Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт/Общество
5 Ғинуар 2022, 21:45

Әрем бәйләме (хикәйә)

– Атаҡ-атаҡ, был бабай ҡайҙа йөрөй икән, – тип үҙалдына һөйләнә-һөйләнә аты янына барһа, уныһының эйәр ҡашағаһына ҙур ғына әрем бәйләме эленгән. Тояҡтары лысма тупраҡ, был ни хәл, батҡаҡҡа баттылар микән? Атҡа яҡыныраҡ килеп, яңылыштан ғына күҙҙәренә ҡараһа, мөлдөрәмә тулы күҙ йәштәре яңағы буйлап аға ине

Әрем бәйләме (хикәйә)
Әрем бәйләме (хикәйә)

Бер ауылда, барыһына ла үрнәк булып, матур итеп донъя көткән, ти, әбей менән бабай. Уларҙың бар тапҡан таянғаны хәләл булған. Әбей ҙә, бабай ҙа бик егәрле булған, иртә таңдан ҡара кискә тиклем эшләгән улар. Мал көткәндәр: һарайҙарына барып инһәң, уҫтаптай еленле, буралай ныҡ өс һыйыры, эргәһендә быҙауҙары, арыраҡ үтһәң, аҡлы-ҡаралы әллә күпме кәзә-һарығы, ә инде ялан кәртәгә сыҡһаң, ике тайы, ике бейәһе ҡолондары менән тора, ти. Ихатала ҡаңғылдашып ҡаҙҙары, таҡта менән бүленгән араның икенсе яғында әтәсе менән иҫәпһеҙ-һанһыҙ тауыҡтар тора икән.

Таң һыҙылыу менән солан ишегенең биген асып, йәштәр һымаҡ ныҡ баҫып, бабай сыға өйҙән. Йәше туҡһанға етеп барғанға әйтәләрҙер уға бабай тип, ә былай ул бер ҙә бабайға оҡшамаған – типһә тимер өҙөрҙәй ир кеүек. Ул йәһәт кенә тәһәрәт ала һалып, өйөнә кире инеп, иртәнге намаҙын уҡый. Шунан тағы тышҡа сыға. Ашыҡмай ғына тупһанан төшә, донъяһын байҡай. Бар нәмәһе үҙ урынында, шөкөр, бөтөн ерҙә тәртип хөкөм һөрә. Бабай сөйҙә элеүле торған йүгәнен, сыбыртҡыһын алып, аттары янына ашыға. Ялан кәртәгә барып екке бейәһенә атланып, кәртә артындағы башмаҡтарын иҫке баҫыуға ҡыуа.

Шул ваҡытта әбейе сыға урамға. Быныһына ла әбей тип әйтеп булмай, уны илле биш йәштәрҙәге ҡатын тип әйтергә була. Тупһала торған ҡомғанын ҡулына эләктереп, тәһәрәт алырға юллана, кире килгәс, эйелә һалып урынында ятҡан ҡаҙ ҡанатын алып, тупһаһын һепереп тә ҡуя.

Ул да өйгә инеп намаҙын уҡый һалып сыға ла, ҡоймаға түңкәрелгән күнәктәрен беләгенә эләктереп, һәүкәштәрен һауырға һарайға инеп китә. Тегеләре хужабикәһен күреү менән тотоналар кемуҙарҙан мөэлдәргә, йәнәһе, иң беренсе мине һау, иң беренсе мине һау. Өйрәтелгән тәртип буйынса, өйрәнелгән хәрәкәттәр менән әбей күҙ асып йомған арала һыйырҙарын һауып бөтә. Уңарсы булмай, бабайы ҡайтып етә. Әбей, һөт тулы ике күнәген әүеҫлек аҫтына элеп, быҙауҙарын әсәләренә ҡуша. Улары, ҡойроҡтарын болғай-болғай, тубыҡланып тороп, әсәләренең елененә морондары менән йәнтәслим төртә-төртә, ауыҙҙарынан һөт күперектәрен ағыҙа-ағыҙа, бар донъяһын онотоп, рәхәтләнеп имә башлай.

– Ғәйнислам, Семәрҙең быҙауының эсе китеп торасы, һыйырҙарҙы ҡыуғас, әрем алып ҡайтырһың әле, – әбей бабайына бөгөнгө көндә беренсегә һүҙ ҡуша.

– Бер ыңғай күберәк алып ҡайтырмын, йыл әйләнәһенә етәрлек итеп, –тине лә ҡарт, быҙауҙарҙы әсәләренән айыра башланы.

– Йә улайһаң, һөттө сәйҙән алда тартырмын.

– Үҙең беләһең, – тине лә һүҙгә һаран бабайы, атына менеп, һыйырҙарҙы көтөүгә ҡыуып та китте.

Бабайы артынан ҡапҡаны һәйбәт итеп япты әбей, шунан быҙауҙарын һарай артындағы кәртәләнгән аҡланға ҡыуып сығарҙы. Бынау эсе киткән быҙауы, әсәһенең ҡуйы һөтөнән ауырығанын аңламай инде, һаман имгеһе килеп, әбейҙең янбашына мороно менән төртә.

– Иии, бөҙрәкәйем, ҡойроҡ аҫтың бысранып йөрөгәнде белмәйһеңдер, һаман имергә һорайһың. Әйҙә, бар, иркенгә сығып уйнаҡлап ал, йонсоп китмәҫ борон, – тип иркәләне әбей, – бабай оҙаҡламаҫ, һиңә дарыу алып ҡайтыр.

– Ҡош-ҡортто асһаң, ыуаҡ малды сығарғанда аяҡ аҫтында сыуалышып алып китәләр, әле иртә, – тип, үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә, һөтлө күнәктәрен алып аласыҡҡа юлланды әбей.

Өҫтө күбекләнеп торған йылы ғына һөттө сепаратор аша йәһәт кенә айыртып алды әбей. Ҡаймағын һыуытҡысҡа ҡуйып, айыртылған һөттөң бер биҙрәһен төбө майланған ҡаҙанға ауҙарҙы, ҡайнатып, ҡатыҡ ойотор, икенсеһен, ҡош-ҡортҡа булыр, тип, аласыҡ соланындағы әрһеҙ биҙрәгә ҡойҙо. Ҡаҙанының аҫтына ут тоҡандыра һалды ла, күмер төшкәнсе тип, сепаратын йыуып ҡуйҙы. Ғәҙәттә, улар бабайы менән һөт тартырҙан алда уҡ иртәнге сәйҙе эсеп ҡуя торғайнылар.

– Әй, әттәгенәһе, сәйхур ғына бабайым, һыуһап ҡына йөрөй микән? Юҡҡа ҡуштым үҙенә әрем йыйырға, – тип әйтеп тә өлгөрмәне, йөрәген берәү ҡуш усына алып ҡыҫтымы ни, яман итеп ауыртып ҡуйҙы. Аһ-аһ, был ни ғәләмәт, йөрәк сирен онотоп та бөткән ине, тағын башларға уйлай микән? Ауыртыуы баҫылғас, йөрөп ҡараны әбей, ебәрҙе, шикелле.

Ҡайнап сыҡҡан самауырын борҡотоп, теүәсәйен баҫты ла, ихатаға сыҡты әбей. Урам ҡапҡаһын асып ҡуйҙы. Шулай итмәһәң, кәзә-һарыҡтары һарай ишеген асыу менән ихата буйлап тырым-тырағай һибелә, уларҙы йыйып алырмын тимә, ә былай, тыңлаулы ғына туп-тура барып асыҡ ҡапҡанан сығып китәләр. Әле лә, ыуаҡ малын сығарып, уларҙың өйҙәренән алыҫ булмаған көтөүгә барып ҡушылғанын ҡарап торҙо ла әбей, боролоп, ҡулын ҡаш өҫтөнә ҡуйып, бергилке бабайының ҡайтырға тейеш яғын ҡарап торҙо. Юҡ, күренмәй. Үҙенең күңеле яман болоҡһоно. Ошо болоҡһоуға ла ныҡ асыуы килде әбейҙең, сөнки тигенгә түгел был. Бабайы ла әйткәне бар уға, үҙе лә тикшергән – күңеле урынында түгел икән, бер алама хәл көт тә тор. Хәйерлегә булһын инде.

Ҡапҡаһын ябып, әбей инде ҡош-ҡорто торған келәткә табан атланы. Хужабикәләренең аяҡ тауышы ишетелеү менән ҡаҙҙары ҡаңғылдаша, тауыҡтары ҡытҡылдаша башланы. Келәттең ишеген асыуға, иң беренсе үҙ баһаһын төшөрмәй, әкрен генә баҫып, ата ҡаҙ килеп сыҡты. Уның артынса, бәпкәләре менән өс инә ҡаҙын, суҡышмаһындар өсөн, айырым бикләгән ояларынан сығарҙы әбей. Ата ҡаҙ ҡыуаныстан, түңкәреүле ятҡан тимер тастың өҫтөнә менеп китеп бейей хатта. Ә инәлектәре, ярарға тырышыпмы, муйындарын һоноп ҡаңҡылдығы сығып өйөрөләләр эргәһендә. Айырылып тороп ҡушылған ҡаҙҙарҙың ҡыуанысына күҙе ҡыҙып ҡарап торҙо әбей. Үҙенең бәпкәләре үҫеп таралышып бөттө инде, хәҙер үҙҙәре өләсәй-олатайҙар.

– Әсәй, көтмәгеҙ инде шул хәтлем мал менән ҡош-ҡортто, икегеҙгә генә ауыр бит, – тиһәләр ҙә балалары, тыңламай әбей менән бабай, ғүмер баҡый шулай өйрәнгәндәр улар. Нисек инде, бынау бәпкәләрҙең һинең менән бипелдеге сығып һөйләшкәнен ишетмәйенсә, быҙауҙарҙың күҙ ҡыуандырып, һикереп китеп уйнаҡлағандарын күрмәйенсә йәшәргә була?

Тауыҡтарын да асып сығарып, ем һипте әбей. Ҡаҙҙарына ашарға һалып, яман итеп ҡарҡылдаған ҡарға тауышына башын күтәреп ҡараһа, уныһы ҡапҡа башында ултыра икән.

– Уй ҡороғор, нимә теләп унда ҡарҡылдап ултыраһың? – Әбей бар көсө менән киҙәнеп, ҡулындағы таяҡты ҡарғаға ташланы. Ҡыу таяҡ, ҡапҡаға барып ҡаҡлығыуға, ҡош осоп китте. Былай ҙа эсе бошоп йөрөгәндә, был ҡарғаһы ни икән, тип асыуы килде әбейҙең.

Бабайы тиҙерәк ҡайтһа икән. Артҡы ҡапҡа яғында ат тауышын ишетеп, әбейҙең йөрәгенә йылы йүгерҙе, ынтылып ҡарағансы, саҡ артына йығылып китмәне – ат яңғыҙы ине.

– Атаҡ-атаҡ, был бабай ҡайҙа йөрөй икән, – тип үҙалдына һөйләнә-һөйләнә аты янына барһа, уныһының эйәр ҡашағаһына ҙур ғына әрем бәйләме эленгән. Тояҡтары лысма тупраҡ, был ни хәл, батҡаҡҡа баттылар микән? Атҡа яҡыныраҡ килеп, яңылыштан ғына күҙҙәренә ҡараһа, мөлдөрәмә тулы күҙ йәштәре яңағы буйлап аға ине. Ниндәй генә хәлдәрҙә лә тыныс ҡала белгән әбейебеҙ сеңләп илап ебәрҙе.

– Эй, малҡайым, һөйләшә белһәң, аңлатыр инең ни булғанын, – әбей иламһырап, аттың башынан һөйҙө. Яулыҡ остарына күҙ йәштәрен һөрттө лә, атын ялан кәртәгә индереп ҡуйҙы. Үҙ-үҙеңде бөтөрөү менән бер ниҙә эшләп булмаҫ, бабайҙы эҙләп сығам, тигән ҡарарға килде ул.

Ауылдың икенсе осонда йәшәгән улына барып ғауғаламай ғына хәлде аңлатты ла, улының ун биш йәшлек ейәнен эйәртеп, йылға буйына китте.

Бына бабайының йөрөгән аяҡ эҙҙәре, иртәнге ысыҡтан һуң асыҡ беленә, әбей шулар буйынса барып йылға ярына килеп етте. Бында атына һыу эсерҙе, ти, эсергәс, ҡайтырға тейеш тә инде, тип уйлап та өлгөрмәне күҙ алдына малҡайының тояҡтары килеп баҫты – улар бит лысма тупраҡ ине. Әбей бейек ярҙың ишелгән урынына текәлде лә ҡатты.

– Өләс, өләсәй, ҡартатайым ошонда тип уйлайһыңмы? – тип берҙе генә һораны ла һиҙгер малай, йән-фарман ауылға табан йүгерҙе.

Күпме ваҡыт үткәндер, өлкән улы ейәне менән йүгереп килеп еткәндә, сәсе-башы туҙған әбей баштан-аяҡ ҡап-ҡара булып, бабайының ярты кәүҙәһен тупраҡтан соҡоп сығарған ине.

– Ҡартатайым, – тип килененә оҡшап күңелсәк ейәне илай башлағайны, әбей ҡырыҫ ҡына:

– Ҡартатайың илағанды яратмағанды беләһең, нишләп илайһың? Тым! –тип тыйып ҡуйҙы. – Илнур, балам, бар, атты егеп алып кил йәһәт кенә, – тине әбей тыныс ҡына. Һыуынып та өлгөрмәгән бабайын көскә күтәреп арбаға һалыуға, ауылдан бер төркөм кешеләр килеп етте, улар араһында туғандары, фельдшер менән участка милиционеры ла бар ине.

Арба башында ултырған әбей ҡәҙерле кешеһенең башын алдына һалған да, сикәләренән һыйпай-һыйпай ниҙер һөйләй. Иртәнсәк кенә йүгереп йөрөгән икәүҙең береһе йәнһеҙ тәнгә, икенсеһе, ысынлап та, һикһәнде үткән әбейгә әйләнгәйне был саҡта.

Өйҙәренә ҡайтыуға өлкән килендәре килеп еткән ине. Ҡәйнәһенең уң ҡулы булған ҡатындың иңенә был юлы ла бар эш төштө. Уның ире әбей менән бабайҙың бөтөн Рәсәй буйлап һибелгән үҙенән тыш туғыҙ балаһына аталары менән булған ҡайғыны кеҫә телефонынан шылтыратып хәбәр итте. Атаһын ерләү мәшәҡәттәрен дә үҙ өҫтөнә алды.

Ишек алдына ауыл халҡы тула башланы, өйгә мулла һәм бер нисә аҡһаҡал инде.

Үҙенең дә, бабайының да һуңғы көнөнә тип әҙерләп һалып ҡуйған кәфенлектәрен, кәрәк-яраҡтарын мәйетте тәрбиәләргә тип ингән ирҙәргә тапшырҙы ла, әбей тышҡа сыҡты. Яҡында йәшәгән ҡыҙҙары килеп еткән, тупһаға ултырып шым ғына илайҙар, әбей уларҙың янына ултырҙы. Ә ҡапҡа бер туҡтауһыҙ асылды ла ябылды, асылды ла ябылды.

Өлкән кешене, етмәһә, йәйҙең эҫе көнөндә оҙаҡ һалып ҡуйыу килешмәҫ, тип, кәңәш иттеләр ҙә, бабайҙы мәрхүм булғандың иртәгәһенә үк ер ҡуйынына тапшырҙылар. Мәрхүмдең гүр эйәһе булыуына ике көн үткәс, өсөн, унан һуң етеһен уҡыттылар. Ете тәүлек элек һин дә мин йөрөгән әбей танығыһыҙ булып үҙгәрҙе. Ҡайғырғанын кешегә күрһәтмәҫкә тырышһа ла, күренеп тора – йөҙөн хәтһеҙ-һанһыҙ йыйырсыҡтар телгеләне, күҙҙәрендәге нур һүнде, бөтөн кешене аптыратып ошоға ҡәҙәр ҡап-ҡара булған сәстәре ап-аҡҡа мансылды. Бер кемдең дә был донъяға мәңгелеккә килмәгәне мәғлүм дә, тик былай ҡыйын булыр, тип кем уйлаған.

Аталарының етеһен уҡытырға тип йыйылған балаларына таралмаҫҡа ҡушҡайны әбей. Әле бына кис етте. Күмәкләшеп, һарай тулы малды яптылар ҙа аласыҡҡа киске сәйгә ултырҙылар. Сәй эсеп бөткәс, әсәләре һүҙен башланы.

– Балалар, бар донъяның тотҡаһы булған атайығыҙҙан һуң күп тормам инде, ул-был хәл була ҡалһа тип, барығыҙҙы ла йыйҙым әле...

Ҡыҙҙары, улдары уны кемуҙарҙан йыуатырға тотонғайны, ул:

– Рәхмәт һеҙгә, тик үҙегеҙ белеп тораһығыҙҙыр, мине йыуатыр өсөн йыймағанды. Тағын бер тапҡыр рәхмәт әйтәм, беҙ үлмәҫ борон мал бүлешеп йөрөмәгәнегеҙгә, – әбейҙең йыйырсыҡлы битенән эре йәш тамсылары тәгәрәне, – нишләйһең, донъя бит, ана, күрше Фәүзиә әбейҙе генә алығыҙ – үҙе бар көйөнсә балалары емерелеп барған өйөнә талашалар, аниһә шул өйҙө йүнәтеп бирһәләр, – ҡулдарын теҙенә һалып, башын аҫҡа эйеп, әбей арыуыҡҡа тынып ҡалды. Йөрәге ныҡ ауыртһа ла, балаларына күрһәтмәҫкә тырышып, шулай ултырҙы ул. Бер яҡ кеҫәһенән күҙлеген, икенсе яғынан бер бит ҡағыҙ сығарҙы.

– Атайығыҙ яҙып ҡалдырған васыятнамәне уҡып ишеттерәйем, – тине лә, ҡағыҙға текәлде, – үҙемдә уҡығаным юҡ хатта, уның ғәҙел булырына шул хәтлем ныҡ ышандым...

Барыһы ла тынып ҡалды. Васыят ҡыҫҡа һәм аңлайышлы итеп яҙылғайны. Әйтерһең, бабай үҙе һөйләй. Балаларының береһен дә ҡыйырһытмаған, береһен дә ситтә ҡалдырмаған. Иң хайран ҡалдырғаны аҡса тураһында яҙылғаны булды. «Бар йыйған аҡсаны өйҙәге мейестең ташы аҫтына һалғанмын. Ул аҡса өлкән киленем Юлдыбаева Хәмиҙә Мирсәйет ҡыҙына тәғәйен». Ҡағыҙҙағы был һүҙҙәрҙе уҡығас, килене:

– Юҡ, ҡәйнәм, ала алмайым аҡсаны, уңайһыҙ бит, – тине баҙнатһыҙ ғына.

– Нимәһе уңайһыҙ, ти, был ҡайныңдың һуңғы теләге, уны үтәмәү – ҙур гонаһ. Тик иң алда ул аҡсаны табыу кәрәк, – тип аласыҡтан өйгә инеп китте әбей, артынан балалары эйәрҙе.

– Мейес аҫтындағы ташты табыр өсөн баҙға төшөр кәрәк, – тип, өлкән улы баҙҙың ауыҙын асып төшөп тә китте. Күп тә үтмәй, бер төргәк тотоп килеп сыҡты.

– Әй, иҫемә төштө, бабаҡайым пенсия алған һайын бер тинен дә тотонмайынса, һалып ҡуя торғайны шул, унан һуң баҙға кәрәкһеҙ-ниһеҙ төшөп йөрөгәнен бер-ике тапҡыр күргәйнем дә, уны кем уйлаһын аҡса йыйып йөрөй тип, – шулай һөйләнә-һөйләнә төргәкте тағатты әбей, – бына, килен, риза булып ал, күпме бар шуныңса аҡсаны. Изгелегеңде күп күрҙек бабай менән, Хоҙай Тәғәлә һинең үҙеңә лә килендәреңдең мәнфәғәтен күрергә насип итһен, – тигән һүҙҙәр менән тапшырҙы өлкән килененә аҡсаны әбей.

Барлыҡ балаларына ла үрнәк булып торған бабайҙың рухын хөрмәт итеп, әсәләренә лә ихтирам күрһәтеп, йыйылған туғандар бер ҙә низағлашманы, хатта өлкән еңгәләренең ҡулында күпме аҡса булыуы менән дә ҡыҙыҡһынманы. Өлкән килен аҡсаны алдына һалып, ике усын битенә яҡын килтереп, доға уҡыны.

– Алла бирһә, ҡайнымдың изге рухына аяттар бағышлармын, йыл һайын йыллығын уҡытып торормон, рәхмәт, – ҡатындың күҙ алдына ҡайныһының үҙе килен булып төшкән сағы килеп баҫты – йәш кенә ҡыҙға ҡарата аталарса сабыр ҡыланды, аҡыллы кәңәштәре менән һәр ваҡыт ярҙам итер ине, хатта ҡәйнәһенә ҡарағанда яҡыныраҡ була торғайны, мәрхүмең.

Өрмәгән ергә ултыртмай балалары әбейҙең, ни теләй, шуны эшләп, ауыҙына ғына ҡарап торалар ҙа ул, шулай ҙа уның бабайы менән икәүҙән-икәү ҡалғыһы килә ине. Эйе, бабайы китмәгән бит әле, һаман уны көтөп йөрөй алдан һөйләшелгәнсә. Алай ҙа ғына балалары әсәләрен йоҡлағанда бимазаламайыҡ, тип, өйҙә бер үҙен ҡалдырып таралыштылар. Башы яҫтыҡҡа терәлеп, күҙен йомоу менән хәтирәләргә сумды әбей...

Ғәлимә менән Ғәйнислам ун бала табып үҫтерҙе. Ир кешенең әсәһе үлеп ҡалып, атаһын үҙҙәренә алғайнылар. Ҡартатай кеше һуғыштан алып ҡайтҡан яралары ныҡ һыҙлауға ҡарамаҫтан, хужалыҡта ярҙам итер, ейән-ейәнсәрҙәрен ҡарашыр ине. Ҡанаттары ҡайырылған аҡҡош һымаҡ йөрөгән ҡайныһына ҡарап, Ғәлимәнең йөрәге һыҙлай торғайны. Бер көн кис йоҡларға ятҡас:

– Ҡайныма ҡыйындыр инде яңғыҙына ғына, – тигәйне иренә, уныһы һәр ваҡыттағыса ҡыҫҡа ғына итеп:

– Ни хәл итәһең, донъя бит, – тине.

– Әй, Хоҙайым, фани донъяларҙан беребеҙ иртәрәк китеп, икенсебеҙ оҙаҡ йөрөмәһен ине. Ҡартайғансы бергә-бергә тигеҙ йәшәп, бер мәл дә генә үлһәк ине, – тип ҡуйғайны ул ваҡытта Ғәлимә. Теләген шулай ныҡ теләгәнме, әллә Хоҙайҙың амин тигән сағына тура килгәнме шул көн килде. Үҙенең хәлен үҙе белә әбей, дарыуҙарын эҫеүҙе туҡтатыу менән килгән ҡайғыны йөрәгенең күтәрә алмаҫын.

Йылғаның яры ишелеп, тупраҡ аҫтында ҡалған бабайын тапҡас та әбей:

– Ғәйнисламҡайым, бабаҡайым, бер үк ғәфү ит инде, шул әрем тигән булып, һинең башыңа еттем. Йәнекәйем, әйтә алһаң, ни хәл итәһең, донъя бит, тиер инең, юҡ шул, һуң инде. Бер үтенесем бар – яңғыҙымды оҙаҡ йөрөтмә, тиҙерәк яныңа ала һал инде, – тип теләк теләне. Ул ваҡытта ла, әле үҙенең түшәгендә ятҡанда ла шул теләктә ҡалды әбей.

Ут янып торған алғы яҡтың ишегенән тауыш-тынһыҙ ғына бабайы килеп инде. Ул яҡынайған һайын әбейҙең былай ҙа ауыртҡан йөрәге шартлар сиккә етеп дарҫ-дөрҫ тибә башланы.

– Әйҙә, Ғәлимә, – тине янына килеп бабайы. Ҡыҫҡа һәм аңлайышлы, һәр ваҡыттағыса.

Зифа Исҡужина-Ғәҙелшина

Читайте нас: