Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
11 Ғинуар 2022, 12:45

Бөгөн - Бөтә донъя Рәхмәт белдереү көнө

11 ғинуар - Рәхмәт көнө. Тормош юлында бер нәмә лә осраҡлы түгел. Аллаһ Тәғәлә бер кемде лә беҙҙең юлға бушҡа ғына сығармай - ниндәйҙер һабаҡ бирә. Изге күңеллеләр ярҙам итһә, яуыздары ярҙан этә - барыһы ла йәшәргә өйрәтә.

Рәхмәт һеҙгә, рәхмәт, яҡындарым,

Шатлыҡтарға, бәхет, ярҙамға.

Ғүмеремдең ауыр мәлдәрендә

Һеҙгә һәр саҡ таяна алғанға.

Рәхмәт һеҙгә, рәхмәт, изгелеккә,

Яҡшы кәңәш, ныҡлы терәккә.

Туғанлыҡ-ул иң юғары тойғо,

Ташламаҫ ул мине кәрәктә.

Рәхмәт һеҙгә яуыз сир-сырхауҙар,

Ҡайғы-хәсрәт еңә барғанда,

Һеҙҙең менән мин еңелмәҫ, рухлы,

Һәм көслөмен туғаным булғанға.

Рәхмәт һеҙгә, рәхмәт, яҡындарым,

Ярҙам ҡулын миңә һуҙғанға.

Һәр берегеҙ йәндәй ҡәҙерле лә,

Бәхетлемен тик һеҙ булғанға.

Нутфуллина Рәйлә

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: