Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
10 Февраль 2022, 17:45

Медицинала билдәле ғалим

Медицина фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт медицина университеты профессоры Хәсән Хәмзә улы Мырҙабаев медицина фәнен үҫтереүгә, кадрҙар әҙерләүгә тос өлөш индергән абруйлы шәхестәребеҙҙең береһе. Уның бар булмышы халҡына хеҙмәт итеү.

Медицинала билдәле ғалим
Медицинала билдәле ғалим

Ул 1951 йылда Ейәнсура районының Ибрай ауылында Хәмзә һәм Миңлебаныу Мырҙабаевтар ғаиләһендә дүртенсе бала булып донъяға килә. Ибрай һигеҙ йыллыҡ һәм Күгәрсен урта мәктәптәрен тамамлай. Һәр ваҡыт яҡшы уҡый, математика һәм физика менән бигерәк тә яратып шөғөлләнә. Шуға күрә яҡындары ул киләсәген ошо фәндәр менән бәйләр, тип фараз итә. Ләкин Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт иткәндән һуң, күптәрҙе ғәжәпләндереп, егет медицина институтына уҡырға инә.

Был, моғайын, тиккә генә булмағандыр. Хәсәндең ҡартатаһы Әбделкәбир Мырҙабай улы халҡына күп изгелектәр эшләгән, кешеләрҙәң тәрән ихтирамын яулаған билдәле дин әһеле, халыҡ табибы һәм әүлиә булған. Ул күп ауырыуҙарҙы өшкөрөп аяҡҡа баҫтырған, дарыу үләндәре серҙәрен яҡшы белгән, уларҙан төнәтмәләр яһап та дауалаған.

Уның атаһы Мырҙабай күп умарта тотҡан, тирә-яҡта билдәле һунарсы булған, заманына күрә бик хәлле йәшәгән. Һунарҙа айыу менән алышҡанда ҡаты яраланып, иртә гүр эйәһе булған. Әбделкәбиргә бик бәләкәй сағынан етем ҡалып, күп ауырлыҡтар кисерергә тура килә. Егет ҡорона етеп, Үрген ауылынан Әхтәмовтар нәҫеленән бик инсафлы Хәнифә исемле ҡыҙға өйләнгәс, тормоштары алға китә.

Хәсән Хәмзә улында булған көслө һунарсылыҡ ҡомары ла Мырҙабай ҡарт ҡартатайынан киләлер, моғайын.

Хәсәндең әсәһе Миңлебаныу ҙа көслө халыҡ табибәһе була, быуын төшөрөү, ҡот ҡойоу, эс һылау һ.б. ҡулынан килгән, үләндәр менән дә дауалаған. Ауылдаштарын һәм ситтән килгән күп ауырыуҙарҙы һауыҡтырған ул.

Бер туған абзыйы Рамаҙан Хәмзә улы һәм еңгәһе Миңшат Булат ҡыҙы, медицина институтын тамамлағас, ғүмер буйы районыбыҙ халҡына хеҙмәт иттеләр, ғаилә башлығы байтаҡ йылдар район дауаханаһының баш табибы вазифаһында уңышлы эшләне.

Институтта уҡыу осоронда уҡ Хәсән Мырҙабаевта фән менән ҡыҙыҡһыныу барлыҡҡа килә һәм ул үҙен был йүнәлештә бик һәләтле итеп таныта. Һөҙөмтәләр ҙә оҙаҡ көттөрмәй, төплө эҙләнеүҙәр ҙур уңышҡа алып килә. Профессор Бикбулатов етәкселегендәге фәнни хеҙмәте Мәскәүҙә СССР Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең көмөш миҙалын яулай. Студент өсөн бындай баһа бөтә ил күләмендә һирәк күренеш була.

Тәүге көндәрҙән үк тик «5» билдәләренә генә өлгәшкән егет СССР Юғары белем биреү министрлығы билдәләгән Ленин стипендияһын алып уҡый һәм институтты Ҡыҙыл дипломға тамамлай. Һәләтле йәш белгес эшкә институтта ҡалдырыла. Ә артабан инде – аспирантура, фәнни хеҙмәттәр, диссертациялар һәм яуаплы юғары вазифалар...

Хәсән Хәмзә улы 1987 йылда Мәскәүҙә кандидатлык, 2002 йылда Санкт-Петербургта докторлыҡ диссертацияларын уңышлы яҡлай.

Уның фәнни эшмәкәрлеге бик тос һәм емешле. Ул медицинаның гистология – тере организмдар туҡымаларының төҙөлөшө, үҫеше һәм йәшәйеше тураһындағы фән менән шөғөлләнеүсе билдәле ғалим. Рәсәй һәм Халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, съездарҙа, симпозиумдарҙа әүҙем ҡатнашып, төплө сығыштар яһай. Халыҡ-ара, федераль һәм республика кимәлендәге журналдарҙа, йыйынтыҡтарҙа 110-дан ашыу фәнни хеҙмәте баҫылып сыҡҡан, ике күләмле монография һәм биш уйлап табыу авторы. Профессор Мырҙабаев етәкселегендә бер нисә кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланған.

Уҡытыу һәм фән менән шөғөлләнеүҙән тыш, Хәсән Хәмзә улы оҙаҡ йылдар университетта бик яуаплы етәксе вазифалар ҙа башҡарҙы. 1999 – 2020 йылдарҙа – Гистология кафедраһы мөдире, 2003 – 2015 йылдарҙа Педиатрия факультеты деканы булып уңышлы эшләне.

Хәсән Мырҙабаевтың тағы бер эшмәкәрлеге айырым ихтирамға лайыҡ. Ул байтаҡ йылдар институттың ҡабул итеү комиссияһы яуаплы секретары булып эшләне. Ошо осорҙа күп кенә һәләтле ауыл балаларының, бигерәк тә ейәнсураларҙың, уҡырға инеүенә ҙур ярҙам күрһәтте. Республиканың төрлө райондарында эшләгән байтаҡ табиптар бөгөн дә уға бының өсөн оло рәхмәтле.

Һаулыҡ һаҡлау системаһында оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн Х.Х. Мырҙабаев «Рәсәй Федерацияһы юғары белем биреү өлкәһенең Маҡтаулы хеҙмәткәре» исеменә лайыҡ булды, Башҡортостан Президенты Указы менән Республиканың Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде. 2021 йылдың декабрендә ул «Салауат Юлаев» ордены кавалеры булды.

Университет ректораты тарафынан профессор Мырҙабаевҡа «Гистология кафедраһының Маҡтаулы мөдире» исеме һәм «БДМУ-ға тоғролоҡ өсөн» миҙалы бирелде. Тәрән белемле, эшһөйәр, ябай, кешелекле шәхес коллегалары һәм студенттар араһында ҙур абруй менән файҙалана.

Хәсән Хәмзә улы тормош иптәше Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы менән ҡулға-ҡул тотоношоп, 40 йылдан ашыу матур ғаилә булып йәшәйҙәр. С.Ш. Мырҙабаева 10 йыл Башҡортостан Республиҡаһының Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары вазифаһында эшләне, унан һуң 2007 – 2016 йылдарҙа 5-се һәм 6-сы саҡырылыш Рәсәй Дәүләт думаһы депутаты булып әүҙем эшмәкәрлек алып барҙы. Бөгөн Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы, медицина фәндәре докторы Сәлиә Мырҙабаева БДМУ профессоры вазифаһында эшләй. Бөтә Донъя башҡорттары Ҡоролтайы Президиумы ағзаһы булараҡ та милләтебеҙ өсөн ҙур эштәр башҡара.

Халыҡ мәнфәғәттәре өсөн янып йәшәгән республикабыҙҙың күренекле фән һәм йәмғиәт эшмәкәрҙәренә артабан да иҫәнлек-һаулыҡ, тормоштарында уңыштар теләргә генә ҡала.

Юлай Солтанбаев.

Читайте нас: