Йәмғиәт Общество
27 Март 2022, 10:59

Алкоголгә ағыуланыу осраҡтары ҡайҙа күберәк?

Роспотребнадзор белгестәре 2022 йылдың тәүге ике айында иң күп ағыуланған район-ҡалаларҙы атаны?

Алкоголгә ағыуланыу осраҡтары ҡайҙа күберәк?Алкоголгә ағыуланыу осраҡтары ҡайҙа күберәк?
Алкоголгә ағыуланыу осраҡтары ҡайҙа күберәк?

Ағыуланыу күрһәткесе 100 мең кешегә 4,1 булып, уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда, артҡан. 2021 йылдың ғинуар-февраль айында был күрһәткес 3 булған.

 

Төбәк ведомство мәғлүмәте күрһәтеүенсә алкоголле эсемлек менән ағыуланыуҙың киҫкен осраҡтары 26 муниципалитетта: Өфө (48), Стәрлетамаҡ (44), Октябрьский (30), Туймазы (7), Белорет (2), Благовещен, Дүртөйлә, Нефтекама, Салауат (берәр) ҡалаларында, Стәрлетамаҡ (7), Өфө (4), Арханнгель, Ҡариҙел (икешәр), Ауырғазы, Баҡалы, Белорет, Бөрө, Ҡалтасы, Кушнарен, Краснокама, Мәләүез, Салауат, Стәрлебаш, Туймазы, Шишмә, Шаран райондарында (берәр) теркәлгән.

Республикала йыл башынан 24 кеше алкоголгә ағыуланып үлгән.
 
Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас