Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
28 Март 2022, 13:16

Мин тормошто яратам!

 Яҙмыш һынауына бөгөлөп төшмәй, балаларына бынамын итеп тәрбиәләп, аяҡҡа баҫтырға әсәйҙәр күп. Үрген ауылында йәшәүсе Зөлфиә Аҡсурина ла шундайҙар иҫәбенән.

Ошо ауылда Зәки һәм Әсмә Искәнйәровтарҙың күп балалы ғаиләһендә алтынсы булып донъяға ауаз һалған ҡыҙ мәктәпте тамамлағас, Салауат ҡалаһында һөнәрселек училищеһында белем ала. Унан Иҫәнғолда һатыусылыҡҡа уҡый һәм хеҙмәт юлын һатыусы булып башлай. Буласаҡ йәре Иршат менән табышып, 1990 йылда буласаҡ ғаилә ҡороп ебәрәләр. Ҡайһы берәүҙәр кеүек ситкә китеүҙе уйлап та бирмәй улар, тыуған ауылдарында йорт һалып, йәшәй башлайҙар. Йәш ғаиләгә йәм өҫтәп, бер-бер артлы балалары тыуа. Өй шат балалар тауыштарына күмелә. Иршат Ирәндек улы ауылда пилорамда, төҙөлөштә эшләй, Зөлфиә Зәки ҡыҙы балалар тәрбиәләй.

Тормош гел күңелле миҙгелдәрҙән генә тормай шул. Әсе хәсрәттәр ҙә ситләп үтмәй Зөлфиә апайҙы.

Тулы мәҡәлә менән район гәзите биттәрендә танышырһығыҙ.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: