

Һәр егеттең Ватан алдында үтәй торған бурысы бар. Иҫәнғол егете Рүзил Абдрахманов та Ишембай нефть колледжын тамамлап, ҡулына диплом алғас, йәйҙең матур көнөндә әрмегә алына. Уны Өфөләге йыйылыу пунктынан танк ғәскәрҙәренә тәғәйенләйҙәр һәм Владимир өлкәһенең Ковров ҡалаһына учебкаға алып китәләр.
Тыуған яҡтан, туғандарҙан айырылыу, ҡаты көн тәртибе, дисциплина... Беҙҙең физик яҡтан сыныҡҡан егеттәр өсөн төрлө һынауҙар әллә ни ауырлыҡ тыуҙырмай, ә бына һағыныу... Һалдат тормошоноң тәүге көндәрендәге кисерештәрҙе хәрби хеҙмәт үткән һәр ир-егет яҡшы аңлай.
Шулай инде ике аҙна һалдат һурпаһы эскән Рүзил хеҙмәттәштәре менән плацҡа, маршта атлауға сыға. Һәм... үҙенең исемен ишетеп ҡала! Был – күршеһендә йәшәгән өс туғаны, үҙенән бер аҙна ғына алда хеҙмәткә юлланған Илгизәр була!
– Башҡортостандан һалдаттар юҡ ине. Шуға ла беҙҙең республиканан бер егет килгән тип ишеткәс, һөйөндөм. Әммә уның берәй танышым булыуы мөмкинлеген бөтөнләй күҙ алдына ла килтермәнем. Осрашыу шундай күңелле көтөлмәгәнлек булды! – тип иҫләй Илгизәр Кәримов ул мәлде. – Әрмелә барыһы ла икенсе: ғәҙәти ризыҡ та кулинар шедевр кеүек тойола. Бында туғандарыңдың, яҡындарыңдың ни тиклем ҡәҙерле булыуын, ә улар менән аралашыу ниндәй ҡыуаныс икәнлеген яҡшы аңлайһың. Хәрби хеҙмәт егеттәрҙә эске дисциплина, яуаплылыҡ тәрбиәләй. Минең ҡартатайым да, атайым да, ағайым да хеҙмәт иткән. Мин дә һалдат булыуым менән ғорурланам!
Илгизәр ҙә Рүзил һымаҡ уҡ, диплом алғас, хеҙмәткә саҡырыла. Ул Салауат индустриаль колледжын тамамлай. Егеттәр икеһе лә тырыш. Әрмегә тиклемгә ваҡытты бушҡа үткәрмәйҙәр, Рүзил – Себерҙә, Илгизәр Санкт-Петербург ҡалаһына барып, эшләп ҡайта. Икеһе лә машинала йөрөй. Әйткәндәй, коронавирус инфекцияһы таралыу сәбәпле, өлкәндәр ҡурсаланыу режимына киткәс, егеттәр ирекмән булып, уларға аҙыҡ-түлек, дарыуҙар килтереүҙә ярҙам күрһәтә. Изге эштәре иғтибарҙан ситтә ҡалмай – икеһе лә район хакимиәте башлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнә. Әле һалдат һурпаһы эскән егеттәрҙең киләсәккә пландары ла уртаҡ: икеһе лә эшләп, ситтән тороп юғары белем алырға хыяллана.
Учебкалары тамамланған егеттәр бөгөн Мәскәү өлкәһендә хеҙмәтен дауам итә. Бер ротала уҡ булмаһалар ҙа мөмкинлек булған һайын осрашып, күрешеп торалар. Егеттәрҙең атай-әсәйҙәре Лариса һәм Венер Абдрахмановтар, Гөлназ һәм Фаяз Кәримовтар ҙа балалары бергә булыуына һөйөнөп бөтә алмай. Ни тиһәң дә, терәк-таяныслылар, өйҙән посылка менән килгән күстәнәстәр ҙә уртаҡ.
Егеттәргә иҫән-һау хеҙмәт итеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ! Байрам менән, һалдаттар!