Йәмғиәт Общество
11 Март 2022, 06:15

Сәс ҡыҫтырғыс, "пилка", тушь - бурҙар шундай табыштан да баш тармаған (ВИДЕО)

Өфөлә "Вайлдберриз"дың офисына төшкәндәр

Мash_batash хәбәр итеүенсә, ике егет Өфө ҡалаһында урынлашҡан бер офисҡа таңғы сәғәт 5-тә төшә. Блендер, таба, электр бысҡыһы кеүек эре әйберҙәрҙән башлайҙар ҙа, ваҡ-төйәкте лә урап үтмәйҙәр. Полкаларҙа ятҡан теш таҙартҡыс еп тә, шешә көбөһө лә, хатта сәс ҡыҫтырғыс резинка, тырнаҡ өсөн пилка, тушь кеүек әйберҙәр ҙә уларҙың тоғонда урын ала. Офисты "таҙартҡас", улар бер нәмә булмағандай, такси саҡырта. Барыһын да багажникка (таксиста был бер шик тә тыуҙырмай) тейәй ҙә, енәйәт урынын ҡалдыра. 

Хәҙер улар икеһе лә тотолған. Инде һәр урланған әйбер өсөн яуап биреү көтә.

 

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас