Йәмғиәт Общество
19 Март 2022, 05:35

Иғтибар - балалар!

Балалар ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеү, алдағы көндәрҙә лә уларға юл ҡуймау маҡсатында, 21 мартта «Иғтибар – балалар!» иҫкәртеү сараһы иғлан ителде.

Иғтибар - балалар!Иғтибар - балалар!
Иғтибар - балалар!

8 апрелгә тиклем дауам итәсәк махсус операция барышында Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре балалар араһында ла аңлатыу эштәре алып бара, бәлиғ булмағандарҙың юл ҡағиҙәләрен үтәүен генә түгел, өлкәндәрҙең автомобилдәрҙә балаларҙың хәүефһеҙлеген һаҡлап, автокреслола йөрөтөү-йөрөтмәүен дә тикшерәсәк.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас