Йәмғиәт Общество
8 Март 2022, 15:52

Байрам ауазы

Үтәғол мәҙәниәт йортонда Ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған байрам концерты булып үтте. Сараның башында ауыл биләмәһе башлығы Сабит Мәғәз улы гүзәл заттарҙы байрам менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе. Салауат Әхмәров алып барған концертты Лира Ниязғолова, Розалия Сәйфутдинованың сағыу бейеүҙәре, Азамат Һәм Дилә Дәүләтбаковтарҙың дуэты, вокаль ансамблдең, Минзилә Галееваның, уҡыусыларҙың, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрең моңло йырҙары биҙәне. "Умырзая" ансамбленең "Етеле шәм" композицияһы ла тамашасының күңеленә хуш килде. Ошо концерт программаһында ҡатнашҡан артистарыбыҙға, зал тултырып килгән тамашасыларыбыҙға, оло рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Барығыҙға ла иҫәнлек , һаулыҡ, ғаилә бәхете, шатлыҡтар теләп ҡалабыҙ!!

Байрам ауазыБайрам ауазы
Байрам ауазы

Үтәғол мәҙәниәт йортонда Ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған байрам концерты булып үтте.

Сараның башында ауыл биләмәһе башлығы Сабит Мәғәз улы гүзәл заттарҙы байрам менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе. Салауат Әхмәров алып барған концертты Лира Ниязғолова, Розалия Сәйфутдинованың сағыу бейеүҙәре, Азамат Һәм Дилә Дәүләтбаковтарҙың дуэты, вокаль ансамблдең, Минзилә Галееваның, уҡыусыларҙың, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрең моңло йырҙары биҙәне. "Умырзая" ансамбленең "Етеле шәм" композицияһы ла тамашасының күңеленә хуш килде.

Ошо концерт программаһында ҡатнашҡан артистарыбыҙға, зал тултырып килгән тамашасыларыбыҙға, оло рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Барығыҙға ла иҫәнлек , һаулыҡ, ғаилә бәхете, шатлыҡтар теләп ҡалабыҙ!!

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас