Йәмғиәт Общество
11 Февраль 2022, 05:30

COVID-19 менән сирләүсене тереләй ерләгәндәр

Нижегородка өлкәһендә булған был ваҡиғаны "мәрхүмә"нең улы һөйләгән

Дмитрий Давыдовтың әсәһе коронавирус менән ауырып китеп, Кстов үҙәк район дауаханаһына ята. Әммә дауаланыуҙан бер ҙә ыңғай китеш күҙәтелмәгәс, улы барлыҡ аҡсаһын туплап, шәхси "тиҙ ярҙам" яллап, әсәһен баш ҡала дауаханаһына оҙатырға ҡарар итә.

— Мне позвонили сотрудники морга и сообщили, что нужно забрать тело, — рассказал сын пациентки телепрограмме «Кстати». — Я удивился какое тело? Моя мама давно не находилась в вашей больнице….

бәхеткә күрә, табиптар ҡатынды тик документтары буйынса ғына ерләй. Дмитрий әйтеүенсә, уға табиптар ҡабатлап шылтыратып, ғәфү үтенә. Торараҡ дауахана етәкселеге лә хатаны таный. Баш табип Александыр Цопков аңлатыуынса, ҡабул итеү бүлеге хеҙмәткәрҙәре үлгән ҡатындың документтарын егеттең әсәһенеке менән бутаған. Баш табип хеҙмәткәрҙәр язаһын аласаҡ, тип белдергән. 

Сығанаҡ һәм фото: tarakann.ru

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас