Йәмғиәт Общество
31 Ғинуар 2022, 06:40

Башҡортостанда элекке директорҙы мутлыҡ өсөн хөкөм иткәндәр

Ул, йәнәһе, мәктәптең ихтыяждарына тип уҡытыусыларҙан аҡса йыйған.

Ул, йәнәһе, мәктәптең ихтыяждарына тип уҡытыусыларҙан аҡса алған.

Башҡортостанда мәктәптең элеккке директорын мутлыҡ өсөн(ч. 3 ст. 159 УК РФ) хөкөм иттеләр. Был турала, бөгөн, 31 ғинуарҙа, төбәк прокуратураһынан хәбәр иттеләр. Ҡатынды 4 йыл да 10 айға шартлы хөкөм иттеләр.

 Тикшереү органдарынан әйтеүҙәренсә, хөкөм ителеүсе 2016 – 2019 йылдарҙа, Өфө районы мәктәбенең белем биреү учреждение директоры булараҡ, үҙ ҡулы аҫтында эшләгән 19 уҡытыусының премияһынан мәктәптең ихтыяжына тип аҡса алған. Айлыҡ сумма 500 һумдан 5 меңгә тиклем еткән. Шулай ул 790 мең һумға тиклем аҡса урлаған.

 Хөкөм ителеүсе үҙен енәйәт ҡылыуҙа ғәйепле тип һанамай.

 Прокуратуранан асыҡлауҙарынса, хөкөм ҡарары үҙ көсөнә инмәгән.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас