Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
28 Март 2022, 15:43

Рәхмәттәр алып йөрөй

Һинең кешеләрең, ауыл! Һөнәрҙе кеше осраҡлы рәүештә генә һайламайҙыр. Күңел теге йәки был һөнәр буйынса эшләргә үҙе этәрәлер, моғайын. Яратҡан эш ялҡытмай ҙа, арытмай ҙа. Бары шундай хеҙмәт кешене биҙәй. Һүҙем Үтәғол ауылының райпо магазинында эшләгән Нурия Дауытова тураһында.  

Рәхмәттәр алып йөрөй
Рәхмәттәр алып йөрөй

 

Нурия апай мәктәпте тамамлағас, тыуған ауылында фермала ла, Өфөлә нефтселәр магазинында һатыусы булып эшләргә лә өлгөргән. Тыуған ауылына әйләнеп ҡайтып төпләнә һәм бына инде 14-се йыл ауылдаштарын аҙыҡ-түлек, кейем-һалым, көнкүреш кәрәк-яраҡтары менән тәьмин итә.

Магазинға тауарҙар Стәрлетамаҡ, Күмертау ҡалаларынан, район үҙәгенән килтерелә. Ә тәмле “Сәләм“ икмәге аҙнаһына өс тапҡыр килә. Тауарҙарға заказ кеше һорауына яраҡлаштырылып бирелә, шуға ла улар кәштәләрҙә оҙаҡлап ятмай. Нурия Нуретдин ҡыҙы әйтеүенсә, өйҙән шылтыратып заказ биреүселәр ҙә булғылай. Уларға һәм һатып алған әйберҙәре ауыр булғандарға алып барырға ярҙам да итә һатыусы. Бына шулай ололарҙың рәхмәттәрен алып йөрөй ул.

- Әле шәкәрҙең хаҡы артһа ла, магазинға килеүселәр тыныс ҡабул итә. Ауылда йәшәгәс, астан үлмәҫбеҙ, тиҙәр, – Нурия апай хаҡтар артыуы тураһында үҙ фекерен белдерҙе. – Эш хаҡына килгәндә, райпо ваҡытында иҫәпләшә, байрам осорҙарында, юбилейың айҡанлы премия ла яҙалар. 

Нурия Нуретдин ҡыҙы күптән түгел хаҡлы ялға сыҡты. Шулай булһа ла үтәғолдар уның эшләй биреүен теләй. Эйе, уның кеүек үҙ эшенә бирелгәндәр һирәк. Кеше менән эшләү – үҙе бер тормош мәктәбе. Халыҡтың ниндәй уйҙар менән йәшәүе, хәсрәте, шатлығы – барыһы ла ошо бәләкәй генә сауҙа нөктәһендә сағыла.

Халыҡты ҡыуандырып эшләгеҙ ҙә эшләгеҙ,   һатып алыусыларығыҙҙы гел йылмайып ҡаршы алығыҙ, Нурия апай!

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: