Йәмғиәт Общество
22 Март 2022, 05:15

Тормош сығанағы

22 март —Бөтә донъя һыу ресурстары көнө

Тормош сығанағыТормош сығанағы
Тормош сығанағы

Һыу – кешелектең иң ҡиммәтле байлыҡтарының береһе, унһыҙ кешеләрҙең дә, үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһының да йәшәйеше мөмкин түгел.

Бөтә йәнлектәр һәм үҫемлектәр массаһының күпселеген һыу тәшкил итә: хайуандар – 75%, балыҡтар – на 75%, медузалар – на 99%, картуф – на 76%, алма – на 85%, помидор – на 90%, ҡыяр – на 95%, ҡарбуз – на 96% һыуҙан тора. Сабый кеше тәненең 86%-ын, оло йәштәгеләрҙең  50%-ын һыу тәшкил итә.

Рәсәй халҡы был яҡлап даланлы, сөнки беҙҙең илебеҙ донъялағы сөсө һыу менән иң күп тәьмин ителгән илдәрҙең береһе, беҙ планеталағы иң күп эсәр һыу запастарына эйәбеҙ. Тулы һыулы йылғаларыбыҙ, күп һанлы күлдәребеҙ, эре һыу һаҡлағыстарыбыҙ беҙгә һыу етешмәү тураһында уйламаҫҡа мөмкинлек бирә. Планетаның ҡайһылыр мөйөшөндә үлемесле ҡоролоҡ тураһында ишетеп, беҙ уларҙы йәлләп баш ҡағабыҙ, һыу етешмәү нисек була икән ул, тип күҙ алдына килтерергә тырышабыҙ.

Нимәһелер күп булған кеше ошо «нимәнең» юҡҡа сыға алыуы тураһында уйланмай. Йәки уның ҡулланып булмаҫлыҡ дәрәжәлә боҙолорына ышанмай. Быуаттар буйы кешеләр менән байлығын уртаҡлашҡан матур йылғаларыбыҙ һәм күлдәребеҙ һуңғы тиҫтә йылдар эсендә уларҙан тотороҡло рәүештә бик күп күләмдә зарарлы сәнәғәт ҡалдыҡтары ҡабул итә. Зарарлы тотонолған һыуҙарҙың 40 проценты эре сәнәғәт предприятиелары өлөшөнә тура килеүе күптәрҙе ғәжәпләндермәҫ, моғайын.

Бәхеткә күрә, һуңғы йылдарҙа был мәсьәләгә дәүләт кимәлендә лә, предприятиелар тарафынан да күберәк иғтибар бирелә. Индустриализация башланғаны бирле оҙаҡ йылдар уға бәйле экологик проблемалар тураһында бер кем дә хәстәрләмәгән. Бөгөн күп кенә эре предприятиелар хужалары тиҫтәләгән йылдар буйына йыйылып килгән проблемаларҙы хәл итергә мәжбүр. Был процестың оҙайлы буласағы билдәле, әммә уның башланыуы шатландыра. Күп кенә йылғаларҙы һәм күлдәрҙе һаҡлап ҡалыу мөмкинлеге бар, яҡын киләсәктә бөтә донъяла алтынға торош итәсәк сөсө һыуҙы ҡотҡарып ҡалып була.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас