

Өфөлә йәшәгән пенсионерка мутлашыусылар ҡорбаны булған. Ул үҙен банк хеҙмәткәре тип танытып шылтыратҡан мутлашыусыға ышанып, үҙ исеменән 250 мең һумға кредит алған. Аҡсаны "хеҙмәткәр" әйткән иҫәпкә күсергән.
Мутлашыусылар бынан һуң да тынысланмаған. Уға фатирын һатырға тәҡдим иткән. Ул шулай эшләгән дә, 4 млн һумды тегеләр күрһәткән 200 абонент номерына бүлеп күсергән.
Күрәһең, теге әҙәм аҡтыҡтарына был да аҙ күренгән. Улар пенсионерҙан икенсе фатирын һатыуҙы һораған. Был юлы 4,5 млн һумды курьер килеп алған.
Әле бер нәмәһеҙ, өҫтәүенә кредит менән тороп ҡалған ҡатын полицияға мөрәжәғәт иткән.