

Зәкәриә Далха улы Әлимбәтов 1938 йылдың 14 октябрендә Үрге Мәмбәтша ауылында ғаиләлә тәүге бала булып донъяға килә. Биш айлыҡ сабыйын ҡалдырып, әсәһе ҡаты ауырыуҙан вафат була. Өс йылдан атаһы ҡабаттан өйләнә һәм ғаилә Яңыбайға күсенә.
Күп тә үтмәй Бөйөк Ватан һуғышы башлана һәм ғаилә башлығы хәрби хеҙмәткә алына. Ул киткәс, 1942 йылда тағы бер малай Роберт тыуа. Атайҙары 1943 йылда Смоленск ҡалаһы өсөн барған ҡаты һуғыштарҙа батырҙарса һәләк булғас, 4 йәшлек үкһеҙ етем малай үгәй әсәй ҡулында ҡала. Зәкәриә тәүге көндән үк уға «Әсәй» тип өндәшә, һәм улар ғүмер буйына һәйбәт мөнәсәбәттә була.
1946 йылда малай беренсе класҡа бара. Бер ай самаһы уҡығас, уға мәктәпте ҡалдырырға тура килә, сөнки һуғыштан һуңғы бик ауыр йылдарҙа өйҙә ашарға ла, яғырға утын да булмай. Әсәйҙәре алһыҙ-ялһыҙ колхоз эшендә, ҡустыһына 4 кенә йәш. Зәкәриә ҡар яуғансы һөйрәп сытыр ташый, башаҡҡа йөрөй. Ҡыш еткәс, колхоз эшенә егелә, үгеҙ менән баҫыуҙан молотилкаға көлтә, фермаға һалам ташый. Аслыҡ-яланғаслыҡты күп татый ул.
Тик 1949 йылдың ғинуарында ғына ауыл советы 11 йәш менән барған малайҙы Байыш балалар йортона урынлаштыра һәм ул беренсе класҡа бара. 1954 йылдың июнь баштарында детдом директоры 6-сы класты бөткән Зәкәриәне, Хәсән Дәүләтбәковты һәм Роберт исемле малайҙы саҡыртып ала ла: «Һеҙҙе иртәгә совхозға эшкә ебәрәм, әҙер тороғоҙ, килеп аласаҡтар», – тип белдерә. Балаларҙың: «Беҙ унда күпме эшләйәсәкбеҙ?» – тигән һорауына: «Йәшегеҙ ҙур инде, бөтөнләйгә бараһығыҙ, хөкүмәт артабан һеҙҙе ҡарарға бурыслы түгел», – тип яуап бирә.
Шулай итеп, өс дуҫ «Овцевод» совхозының Биштирәк бүлексәһенә барып эләгә һәм йәй буйы бесән әҙерләүҙә эшләй. Бындағы йәш эшселәр менән танышалар, улар араһында Байыш балалар йортоноң элекке тәрбиәләнеүселәре лә була. Был егеттәр: «Һеҙ килер алдынан ғына детдом директоры бүлексәнең бригадирында ҡунаҡ булып ятты. Ул һеҙҙе совхозға «һатты». Беҙҙең менән дә шулай эшләгән ине», – тип әсе дөрөҫлөктө асып бирә.
Август аҙаҡтарында өс дуҫ һыбай Байышҡа килә. Урамда уларҙан бер ир нимә эшләп йөрөүҙәре менән ҡыҙыҡһына. Егеттәр үҙҙәре менән булған хәлдәрҙе һөйләп бирә һәм: «Детдомдағы дуҫтарыбыҙҙы бик һағындыҡ, улар менән осрашыу өсөн эштән һорап ҡына киттек. Детдомды ла һағындырҙы, бик уҡығы килә, ләкин ҡайҙа уҡырға һәм йәшәргә белмәйбеҙ», – тип өҫтәйҙәр.
Ағай кеше иғтибар менән тыңлағас, уларға ошолай тип әйтә: «Дуҫтарығыҙҙы күрегеҙ ҙә Биштирәккә кире барып, совхоздан алған әйберҙәрегеҙҙе тапшырығыҙ һәм детдомға ҡабат килегеҙ. Мин ауыл советы председателе булып эшләйем, бөтәһе лә һәйбәт буласаҡ». Егеттәр шулай эшләй ҙә. 1 сентябрь алдынан ғына Мәғариф министрлығының Байыш балалар йортоноң ябылыуы тураһындағы бойороғо килә. Ауыл советы председателе осрап, мәсьәләнең ошолай хәл ителеүе үҙе бер мөғжизә була. Юғиһә, алты класс ҡына белемле үкһеҙ етемдәрҙе артабан ниндәй яҙмыш көтөүе билдәһеҙ.
1954 йылдың сентябрендә тәрбиәләнеүселәр һәм хеҙмәткәрҙәрҙең бер өлөшө Үрген детдомына күсә.
Зәкәриә Далха улының хәтирәләренән: «Үргендә балаларҙың һәләттәрен үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелде: бейеүгә, музыка инструменттарында уйнарға өйрәттеләр, әҙәби китаптар, гәзит-журналдар уҡыуҙы ойошторҙолар. Мин мандолинала һәм баянда ла бер аҙ уйнарға өйрәндем. Музыкаға һөйөүем бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланды. Беҙгә Үргендә бөтәһе лә оҡшай ине: тәбиғәт тә, ауылдың кешеләре лә, тәрбиәселәр һәм уҡытыусылар ҙа. Улар беҙгә ҡарата бик сабыр һәм ихтирамлы булдылар. Тик бында бер йыл ғына йәшәргә һәм уҡырға тура килде. 1955 йылда был детдом да ябылып, 1-6-сы класс уҡыусыларын республиканың төрлө балалар йорттарына күсерҙеләр. Беҙҙе, 7-се класс бөткәндәрҙе, артабан урынлаштырыу маҡсатында директорыбыҙ Өфөгә комиссия үтергә алып китте. Теләүселәргә училище, техникумдарға инеү хоҡуғы бирелде. Яҡын дуҫым Хәсән Дәүләтбәковтың яҙмышы ла минекенә оҡшаш ине – атаһы һуғышта һәләк булған, әсәһе лә үлгән. Икәүләп Өфө музыка училищеһына имтихандарҙы уңышлы тапшырғас, ритм, музыкаль хәтер һ.б. буйынса тикшерҙеләр, гармунда уйнап, башҡортса йырлап та ишеттерҙек. Һөҙөмтәлә ошо уҡыу йортона ҡабул ителдек һәм директорға ҡыуанысыбыҙҙы еткерҙек. «Ә стипендия күпме?» – тигән һорауына: «14 һум», – тип яуап биргәс, ул: «Училище детдом түгел, ошо аҡсаға йәшәргә, ашарға һәм кейенергә лә тейеш буласаҡһығыз, һеҙгә башҡа бер ҡайҙан да ярҙам булмаясаҡ бит», – тип белдерҙе. Училищела уҡыу хыялынан баш тартырға тура килде. Хәсән менән икебеҙҙең 7-се класты тамамлағандағы баһаларыбыҙ һәйбәт ине, беҙҙе В.И. Ленин исемендәге Стәрлетамаҡ балалар йортона урынлаштырҙылар. Унда өс йыл уҡып, 20 йәшемдә урта мәктәпте тамамланым һәм Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетына индем.
Йәшәү өсөн башҡа сығанаҡтар булмағас, матди яҡтан бик ауыр булды. Шуның өсөн уҡыуҙан буш ваҡытымда, күберәк төндә, тимер юл станцияһында йөк тейәүсе, бушатыусы булып эшләргә тура килде. Эстрада квартеты ойоштороп, тимер юлсылар мәҙәниәт йортонда үткән тансаларҙа сығыш яһай инек. Шулай уҡ институтта биҙәүсе-рәссам булып та эшләй башланым. Матди яҡ, уҡыу ҙа, йәшәү ҙә еңелләште».
5-се курста уҡыуҙар башланып ҡына торғанда, бер лекция ваҡытында аудиторияға факультет деканы килеп инеп, студенттарға Мәләүездә яңы интернат-мәктәп асылыуы, унда физика, математика уҡытыусыһы кәрәклеген белдерә. Кемдең унда барырға теләүен һорай. Зәкәриә Әлимбәтов, Мәләүездең тыуған ауылына яҡын булыуын иҫәпкә алып, риза була. Иртәгеһен уны деканатҡа саҡыртып ҡулына йүнәлтмә тотторалар. Унда: «Малоязовская школа-интернат, Салаватский район», – тип яҙылған була. Ғәжәпләнгән егет деканға инә. Урыҫ милләтенән булған етәксе, һүҙҙәрҙең оҡшаш булыуы сәбәпле яңылышыуын белдереп, ғәфү үтенә һәм Әлимбәтовтың эшкә барыуын һорай. «5-се курста ситтән тороп уҡыясаҡһың, ә йәй дәүләт имтихандарынан һуң һине үҙегеҙҙең районға йүнәлтермен», – тип вәғәҙә бирә. Шулай итеп, Башҡортостандың иң көньяҡ районы вәкиле төнъяҡ райондарҙың береһенә юллана.
Интернат-мәктәп уға бик оҡшай, уҡытыусыларҙың күпселеген БДУ-ны һәм төрлө педагогия институттарын тамамлаған талантлы йәштәр тәшкил итә. Тәүге көндәрҙән үк эштәр гөрләп бара. Уҡыу йылы тамамланғас, институтҡа дәүләт имтихандарын тапшырырға киткәндә, ул артабан да эшен бында дауам итәсәген хәл иткән була инде.
Зәкәриә Далха улы был мәктәптә 18 йыл, шуның 3 йылын – директор урынбаҫары һәм 11 йылын директор вазифаһында эшләй. Уны республикалағы ошондай уҡыу йорттары араһында алдынғылар рәтенә сығарыуға өлгәшә. Тәрбиәләнеүселәрҙең йәшәү шарттарын яҡшыртыу буйынса ҙур эштәр башҡарыла. Берҙәм һәм ижади педагогик коллектив туплана. Балаларҙың уҡыуҙан буш ваҡыттарында уларҙың тәбиғи һәләттәрен үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Бөтә предметтар буйынса, шулай уҡ фото, вокал, драма, бер нисә бейеү түңәрәктәре, төрлө спорт секциялары, ҡыллы һәм тынлы оркестрҙар ойошторола. Бөтә балалар ҙа тип әйтерлек хорҙа йырлай. Әлимбәтов үҙе физика һәм тынлы оркестр түңәрәктәрен етәкләй. 1977 йылда был коллектив Өфө ҡалаһында үткән республика тынлы оркестрҙары фестивлендә икенсе урынды яулай.
Директорҙың инициативаһы һәм етәкселегендә милли батырыбыҙ Салауат Юлаев менән бәйле документтар, этнографик материалдар һ.б. әйберҙәр йыйыу буйынса ҙур эштәр башҡарыла. Һөҙөмтәлә тупланған бай материалдар нигеҙендә 1975 йылда Малаяҙ урта интернат-мәктәбендә Салауат Юлаев музейы асыла, оҙаҡламай уға «Республиканың мәктәп-музейы» тигән маҡтаулы исем бирелә.
Бөтә илдә билдәле Янғантау санаторийы Малаяҙ ауылына яҡын урынлашҡан. Уның хеҙмәткәрҙәре ял итеүселәр өсөн даими рәүештә музейға экскурсиялар ойоштора. Бер ваҡыт музейға ул ваҡытта Мәләүез ҡалаһы һәм районы етәксеһе булып эшләгән Әҙһәм Ғәни улы Шәрәфетдинов килә. Ҡайҙа эшләһә лә, мәҙәниәтте, сәнғәтте, спортты күтәргән оло шәхескә музей ҙа, мәктәп директоры ла бик оҡшай һәм ул Әлимбәтовтың ҡайһы тарафтарҙан булыуы менән ҡыҙыҡһына. Ейәнсуранан икәнен белгәс, «Ситтә күп йөрөгәнһең, тыуған яғыңа ҡайт», – тип районына эшкә саҡыра.
Малаяҙ интернат-мәктәбендәге эшмәкәрлеге өсөн Зәкәриә Далха улы «СССР-ҙың Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалына, «РСФСР-ҙың Халыҡ мәғарифы отличнигы», «БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы» маҡтаулы исемдәренә һәм башҡа наградаларға лайыҡ була.
Һәм бына, Мәләүезгә барам тип оҙаҡ йылдарға Малаяҙға килеп төпләнгән, инде ҙур тәжрибә туплаған етәксе 18 йылдан һуң, Мәләүез районының Первомайск урта мәктәбе директоры вазифаһына тәғәйенләнә. Бында ла ул эштәрҙе бик әүҙем башлап ебәрә. Уҡыусыларҙың белем кимәлен ҡырҡа күтәреү һөҙөмтәһендә юғары уҡыу йорттарына инеүселәрҙең һаны арта. Директор кластан тыш эштәргә ҙур иғтибар бүлә, тынлы оркестр ойоштора. Мәктәптә район музыка һәм спорт мәктәптәренең филиалдары уңышлы эшләй. Тыуған яҡ тарихын өйрәнеү буйынса эштәр башлана һәм күп тә үтмәй, йыйылған материалдар нигеҙендә «Тыуған яҡты өйрәнеү» музейы асыла.
1984 йылда Зәкәриә Әлимбәтовты мәғариф министры С.Ш. Йыһаншин саҡыртып ала һәм Өфөләге 1-се һанлы Республика интернат-мәктәбе директоры вазифаһын тәҡдим итә. Ләкин Мәләүез етәкселеге уны ҡалдырырға тырыша һәм партияның Өлкә комитеты аша теләктәренә ирешә. Зәкәриә Далха улы район халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнә. Тынғыһыҙ етәксе был вазифала ла уңышлы эшләй.
1988 йылдың аҙағында ул республиканың Мәғариф министрлығына төп бүлек – урта белем биреү бүлеге начальнигы итеп эшкә саҡырыла. З.Д. Әлимбәтов ун йыл был вазифала бай тәжрибәһен бөтә республикаға таратты. Төплө фекерҙәре менән төрлө кимәлдәге кәңәшмәләрҙә сығыш яһаны, «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Начальная школа» һәм башҡа баҫмаларҙа күп һанлы мәҡәләләрен баҫтырҙы. Министрлыҡтың тикшереү бригадаларын етәкләп, ҡала һәм райондарҙа даими булды, уҡытыусыларҙың август кәңәшмәләрендә ҡатнашты. Уның ярҙамын ейәнсуралар ҙа күп күрҙе. Районда булған һайын ул Үргенгә һәм мәктәбебеҙгә килмәй китмәҫ ине.
Министрлыҡтан хаҡлы ялға сыҡҡас, Зәкәриә Далха улы алты йыл Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтында аттестация һәм аккредитация бүлеге начальнигы булып эшләне. Ошо осорҙа ул педагогик һәм етәксе кадрҙарҙы аттестациялау буйынса байтаҡ тәҡдимдәр индерҙе һәм бер нисә китап сығарҙы. Улар хәҙер ҙә үҙҙәренең әһәмиәтен юғалтмаған.
Зәкәриә Әлимбәтов бөгөн дә әүҙем тормош алып бара. Ул – Малаяҙ интернат-мәктәбенә арналған «Тормош мәктәбе» китабы авторы. Ундағы иҫтәлектәрендә ошондай юлдар бар: «Ҡайҙа йәшәһәм дә, ҡайҙа эшләһәм дә, Малаяҙ мәктәбен иң йылы һүҙҙәр менән иҫкә алам, бында минең эшкә өйрәнеү, сынығыу йылдарым булды».
Зәкәриә Әлимбәтов мәктәп йылдарынан спорт менән дуҫ була. Институтта уҡығанда баскетбол, теннис, спорт гимнастикаһы секцияларында шөғөлләнә. Армияла хеҙмәт иткәндә Спорт мастерлығына кандидатлыҡҡа ирешә. Хәҙер 35 йылдан ашыу «Око возрождения» программаһы буйынса Тибет гимнастикаһы менән шөғөлләнә.
Зәкәриә ағай тормош иптәше Мәрйәм еңгәй менән бик матур ғаилә ҡороп, 50 йылдан ашыу йәшәнеләр. Мәрйәм Фәтих ҡыҙы ғүмере буйы табип һөнәренә тоғро булды. Улар бер ҡыҙ һәм ике ул тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Ҡыҙҙары Гөлшат та әсәһе юлынан китте, медицина фәндәре кандидаты. Өлкән улдары Салауат уңышлы шәхси эшҡыуар, икенсе улдары Азамат «Электр селтәрҙәре» йәмғиәте директоры.
Бына шулай йәшәй һәм ижад итә кешеләргә һәр ваҡыт асыҡ, күңеле моң менән тулы ветеран.
Әйткәндәй...
Зәкәриә Далха улы ғүмере буйы йыр-моңдан айырылманы, бөгөн дә баянда уйнай, байтаҡ йылдар инде йырҙарға көй яҙа. Улар Айгиз Ханов, Лилиә Ишемйәрова, Ләйсән Шәрипова, Дамир Тайыпов, Зилиә Бәхтиева, Искәндәр Ғәзизов һәм башҡа популяр йырсылар башҡарыуында сәхнәләрҙә, телевидение экрандарында һәм радио тулҡындарында йыш яңғырай.
Юлай Солтанбаев.