Йәмғиәт Общество
8 Март 2022, 03:00

8 Март менән, хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар!

Ҡәҙерле һәм һөйөклө ҡатын-ҡыҙҙар! Ысын йөрәктән һеҙҙе иң матур яҙғы байрам – Халыҡ-ара ҡатын ҡыҙҙар көнө менән ҡотлайбыҙ! Ошо яҡты, ҡыуаныслы мәлдә беҙ – ир-егеттәр – ғаилә усағын һәм именлеген һаҡлаған әсәй-өләсәйҙәргә, тормош юлдаштарыбыҙға, апай-һеңлеләргә, ҡыҙҙарыбыҙға, ғөмүмән, бар гүзәл зат вәкилдәренә сикһеҙ мөхәббәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Һеҙҙең күбегеҙ оло һөйөү менән балаларын тәрбиәләп, мең мәшәҡәттән торған йорт эштәрен башҡарыуҙан тыш, һөнәри эшмәкәрлегендә лә оло уңыштарға лайыҡ була. Юғары эш сифаттарығыҙ, яуаплылыҡ, ойоштороу һәләтегеҙ районыбыҙҙың социаль-иҡтисади, әхлаҡи-мәҙәни үҫешенә ҙур өлөш индерә. Шул уҡ ваҡытта һеҙ йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнашаһығыҙ. Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар! Аллы-гөллө сәскәләр, матур маҡтау һүҙҙәре, иң ҡиммәтле бүләктәр менән дә һеҙҙең күңел йылығыҙ өсөн рәхмәт әйтеп бөтөрлөк түгел. Шуға күрә көслө зат вәкилдәре һеҙҙе ихтирам итергә, терәк-таяныс, ышаныслы тормош юлдашы, тоғро дуҫтар, иғтибарлы коллегалар булырға тейеш.   Ысын күңелдән һеҙгә һаулыҡ, мәңгелек йәшлек, әсә бәхете, ғаилә ҡыуаныстары, тыныслыҡ, именлек теләйбеҙ! Был көн барығыҙ өсөн ҡыуаныс-яҡтылыҡҡа төрөнөүен, бүләк ителгән сәскә гөлләмәләре һәм йылмайыуҙар бар ғүмерегеҙҙе иғтибар һәм хәстәрлек йылыһына сорнауын теләйбеҙ. Бәхетле булығыҙ, яратып, яратылып йәшәгеҙ!

8 Март менән, ҡәҙерле дуҫҡайҙарым! Һеҙгә һаулыҡ, бәхет шатлыҡтарға уралған мөхәббәтле оҙон ғүмер теләйем! Ғәзиз балаларығыҙҙан, һөйгән йәрҙәрегеҙҙән матур һүҙҙәр генә ишетеп йәшәргә яҙһын!!!

СЕРЛЕ ЙОМҒАҠ

Аңлап бөтәлмаҫлыҡ сергә эйә

Кем икән ул ошо ҡатын-ҡыҙ?

Улар өләсәйҙәр, инәй, әсәй,

Апай, һеңле, килен, шаян ҡыҙ!

Кәрәк саҡта улар тормошоноң

Дилбегәһен ала ҡулына,

Һөйгән йәрен, балаларын яҡлап

Ҡаршы баҫа яман яуына.

Парлап ҡорған ғәзиз ояһында

Ғаиләлә донъя тотҡаһы!

Ил хәстәрен иңдәренә алған

Бөгөн гүзәл заттың яртыһы!

Иман нуры булып балҡып тора

Күңелдәре нурлы ҡатындар!

Һеҙҙә бер ҡасан да сисеп булмаҫ

Мәңге аңлап бөтмәҫ серҙәр бар…

Ҡатын-ҡыҙҙар наҙлы һүҙҙәр менән

Әсир итә ала донъяны...

Ҡатын-ҡыҙ янында тормош йәмле,

Ҡотло итә ҡорған ояны!

Ҡотлайым мин һеҙҙе байрам менән,

Мөләйем, һөйөклө ҡатындар!

Ҡатын-ҡыҙҙар мәңге сиселмәҫлек

Серле йомғаҡ булып ҡалһындар!

Фәүзиә Ҡотлогилдина-Алтынбаева

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас