Йәмғиәт Общество
21 Ғинуар 2022, 08:21

22.02.2022 - ғариза бирергә бер көн ҡалды!

22.02.2022 бөтә ЗАГС-тарҙа ла ажиотаж көтөлә. Был “матур” датаға бер ай ваҡыт ҡалды, ә был көндө никахтарын законлаштырырға теләгәндәрҙең күплеге... 

Республикала был көндө туйҙарын билдәләргә 332 пар теләк белдергән. 

2022 йылдың 22 феврале –  абсолют “көҙгөлө” дата.  
 Был дата палиндром тип тә атала. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, планлаштырылған никах теркәү көнөнә бер ай алдан ғариза яҙырға кәрәк.  Тимәк, кемдәр был матур датала никахтарын законлаштырырға уйлай, һеҙгә бер көн ҡалды!  Ғаризаны Дәүләт хеҙмәттәре порталына, йәки ЗАГС бүлегенә шәхсән мөрәжәғәт итеп бирергә була.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас