Йәмғиәт Общество
11 Март 2022, 21:09

Башҡортостан шәкәрҙе башҡа төбәктәргә сығармаясаҡ

Запас тупланығыҙмы? Ошолайтып ажиотажды үҙебеҙ тыуҙырабыҙ бит! Беҙҙең халыҡ ҡыҙыҡ та инде: берәйһенән имеш-мимеш ҡолағына салынһа, шуға ышанып, үҙенең ни ҡыланғанын да аңламай. Бер заман донъя бөтә тип магазиндан тоҙ, шырпыны алып бөткәйнеләр. Бөгөн тағы пыр туҙалар. Кемдер тоҡлап-тоҡлап шәкәр, икенселәр он туплай...

Башҡортостан властары шәкәр заводтары менән Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә продукция оҙатыуҙы ваҡытлыса туҡтатыу тураһында һөйләшеп килеште. Татлы аҙыҡ етештереүселәр властарға ҡаршы килмәне һәм ваҡытлыса республика баҙарына йүнәлеш алырға ризалашты.

«Ретейлерҙар билдәләүенсә, һуңғы дүрт көндә шәкәргә һорау – 2,3, ә ҡайҙалыр 5 тапҡырға артҡан, – тип белдерҙе Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев. – Һүҙ дефицит хаҡында бармай, күп етештереүселәр тауарҙы ваҡытында килтереп, бушатып өлгөрмәй. Шул уҡ ваҡытта ретейлерҙар ихтыяжды тәьмин итеү өсөн шәкәр һатып алыу күләмен бер нисә тапҡырға арттырҙы».

Әйткәндәй, Башҡортостан – сөгөлдөр шәкәре етештереү буйынса алдынғы төбәктәр иҫәбендә. Былтыр республикабыҙҙың ошо продукт менән үҙ-үҙен тәьмин итеү кимәле 200% еткән.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас