

Хакасияның Черногорск ҡалаһында Николай Крапива исемле терапевт сәләмәтлек ҡаҡшауына зарланып килеүселәргә ете көн йыуынмаҫҡа, "үле һыу менән" ингаляция эшләргә, туҡланыуға ашҡабаҡ, ҡарағат, кишер, ҡыҙыл сөгөлдөр индерергә, һуған һуты менән һуларға, магнит һалырға кәңәш иткән. Был хаҡта Йәмәғәт контролен үҫтереү үҙәге үҙенең инстаграмында хәбәр итә.
Табиптың ауырыуҙың картаһында һанап үткән күрһәтмәләренән һуң ғына вирусҡа ҡаршы препарат ҡабул итеү кәрәклеге яҙылған.
Хакасияның Һаулыҡ һаҡлау министрлығы табиптың дауалау ысулын тикшерәсәк. Ә ауырыуҙарға иһә табип йәнә ошондай күрһәтмәләр бирһә, тура поликлиниканың йәки терапия бүлегенең мөдирҙәренә мөрәжәғәт итергә тәҡдим ителгән.
Ә һеҙгә ошондай "халыҡсан" табиптар осрағаны булманымы?