Бөгөн – галуш көнө
АУЫЛ “ВЕЗДЕХОДЫ”
Йәше-ҡарты галуш кейә
Йәйен-ҡышын ауылда.
Зәрә оҡшап ҡала галуш
Айырыуса яуында.
Һыу үткәрмәй, үҙе йылы,
Үтеп була бар ерҙән.
Йәлке булмаҫ уға урын
Биргәндә лә иң түрҙән.
Ауылдың вездеходы ул,
Везде ходит был галуш.
Ҡайһы саҡта шул галушҡа
Булып та ала талаш.
Кем өлгөрө, ул шуныҡы –
Тупһа төбөндә көтә.
Теләгән ереңә илтер –
Аяҡ тығыу ҙа етә!
Бер ҡараһаң, оло ҡата
Күршегә бара инеп.
Бер ҡараһаң, өй янында
Һүҙ тыңлай иҫе китеп.
Бер ҡараһаң, һыуға китә,
Унан һыйыр һауыша.
Урамда хужабикәгә
Ҡайсаҡ ләстит һатыша.
Магазинға ла йөрөй ул,
Мунса яға, ҡар көрәй.
Бер ҡараһаң, бәләкәсен
Санаға һалып һөрәй.
Бесән саба, йыя, ҡоя,
Ташып ала ҡураға.
Туфлиҙар асфальт тапаһа,
Был елдерә тураға.
Лаклы туфли арты торһон,
Йәшәһен беҙҙең ҡата!
Һикәлтәлә, тоғро эттәй,
Һәр ваҡыт көтөп ята!
Машинаға ла өйрәнде -
Тормоз-газды шәп белә.
Йыуып алһаң, ҡыуаныстан
Ялт та йолт итеп көлә.
Ҡатаң булмаһа, ауылда
Делать нечего, дуҫтар.
Байрамы менән ҡотларға
Сәпәкәй итһен устар!