Йәмғиәт Общество
28 Февраль 2022, 05:53

Республикала берәҙәк эттәр ҡатынды һәм һигеҙ йәшлек ҡыҙҙы талағандар

Берәҙәк эттәрҙең кешеләргә һөжүм итеүҙең сираттағы осрағы  теркәлгән.

Берәҙәк эттәрҙең кешеләргә һөжүм итеүҙең сираттағы осрағы Белорет районында теркәлгән. Был турала муниципалитет башлығы Андрей Иванюта хәбәр итте.

 “Оло ҡатынға һәм һигеҙ йәшлек ҡыҙыҡайҙың аяҡтарынан эләктергән, кейемдәрен йыртҡылаған. Күреүселәр ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтырата, “Тиҙ ярҙам” хеҙмәте, участковый килеп етә. Эттәрҙе ҡыуып ебәрәләр. Кешеләр әйтеүе буйынса, эттәр алтау булған”, – ти Белорет районы башлығы.

 Зыян күреүселәрҙе травмпункт табиптары ҡараған – уларҙы ҡалын ҡышҡы кейемдәр һаҡлап алып ҡалған.

Ғәҙәттән тыш булған урынға эттәрҙе тотоу буйынса махсуслашҡан хеҙмәт килеп етә.

 

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас