

Ҡуҙы (21.03-20.04)
Аҙна башында ҡуҙылар үҙ имиджын тамырынан үҙгәртергә теләр. Дүшәмбенән шаршамбыға тиклем һатып алыуҙар өсөн уңайлы осор булыр. Эшегеҙ яҡшы килем килтерер. Һаулығығыҙға иғтибарлы булырға кәңәш ителә.
Буға (21.04-21.05)
Йөҙөгөҙ, ҡарашығыҙ, тәртибегеҙ бөтәһенең иғтибарын йәлеп итеп, тирә-йүндәгеләрҙе һөйөндөрөр. 8 март байрамын яратҡан кешеләрегеҙ менән үткәрегеҙ. Был аҙна, ғөмүмән, буғалар өсөн уңышлы буласаҡ.
Игеҙәктәр (22.05-21.06)
Был аҙнала игеҙәктәрҙең дуҫтары менән мөнәсәбәттәре тотороҡһоҙланыр. Шулай уҡ яңы танышыуҙар ихтимал, улар менән бик тиҙ арала уртаҡ тел табырһығыҙ. Аҡса мәсьәләһендә артыҡ борсолорлоҡ урын юҡ.
Ҡыҫала (22.06-23.07)
Ҡыҫалаларға башланғыс маҡсаттарын һәм бурыстарын үҙгәртмәҫкә кәңәш ителә. Тирә-яғығыҙҙағы шарттар бик тиҙ үҙгәреүе мөмкин. Аҙнаның тәүге яртыһында яңы пландарығыҙҙы тормошҡа ашырырға ашыҡмағыҙ.
Арыҫлан (24.07-23.08)
Был аҙнала арыҫландарҙың яңы белемдәргә ынтылышы ҙур булыуы ихтимал. Шулай уҡ аҙна башында үҙегеҙ өсөн көтөлмәгән сәфәргә сыға алаһығыҙ. Был осор карьерала үҫешеү өсөн уңайлы. Күп үҙгәрештәр көтөлә.
Ҡыҙ (24.08-23.09)
Был ваҡыт тормошоғоҙҙо үҙгәртеү өсөн бик яҡшы. Ниндәй ҙә булһа юридик бәхәстәр уңышлы хәл ителәсәк. Берәй тантаналы сараға, мәҫәлән, туйға йәки юбилейға саҡырһалар, баш тартмағыҙ. Ял көндәрен ғаиләгеҙ менән үткәрегеҙ.
Үлсәү (24.09-23.10)
Йондоҙҙар һаулығығыҙға күберәк иғтибар бүлергә кәңәш итә. Ғаилә мөнәсәбәттәренә килгәндә, улар был көндәрҙә тотороҡһоҙлоҡ осоро кисерә. Бәхәстәр булмаҫ, ләкин берәй мәсьәләне хәл иткәндә, аңлашылмаусанлыҡ барлыҡҡа килеүе мөмкин.
Саян (24.10-22.11)
Аҙнаның тәүге яртыһы оҙайлы бәхәстән һуң татыулашыу өсөн яраҡлы.Моғайын, мәшәҡәттәрегеҙ күп булыр, уларҙы тәртипкә килтереү еңелдән булмаҫ.Әммә борсолмағыҙ, янығыҙҙа ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер яҡындарығыҙ бар.
Уҡсы (23.11-21.12)
Уҡсылар был аҙнала эштә лә, йорт мәсьәләләрендә лә өлгәшә ала. Аҙнаның тәүге яртыһында һеҙ күп эштәр башҡарырһығыҙ. Әгәр балаларығыҙ бар икән, улар һеҙҙе яңы еңеүҙәре һәм ҡаҙаныштары менән ҡыуандырыр.
Ылаҡ (22.12-20.01)
Был аҙнала үҙегеҙҙең ҡәҙерле кешеләрегеҙ менән бәйле бик күп күңелле мәлдәр кисерерһегеҙ. Яңғыҙ йөрәктәрҙең йәмәғәт транспортында йәки яратҡан артисының концертында мөхәббәтен осратыуы бар.
Һыуғояр (21.01-19.02)
Аҙнаның тәүге яртыһында фатирығыҙға ремонт эшләү мөмкинлеге булыр. Ремонт кәрәкмәһә, генераль йыйыштырыу үткәрергә мөмкин.Ә аҙна аҙағында күршеләрегеҙ менән аңлашылмаусанлыҡтар булып алыр.
Балыҡ (20.02-20.03)
Был аҙнала һеҙгә кешеләр кәңәшләшергә ынтылыр. Һеҙҙе берәй ял сәфәренә саҡырырҙар. Әгәр һеҙ кем менәндер низағта булһағыҙ, тап ошо көндәрҙә тейешле һүҙҙәр табып мөнәсәбәтегеҙҙе тергеҙә аласаҡһығыҙ.