Ҡариҙел район-ара суды «Үлтереү» статьяһы буйынса енәйәт эшен ҡараны.
Судтың матбуғат хеҙмәтенең мәғлүмәттәре буйынса, 2021 йылдың июлендә иҫерек ир менән ҡатын араһында талаш сыға. Ир ултырғыс менән ҡатынына бер нисә тапҡыр һуға. Асыу тотҡан ҡатын кухняға инә һәм бысаҡ ала. Ул бер тапҡыр иренең күкрәк ситлегенә сәнсә. Йәрәхәтләнеүсене ҡотҡарып өлгөрмәйҙәр - зыян күреүсе вафат була.
Суд ҡатынды ғәйепле тип таныны, дөйөм режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында язаға тарттырыу тураһында ҡарар сығарҙы. Статьяның санкцияһы менән алты йылдан 15 йылға тиклем иректән мәхрүм итеү ҡаралған. Хөкөм ҡарары әле законлы көсөнә инмәгән.