҙ түгелдәр, тел төбөмдө аңларҙар...

Оҙаҡ уйлап йөрөгән, күңелен әсеткән уй-фекерҙәрен уртаға һалып һөйләшкеһе килде Зәйнулланың донъялағы иң яҡын кешеләре – үҙ балалары менән. Шуға оло йыйын йыйғайны.

– Һуңғы осорҙа болоҡһоп тик йөрөйөм: күңелем үҙ урынында түгел, эсем боша. Ә эргәлә кәңәш ҡороп эш йөрөтөрлөк кеше юҡ. Халыҡ, нишләптер, ыуаҡланды ла китте, өҫтән фекерләй, алғараҡ китеп, иртәгә ни булырын күҙалларға теләмәй, бер көн менән йәшәп тик ята. Үткән айҙа ер реформаһы тураһында закон сыҡты. Ҡабат-ҡабат уҡыным мин уны. Ер алып үҙ хужалығыңды ҡороп була бит хәҙер. Мин шулай аңланым ул законды. Нишләп бер кем дә ҡуҙғалмай? Ирек бирелгәндә халыҡ ергә теше-тырнағы менән йәбешергә тейеш тә баһа...

– Эй, атай, ерҙе беҙгә кем генә тоттороп ҡуйһын. Закон, тигәнең ҡоро ҡағыҙ ғына бит, – өлкән улы йөҙ һытып, ҡул һелтәп, атай һүҙен бүлдерҙе. – Ярай, ер алайым да, тей. Нисек мин уны эшкәртәм, игенен сәсеп, уңышын йыйып, уны эш итәм? Әллә күпме техника кәрәк. Буш нәмә...

– Улай тимә, улым. Ана, беҙ үҙебеҙ генә – бер колхоз! Уйлап, самалап ҡарамайынса, ҡырт киҫергә ярамай. Һүҙ бит ер хаҡында. Мәңгелек Ер хаҡында!.. Кеше килеп тора, китеп тора, ә ер ҡала. Ул ергә һалған хеҙмәт ҡала. Һеҙ бит ҡартатайығыҙҙан ары нәҫел сылбырын белмәйһегеҙ, уны белеү ҡыҙыҡ та түгел, кәрәге лә юҡ. Әгәр быуындан-быуынға күсеп килгән үҙ еребеҙ булһасы? Һәр быуын ҡалдырған йә таш һарайҙар, йә баҡса, йә мең йәшәр имән, йә ҙур быуа күҙ алдында булһа, улар онотолор инеме икән?

– Атай, һин бөгөн бигерәк мәрәкә хәбәр һатаһың, башым буталды. Үлемдән башлап ергә күсеп киттең, әллә ҡасан донъя ҡуйған мәрхүмдәрҙе ҡуҙғатаһың. Тыңлауы еңелерәк булһын өсөн тамаҡты сылатып алғандасы... Күстәнәскә алып килгән үҙемдекен сығарайым, бик булмаһа, – тағы оло улы һүҙен бүлде.

– Бөгөн кәрәкмәҫ, тигәйнем... Был тиклем дә етди һөйләшеүҙә аң айыҡ булһын ул. һынылыш дәүерендә торабыҙ – шуны тылҡыйым мин һеҙгә. Үҙенең аҡ-ҡара һыҙатлы әләмен болғап, яңы заман ишек шаҡый. Насарын да, яҡшыһын да алып килә... Элекке кеүек, ҡул ҡаушырып, түрәләрҙән мәрхәмәтлек көтөп ултырған осор үтеп бара. Баш менән, ҡул менән эшләй торған дәүер. Ғәжәп, быны аңлаған кеше юҡ әйләнә-тирәлә. Һеҙ ҙә, күрәм, «Ҡарт бирешә, юҡ-бар һөйләй», тип бошоноп ултыраһығыҙ... Ярар... Әйҙә, аштан хуш итегеҙ... Булмаҫтыр ҙа шул... Әсәһе, сығар шул нәҫтәкәйҙе. Йәштәр бигерәк бойоғоп китте, әйтәгүр...

Зәйнулла ауыр көрһөндө лә урынына ултырҙы. Был тиклем дә бер ҡатлы булмаҫ кеше. Үҙ балалары, аңларҙар, хупларҙар, элеп алырҙар, кем нисек булдыра ала, шулай булышырҙар, тип уйлаған булды. Хыялый! «Быныһы беҙҙеңсә... Әйҙәгеҙ осрашыу хөрмәтенә... Беренсеһе менән икенсеһенең араһы ҡыҫҡа, әйҙә, тамыҙҙыҡ!..» – мәжлес ҡапыл йәнләнеп китте. Йөҙҙәр яҡтырҙы, телдәр асылды. Бөгөнгө заман тураһында һәр кеменең үҙ фекере бар, имеш: «Крючков телевизорҙан сығыш яһаны, сит илдәр СССР-ҙы тарҡатыу тураһында килешкәндәр тей», «Тарҡала инде, хәҙер килеп, Рәсәй иҫәбенә йәшәп ятҡан ҡырғыҙҙар ҙа, ҡаҙаҡтар ҙа хатта суверенитет иғлан иткәс», «Зерә Гарбач ниместәргә хут бирҙе берләшергә. Улар тағы һуғыш асырға могут», «Бисәһен эйәртә лө йөрөйсө шул миңле пәрей», «Спекулянттарҙың бер-икәүһен урамға сығарып атҡанда, башҡалары ҡотормаҫ ине хаҡ бесеп» һәм башҡалар, һәм башҡалар, һүҙҙәрендә – томаналыҡ, асыу, үпкә, көнләшеү. Өҫтәл артында ҡыҙа, ҡуйыра барған хәбәрҙәрҙе тыңлап, Зәйнулла моңһоу йылмайып ҡуйҙы. «Хәстрүш политиктар, үҙ ихаталарында ни хәлдәр булып ятҡанын белгәндәре юҡ, былары ла шунда – буш боғаҙ Мәскәү әрәмтамаҡтары һүҙен олоғара хәбәр итеп һөйләп ултыралар», – тип әсенде. «Ер алайыҡ бергәләп, үҙ хужалығыбыҙ менән йәшәйек бынан ары», – тип әйтергә йөрьәт итмәне, һүҙҙәренә ҡарағанда, йәштәр элекке ғәмһеҙ тормоштарының бөтөүгә барыуына асыулы. Улар икенселәй йәшәүҙе күҙ алдына килтермәйҙәр, башҡа төрлө йәшәргә лә теләмәйҙәр, ахыры, һуғыш, һуғыштан һуңғы йылдарҙағы аслыҡты, яланғаслыҡты күрмәгән Брежнев заманы балалары бит улар – әҙергә өйрәнгәндәр, бүтәнсә көн итеүҙе белмәйҙәр.

* * *

Ҡыш көндәренең береһендә Зәйнулла атын дөйөм кәртәнән алып ҡайтты ла, өйҙәге малын ҡарағас, фермаға эшкә китте. Көн алсаҡ аяҙ, матур ине.

Төш мәлендә ат санаһы табаны аҫтында ҡар шығырлаған тауышты ишетеп, Әҡлимә йәһәтләп өҫтәлгә аш йыйыштыра башланы. Самауыры ла түрҙән ҡунаҡланы. Хужа, ғәҙәттә, малға бесән һалып инә бер ыңғайҙан. Шуға ашыҡманы. Берауыҡ ваҡыт үткәс: «Оҙаҡланысы, албары ҡыланмағанын», – тип, өҫтәлдән самауырын төшөрҙө лә, мейес алдына ҡуйып, борҡотоп алды, күмер өҫтәне.

Зәйнулланың ҡайтыуына байтаҡ ваҡыт үтеп китте. Инде лә сабырлығын юйған ҡатын тышҡа сыҡты.

– Бә-ә-әй, әллә мынау ҡартлас лаяҡыл иҫереп ҡайтҡан, ғүмерҙә ҡыланмағанын. Санаһында йоҡлап ятасы... Йә, Хоҙай, өшөп тә киткәндер былайтып урамда ятҡас, – Әҡлимә, өптәләнеп, еңелсә көйө егелгән атҡа табан туйтаңланы.

Барып етмәне санаға, туҡтап ҡалды.

– Аллаҡайым, бигерәк килбәтһеҙ ята ла ул, – ҡатындың йөҙөндә хафалы шомлолоҡ хасил булды.

Зәйнулланың башы артҡа аңҡайып, һаламға бата биргән – асыҡ ауыҙы, танауының осо ғына күренә. Йөҙө буръяҡланған, уң ҡулы өҫтән ниҙер алырғамы, әллә, киреһенсә, бирергәме уҡталғандай күтәрелеп ҡатып ҡалған.

Әҡлимә, иң ҡурҡыныс шиктәрен ҡыуып, санаға уҡталды һәм, абынғандай, үле күҙҙәргә төртөлөп туҡтап ҡалды.

Был үлем бөтә ауылды тетрәндерҙе. Һап-һау кеше уйламағанда донъялыҡтан китте лә барҙы.

Ете бала әсәһе Әҡлимә килен булып төшкән ауылда үкһеҙ етем ҡалды ла ҡуйҙы. Кинйәһе Илдар ҙа ике ай элек Себерҙәге апаһы янына эшкә киткәйне.

* * *

Усаҡ, ҡашығаяҡ тирәһенән ары китмәгән Әҡлимәгә яңғыҙ донъя көтөүе уғата ауыр бирелде. Әлдә балалары, сиратлап ҡайтып, ярҙам итеп торҙо. Шулай булһа ла һөтөн һауып эсерлек кенә бер һыйыр ҡалдырҙы ла, башҡа мал-тыуарын балаларына таратып бирҙе. Инде мал да киткәс, ишек алды, кәртә-ҡура бөтөнләй етемһерәп ҡалды. Буран һалған ҡарҙы ла көрәмәй яңғыҙ ҡатын – үҙе йөрөрлөк берләм юлды тапалап һалып ала.

Әҡлимәнең яңғыҙ ғүмер кисеүенә йыл да үтеп китте шулай. Зәйнуллаһының рухына бағышлап, балаларын йыйып, аят уҡытырға ниәтләне, хәбәр ебәрҙе уларға.

Илдар отпуск алып, алдан ҡайтып төштө. Егет, өйҙәре тапҡырына еткәс, ҙур юл сумкаһын ҡарға ҡуйҙы ла тыуған йортона байтаҡ текләп торҙо. Ярым асыҡ тышҡы ҡапҡаны яртылаш көрт баҫҡан. Кисәге ҡарҙы тапалап, уның аша ике-өс тапҡыр уҙғандар. Моғайын, әсәһе һыуға, йә магазинға барғандыр, күршеһенә инеп сығыуы ла ихтимал. Төтөн еҫе килһә лә мөрйәнән өн сыҡҡандай түгел. Күршеләре мейес яға икән. Тәҙрәләр туңмаған – эстән йылытылмаған бинаның, ғәҙәттә, быяла өлгөләре шулай таҙа була ҡышҡыһын да. Илдарҙың күңелен шом баҫты – йорт бөтөнләй етемһерәп ултыра, кеше йәшәмәгән дә һымаҡ. Әллә әсәһе өйҙә юҡмы икән?

Йүгерә-атлай һуҡмаҡтан ихатаға йүнәлде. Әсәһенең эҙҙәренән саҡ ҡына тайпылғайны, ботоноң төбөнә тиклем ҡарға батты. Сығырға аҙапланғанда сибек әбей генә тапалаған һуҡмаҡ уйылып китте, ҡатыраҡ ергә Илдар шыуышып саҡ сыға алды.

Ишек бикһеҙ ине. Йөрәкһеп, абайламай кемделер тертләтеп ҡуйыуҙан ҡурҡып, тотҡаны тартты. Тауышһыҙ еңел асылды ишек.

Ҡаршыһына бер кем дә сыҡманы. Тышта көн үҙәге булһа ла өй ярым ҡараңғы, элекке кеүек мейес йылыһы ла бөркмәне битенә.

– Әсәй, – Илдар һаҡ ҡына өндәште.

– Кем унда, – тауыш төпкө бүлмәнән ишетелде.

– Мин, Илдар.

– Атаҡ, мин һине иртәгә көтә инем, – әсәһе күренде. Ҡартайған, төҫ-ҡиәфәтендә бахырлыҡ билдәһе ярылып ята.

– Нишләп өй һыуыҡ, ҡараңғы? – Илдар яуап урынына үҙе һорау бирҙе.

– Иҫән ҡайттыңмы, улым? Әллә, өйрәнгәнмен инде, миңә ҡалай ҙа ярай, – Илдарҙы ҡосаҡлап алды, күҙҙәрен һөрткөләне.

Илдар ҙур ҡосаҡ утын индереп, мейескә яғып ебәрҙе, тәҙрә ҡорғандарын киреп асты, соланға сығарып самауырға ҡуҙ һалды. Әсәһе ғүмере буйы эшкә сымыры булды, йорттары гел ялтлап торҙо. Яңғыҙлыҡ шулай кәрен алғанмы – донъяһына ҡул һелтәгән дә ҡуйған хәҙер.

– Бер ҙә генә толҡа тапмайым яңғыҙым өйҙә, ҡулыма бер эш тә бармай, – тине аҡланғандай улының аптыраулы ла, шелтәләгәндәй ҙә ҡарашын күтәрә алмай.

– Апайҙарға күсеп кит һуң улай булғас, – Илдар әсәһенә ярҙам итеүҙең башҡа юлын күрмәй ине.

– Килен булып төшкән нигеҙҙе, атайың ҡәберен ташлап ҡайҙа китәйем... Ошонда ғына әүеш-тәүеш итеп йәшәрмен инде ҡалған көндәремде...

Илдар ике көн буйы ҡар көрәне, ирҙәр эше түгел тип тормай, өй иҙәндәрен йыуып алды, керләнгән тәҙрә ҡорғандарын алмаштырҙы. Йылы, яҡты йортҡа йән ҡайтты. Әсәһе икмәк һалып ебәргәс, тәмле еҫ таралды – Илдар үҙен ҡайтанан бала саҡтағылай тойҙо. Ул бер ҡайҙа ла китмәгән, туғандары ла ауылда, хәҙер, ишекте киң асып, атаһы килеп инер...

* * *

Аятка, алыҫ Себерҙәгеләрҙе иҫәпкә алмағанда, ғаилә тулыһынса йыйылды. Аталары, өмөт иткән әруахтар рухына аят бағышлап, сауабын алдылар, донъялыҡтағы бер бурыстарын атҡарҙылар.

– Ҡартатай мәрхүмдең өйөн күсереп алам быйыл. Таш стеналар артында икенсе ҡатта йәшәү ялыҡтырҙы, балалар ҙа ҙурая, – тине өлкән ағалары Хәлфетдин ауылдан саҡырылған кешеләр таралышып бөткәс, туғандарына үҙе хәл иткән ҡарарын еткереп.

Ул ике ҡатлы совхоз йортоноң икенсе ҡатында йәшәй. Өс балаһы бар. Ҡапылғара уңайлы ла һымаҡ ундай торлаҡ – утын ташыйһы түгел, һыуы ла килеп тора. Тик үҙ ишек алдың булмағас, ауылса иркенләп йәшәп булмай – баҡса ла, мал һарайы ла, мунса ла ситтә. Еңелсә генә ҡапыл сығып әйләнеп булмай. Бер һәнәк бесән ташларға булһа ла кейенеп, әҙерләнеп сығырға кәрәк.

– Атайығыҙҙың тейҙергеһе килмәгәйне бит әле өйгә... – Әҡлимә оло улының ниәтен хупламағандай, икеләнеп өндәште.

– Ултырып сереһенме, әтеү?..

– Берегеҙ ҡайтһағыҙсы...

– Бер сығып киткәс, ҡайтыу юҡ инде... Пирспиктива юҡ бында... Мәктәп тә башланғыс синыф ҡына, балаларҙы барыбер ситкә ебәрергә... Нисек ҡайтаһың?.. – Әсә һүҙен балалары хупламаны.

– Атайығыҙ былтыр васыят әйткәндәй ошо өҫтәл артында торғайны бит. Оноттоғоҙҙамы ни?

– Ярай, йәлләгәсең, ултырып сереһен, – Хәлфетдин ҡул һелтәне.

Өй эсендә ауыр тынлыҡ урынлашты. Бер аҙҙан: «Иртәгә эшкә», – тип, ҡайтырға йыйына башланылар. Совхоз автобусын алып килгәйнеләр үҙәктән. Береһенең дә әҙер транспорттан ҡалғыһы килмәне.

Аҙна-ун көндән Илдар ҙа Себергә китте.

* * *

Гөрләп яҙ килде, бар ғәмәл йәшеллеккә күмелде. Әҡлимә, ҡайғыһы онотола төшкәс, яҙмыштан уҙмыш юҡ, тип, донъяһына иғтибарын арттырҙы. Йортҡа элекке бөхтәлек, йәм ҡайтты. Ишек алдын да таҙа тоторға тырыша яңғыҙ ҡатын.

Яңы ғына сыҡҡан ҡаҙ себештәрен кәртә артына ҡыуҙы ла, ҡулын ҡаш осона терәп, тау битләүендәге юлдан ауылға төшөп килгән кешегә баҡты.

– Атлауы Зәйнулланыҡы һымаҡсы, – тине үҙ алдына. – Аһ-аһ-аһ, әллә балам... Илдар булмағайы... Тәс атаһы кеүек баҫып килә...

Ысынлап та, Илдар ине ауылға инеп килгән йәш кеше. Эшен ташлаған да бөтөнләйгә ауылға ҡайтырға булған икән. Әсәһенең яңғыҙлығын, атай йортоноң етемһерәп ултырыуын күтәрә алмаған кинйә малай.

Ул тойғоларға бирелеп кенә түгел, ә ҙур уй һәм оло ниөт менән ҡайтҡан булып сыҡты. Ныҡлы уйлап, яңы ғына ҡабул ителгән закондарға нигеҙләнеп, фермер хужалығы булдырыу буйынса план ҡорған, иҫәп-хисаптарға таянып, буласаҡ хужалыҡтың проектын эшләгән. Ниәте – ер алып, тыуған ауылында төпләнеү, атай нигеҙенә яңы һулыш өрөү ине.

Бер мең дә туғыҙ йөҙ ҙә туҡһанынсы йылдар башында ауыл хужалығында етештереүҙе йәнләндереү өсөн хөкүмәт яңы ойошҡан фермерҙарға мул ярҙам күрһәтте: кредит бирҙе, аҙаҡтан түләү шарты менән техника таратты, башҡа төрлөсә дәртләндерҙе. Үҙ эшенә тотонорға йөрьәт иткән ауыл кешеһенән бары тик ерҙә эшләү теләге, ишекте белеп шаҡып, кәрәкле хужаға мөрәжәғәт итеү, тейешле ҡағыҙҙарҙы теүәл тултырыу ғына талап ителде.

Илдар әлегә үҙ планына төшөрөлгән тәүге аҙымды ғына яһаны. Ниәттәренең башҡаларына өлгәшеү өсөн юлда күп йөрөргә кәрәк буласағын белгәнгә күрә, ул Себерҙә эшләп йыйған мул ғына аҡсаһына «Москвич» машинаһы һатып алды. Һәм уның артабанғы уңыштарын фәҡәт ошо дөрөҫ аҙымы менән аңлатырға мөмкиндер.

Йәш егет буш урында яңғыҙы нисек үҙ хужалығын башлап ебәрергә тейеш? Әгәр илдә барған хәлдәрҙе белмәһәң, закондар менән ҡыҙыҡһынмаһаң, саҡ ҡына тәүәккәллегең булмаһа, әлбиттә, был – тормошҡа ашмаҫлыҡ хыял. Илдарҙың күңеленә атаһының: «Ер алып үҙ хужалығыңды ҡороп була бит хәҙер», – тигән һүҙҙәре уйылып ҡалғайны. Ул быға тәүҙә артыҡ әһәмиәт бирмәне. Себергә сығып китте, мул аҡсаға әүрәп, атай һүҙен бөтөнләй онотҡан да һымаҡ ине. Ләкин аят уҡытҡанда тағы иҫенә төшөрҙөләр. Үҙе лә, тыуған йортоноң һүнеп барғанын күреп, Себерҙә болоҡһоп йөрөнө. Шул мәлдә ҡулына «Совет Рәсәйе» гәзите килеп эләкте. Унда Ырымбур өлкәһендә Смирнов тигән фермер тураһында бер битлек мәҡәлә яҙылғайны: нисек башлап ебәргән эшен, ниндәй закондарға таянған, ҡайҙан, ниндәй ярҙам күргән, хужалығын ни рәүешле ойошторған һәм башҡалар. Гәзиттәге мәҡәлә – эш өсөн торғаны бер камил ҡулланма – тот та, яҙылғандарға таянып, эҙмә-эҙлекле эш ит! Илдарҙа ҡыҙыҡһыныу уянды, ул китапханаға барып, фермер хужалығын ойоштороу мәсьәләһенә ҡағылышлы төрлө баҫмаларҙы уҡыны. Кәрәк нәмәләрҙе яҙып барҙы һәм шулай уның планы тыуҙы.

Ауылға ҡайтҡас, бер ай буйы «Москвич»ынан төшмәне тип әйтһәң дә яңылыш булмаҫ. Көн аша тигәндәй районға йөрөнө. Бына бер мәл ҡулына фермер таныҡлығы, ер биләү тураһында ҡарар алды. Былар банкта иҫәп асып, кредит, дәүләт субсидияһы юллау өсөн нигеҙ ине.

Ҡайһы ваҡыт кешенең юлына уйлағаны үҙе сығып тик тора бит ул. Илдарҙың да тормошонда шундай бер мәл булғандыр – кәрәкле ҡағыҙҙарын ҡулына алыуға өс көн дә үтмәне, ауыл Советы аша эҙләтеп, районға саҡырҙылар. Өфөнән районға фермерҙар өсөн байтаҡ «Беларус» тракторы бүлгәндәр икән.

Исемлеккә Илдарҙы ла индергәндәр, барып, ҡыуып алып ҡайтырға кәрәк, имеш.

Күп тә үтмәй, банктан кредит бүлеүҙәре тураһында ҡағыҙ килеп төштө. Кредитты түләү бер йылға кисектерелә, проценты ла юҡ кимәлендә.

Аҡсаһы ла, техникаһы ла булды, тик сәсеүгә төшөргә һуңлағайны Илдар. Шуға, кәртә артына ҙур итеп аҙбар эшләтте лә, кешенән башмаҡтар һатып алып, һимертеүгә ҡуйҙы. Ем ҡайтартты, бесән эшләне, өс ауылдашын эшкә алды. Ҡышҡа ингәс, көрөккән башмаҡтарҙы ит комбинатына тапшырҙы. Уларҙың урынына йәш быҙауҙар һатып алып ҡуйҙы, орлоҡ, тырма-сәскестәр хәстәрләне.

Яҙғыһын илле гектарҙа иген сәсте. Сәсеүгә хөкүмәттән тағы аҡса бүленде. Аҡса ныҡ үҙгәреп торған заман ине. Элек йөҙ һум менән баһаланған әйбер хәҙер йөҙ мең, хатта миллионға барып баҫа. Кешенең банкта ятҡан аҡсаһы янды, ә Илдар, киреһенсә, был хәлдән отто ғына. Сөнки утыҙ баш мал, аҙыҡ алырға, кәртә-ҡура төҙөтөргә еткән кредитын һатып ебәргән бер баш үгеҙ хаҡы менән ҡапланы ла ҡуйҙы.

Шул осорҙа тамыр йәйеп ҡалған Илдар артабан хужалығын киңәйтә, нығыта ғына барҙы. Иген икте, мал үрсетте, техникаһын ишәйтте, кәрәк биналар, фермалар һалды. Ике меңдә бишенсе йылда Илдарҙың фермер хужалығында тотош ауыл эшләй ине. Магазин да тотто, Ҡурғы ҡаяһының ышығына ял йорто ише нәмә төҙөттө. Өлкән ағаһы Хәлфетдин ҡартаталарының йотона күсеп ҡайтты. Төҙөлөштәр һүнеп ҡалғас, ялланып эшләүгә күскән икенсе ағаһы Харрис та ауылда өй күтәрә башланы. Илдар ярҙам итте.

Ауылдаштарына хеҙмәттәре өсөн тейешенсә түләне. Инде ҡото китеп барған тыуған төйәге күҙгә күренеп үҙгәрҙе, кешеләрҙең йөҙө асылды, дәрте күтәрелде.

* * *

Зәйнулланың балалары әсәләренең етмеш биш йәшлек оло юбилейына береһе лә ҡалмай йыйылды. Йәйҙең матур көнө ине.

– Күмәкләп Ҡурғыға менәйек, – тине Илдар туғандарына.

Тәҡдимде барыһы ла дәррәү хупланы. Ҡаяның иң бейек урынына Илдар тирә-яҡты ҡарап тороу өсөн махсус майҙансыҡ эшләткәйне бер йыл элек. Әсәләрен дә күтәреп мендерҙеләр бейеккә.

– Ризамын һеҙҙән, балалар, – тине Әҡлимә ҡарсыҡ күҙҙәрен һөртөп, күҙ күреме ергә һоҡланып бер килке ҡарап торғас. – Атайығыҙ менән йәш саҡта йыш менә торғайныҡ ошонда. Ҡартлығымда ла насип булды тағы бер күтәрелергә... Рәхмәт... Атайығыҙ рухына тап төшөрмәнегеҙ... Фатихамды бирәм барығыҙға ла...

Ҡая аҫтында Һаҡмар мәңгелек йырын сылтыратып һуҙҙы, Ҡурғыға серен һөйләне. Улар иркенлек өсөн бер-береһе менән көрәшкән дошмандар түгел, ә Урал тауының һөйөклө балалары, йәме һәм ғорурлығы икән.

Тәбиғәттә һәм ысын кеше тормошонда ваҡлыҡтарға урын юҡ шул...

Байгилде Моталлап.

Читайте нас: